Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
8 Ноябрь 2020, 16:35

"НӘСИХӘТ" Шәйехзада Бабич

— Эй, Шәйех! Уян! — тимен, уян! — тимен,Күҙеңде, уянмаһаң, уям, тимен.Күшегеп, тауыҡ кеүек, күп моңайма,Шөкөр ит һаулығыңа, уйлан, тимен. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#ШәйехзадаБабич#Шәйехзада_Бабич #Шәйехзада_Мөхәмәтзакир #ШайхзадаБабич #ШайехзадаБабич

НӘСИХӘТ
(Үҙемә)

— Эй, Шәйех! Уян! — тимен, уян! — тимен,
Күҙеңде, уянмаһаң, уям, тимен.

Күшегеп, тауыҡ кеүек, күп моңайма,
Шөкөр ит һаулығыңа, уйлан, тимен.

Үҙеңде бер Хоҙайға тапшыр ҙа ғуй,
Шунан һүң үҙ-үҙеңә һөйөн, тимен.

Шайтаның арлы-бирле тартҡылаһа,
Бер ҡарыш сыҡма юлдан, — һөйәм, тимен.

Ҡурҡма! Эт өрһә лә, йырың йырла,
Эттәрҙән ҡурҡа торған — ҡуян, тимен.

Уйланып, дәфтәреңә йырҙар яҙ ҙа,
Шуларҙы уҡып-уҡып йыуан, тимен.

Йырҙарың арҡаһында китеп ҡалыр
Бер ваҡыт күңелеңдәге сыбан, тимен.

Бөгөн дә наҙан булып ҡалһаң да ғуй,
Хоҙайға киҫелмәһен тубаң, тимен.

Һиңә лә яҡты заман килеп етер,
Әгәр ҙә ярлыҡаһа Хоҙаң, тимен.

«Фәдғуни, истәжибләкем» тигән
Һәр ваҡыт теләгеңде телән, тимен.

Түбәңдән, Хоҙай ҡушһа, күтәрелер
Ҡаплаған йондоҙоңдо томан, тимен.
______
Туба — шөкөр (ҡаҙаҡ истиғмалы). Шулай уҡ «тапшыр ҙа», «ҡалһаң да» тигәнде «ғуй»ҙар ҙа ҡаҙаҡ истиғмалылыр. — Ш. Б.
Фәдғуни, истәжибләкем — һеҙ һорағыҙ, мин яуап бирермен.

Шәйехзада Бабич. 1910 йыл.

Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 640 бит.
Читайте нас: