Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Октябрь 2020, 12:45

Башҡортостан тураһында шиғырҙар.

Хөрмәтле уҡыусылар, Республика көнө етеп килеүе уңайынан һеҙгә Башҡортостан, Ватан, тыуған ли темаларына бәйле шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ.Рәхим итеп уҡығыҙ!Оло хөрмәт менән Ағиҙел журналы мөхәрририәте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#РеспубликаКөнө

"Башҡортостан - беҙҙең Ватан..." (Ф. Ғөбәйҙуллина)
Тыуған илем - беҙҙең урам,
Тыуған яғым - ҡуйы урман,
Тыуған ерем - бешкән балан,
Гөл-сәскәле йәшел ялан.
Үҙ еремдә - үҙ йортобоҙ,
Мине һөйгән әсәм-атам,
Мәктәбебеҙ, уҡытыусым,
Башҡортостан - беҙҙең Ватан.
Һандуғастар таллыҡтарҙа,
Һыуҙа йөҙгән балыҡтар ҙа,
Шундай гүзәл беҙҙең Ватан,
Үҙ илемде мин яратам!

"Башҡортостан" (Ф.Туғыҙбаева)
Башҡортостан-
Тыуған илем,
Ул бит һаҡлай
Туған телем,
Ул бит һаҡлай
Яҡты көнөм,
Бирә миңә
Аҡыл, белем.
Башҡортостан -
Тыуған ерем,
Әсәйемдәй
Берҙән-берем!
Башҡортостан -
Минең Ватан,
Яратамын
Бала саҡтан!

"Ҡайын япрағы" (М.Кәрим)
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
...Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным - илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш.Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!

"Башҡортостан" (З.Күлбәков)
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Башҡортостан - алһыу таң иле,
Гөл-баҡсалар иле, дан иле.
Күкрәгеңдә нефть шишмәләре,
Тупрағыңда бөтмәç алтының.
Киң Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә
Яҡты йондоҙ булып балҡының.
Һиндә тыуа изге теләктәр,
Ярһып тибә ҡайнар йөрәктәр.
Шаулап үçә мәғрур урмандарың,
Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың.
Данлы илем, гүзәл республикам,
Бүләк булһын һиңә йырҙарым.

"Дан һиңә, дан, Башҡортостан!" (Р. Ғарипов)
Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,Башҡортостаным!
Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!

"Башҡортостан" (Г.Юнысова)
Башҡортостан, һин беҙҙең
Тыуған, үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
Тауың бирә һары алтын,
Ерең бирә ҡара алтын.
Балыҡҡа бай һыуҙарың,
Ашлыҡҡа бай ҡырҙарың.
Ағасҡа бай урманың,
Таҡыр һинең юлдарың,
Матур һинең ҡырҙарың,
Батыр һинең улдарың.
Башҡортостан, беҙ һине
Һөйәбеҙ, яратабыҙ,
Һин бит тыуған еребеҙ,
Әсәйебеҙ, атабыҙ!
Киң Рәсәй илендә
Үҫкән матур сәскә һин,
Дуҫ илдәр менән бергә
Сәскә булып йәшә һин!

"Тыуған илкәйем!" (М.Тайсина)
Алһыу ҡояшҡа үрелеп
Үҫә гөлкәйем.
Байрамыңды тәбрикләйбеҙ,
Тыуған илкәйем!
Тупрағыңдан һут аламын,
Тыуған еркәйем!
Эсер һауам, һулар һауам –
Йомарт илкәйем!
Урман-тауҙарыңды иңләп
Иҫә елкәйем.
Ҡурайымдың сихри моңо –
Гүзәл илкәйем!
Һандуғастар көнләшерлек
Наҙлы телкәйем,
Яҡты булһын киләсәгең,
Илем-илкәйем!

"Ватан" (М.Хәй)
Минең Ватаным
Океандарҙан киң,
Гүзәллектә ул
Сәскәләргә тиң.
Минең илемдә
Ҡояш та яҡты,
Йондоҙҙар ҙа шат,
Ер ҙә бик яҡшы.
Минең илемдең
Күге лә бик киң,
Мин үҙ илемдә
Ҡоштай ирекле.
Мин һине, илем,
Бирмәм һис кемгә,
Һинһеҙ тормош юҡ,
Йәшәү юҡ беҙгә.

"Башҡортостан" (Р.Ураҡсина)
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.

"Башҡортостан" (Л.Абдуллина)
Башҡортостан – башҡорт иле,
Унда ҡымыҙ бешәләр.
Сәскә атып, балға тулған
Умарталай йүкәләр.
Йәшел тирмә ҡорған бабам
Уралтауҙың үҙендә.
Ерен һөйөп, антын әйткәс –
Халҡы тора һүҙендә.
Һәр быуынға мираҫ булып
Күсә башҡорт телебеҙ.
Башҡорт ҡалаларна бай
Беҙҙең башҡорт илебеҙ.

"Дуҫлыҡ илендә" (Ф.Ғөбәйҙуллина)
Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,
Уртаҡ тыуған илебеҙ,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Еребеҙҙә беҙ бәхетле
Дуҫлыҡ илендә тыуғас.
Байрамдар ҙа бергә үтә,
Йыр, шиғырҙар яңғырай,
Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ –
Татыулыҡҡа дан йырлай.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе,
Беҙҙең теләк ауаздаш!

"Башҡорт иле" (Ә. Үтәбай)
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!

"Ватан" (Р. Ниғмәти)
Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,
Ҡояштай балҡып тора;
Тауҙары, зәңгәр болоттай,
Күктәргә ҡалҡып тора.
Һыуҙары, терегөмөштәй,
Йылтырап ағып тора;
Баҡсаларында емештәр
Ерҙәргә тамып тора.
Урмандар, әкиәт шикелле,
Гөр килеп, шаулап тора;
Ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр
Күҙҙәрҙе ялмап тора.
Был илдә һәр ваҡыт яҡты,
Был илдә һәр саҡ ал таң.
Шул бына беҙҙең Тыуған ил,
Шул бына беҙҙең Ватан.

"Башҡортостан - тыуған илең..." (А. Йәғәфәрова)
Баҫ-баҫ, топ-топ-топ!..
Нығыраҡ баҫ ереңә.
Баҫ-баҫ, топ-топ-топ,
Һин хужаһың илеңә —
Башҡортостан еренә:
Алтынына, игененә,
Тауҙарына, күленә,
Олатайың иленә,
Тәпәй баҫҡан ереңә!..
Топ-топ!..

"Мәңге балҡы, Башҡортостан!" (Р.Йәнбәк)
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан - төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ - һауаларың,
Йомарт ерең - иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
"Башҡортостан" (Й.Ильясова)
Оҡшаш урман, тауҙар тәңгәленән
Башҡортостан сиген үткәндә,
Тотош донъя ҡапыл балҡып китә,
Барса йәмдәр бында күскәндәй.
Был тупраҡҡа һеңгән халҡым моңо,
Батырҙарҙың эҙе уйылған,
Ямғыр ғына түгел, ул халҡымдың
Күҙ йәштәре менән йыуылған.
Бында торналарға, бөркөттәргә
Халҡым рухы барып ҡушылған,
Үҙ туғанын аяй белмәгәндәр
Саҡ менән Суҡ тигән ҡош булған.
Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә – ҡыҙы,
Үләнендә – тәме ҡымыҙҙың.
Һәр бер йылға тарих булып аға,
Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,
Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта
Уҡтай сая һаман тулҡындар.
Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!
Читайте нас: