Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
3 Ноябрь 2020, 10:30

"Хәйерле иртә!" Фирүзә Абдуллина

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.Ел ниндәй иркә!Йылмайығыҙ яҡты таңға:- Хәйерле иртә! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#ХәйерлеИртә#ФирүзәАбдуллина

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
- Хәйерле иртә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
- Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә.

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә:
- Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!
Читайте нас: