Йылмаяйым!
Ҡулдарыма һис эш бармай,
Ҡайҙан ғына им табайым?
Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөн
Тирә-яҡҡа йылмаяйым!
Кәйефем юҡ, мәшәҡәт күп,
Ни арала тын алайым?..
Мин эшләмәй кем эшләһен?
Туҡта, берҙе йылмаяйым!
Һис кенә лә тынғы бирмәй
Сирем – кемгә зарланайым?
Зарланыуҙан ниндәй файҙа?
Һиҙмәһендәр - йылмаяйым!
Кемдер ғәйбәт һөйләй икән,
Нисек кенә үс алайым?
Бысранырға теләгем юҡ,
Шартлап китһен – йылмаяйым!
Абынһам да, һөрлөкһәм дә,
Үҙ юлымдан атлап киләм,
Был донъяның бар михнәтен
Мин йылмайып еңә беләм!