Бала тиһәң..
Йомшаҡ ҡулдарымда, устарыңды
Наҙлап, тәпләп ,балам тотамын.
Ошо ҡулдар һиңә хеҙмәт итә -
Көттөрөп тә бала үҫкәнен.
Аллаһым шул, ҡөҙрәтле лә һин,
Сабыйым тип атлай был ғүмер.
Әллә үтте, тиҙләп үтте микән
Ауыр саҡтан ҡалһын көл-күмер.
Таң бауыры нурын һуҙа, ана -
Утһыҙ ҡалһа беҙҙең аҡ мейес.
Ысыҡтарҙы уртлап һыу һемерҙек
- Сәйҙәй күреп балам, һемереп эс.
Аҡ ҡаласты ауыҙымдан өҙөп,..
Йылы йүгереп үтте тәнеңә,
..Һеҙ,булғанға, ғәзиз балаларым
Йәшәү тәмен табам йәнемә.