"Уҡытыусыма" Мостай КӘРИМ
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә.
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә.
Һин яртырға өйрәттең
Һәрбер биҙәген ерҙең.
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
"Уҡытыусыма" Рәми ҒАРИПОВ
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
"Уҡытыусыма" Гөлназ ҠОТОЕВА
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын.
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.
Кем етәкләй, артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулдарын?
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын.
Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе,
Серле асҡыс – шунда ул, ти.
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та
Иң кәрәге юлда ул, ти.
Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
"Уҡытыусым" Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Аҡыллы, түҙемле, һөйкөмлө,
Белемле һәм изге күңелле.
Донъяны, тормошто яратҡан,
Беҙҙе гел ауыҙына ҡаратҡан,
Аң-белем һәм сафлыҡ таратҡан,
Һәр хәлдән сығыр юл тапҡан,
Һүҙгә йор, күңеле йыр яратҡан-
Уҡытыусым, мин һине яратам !
"Яҡты ҡояш" Венер ЙӘНБӘКОВ
Уҡытыусы - күк йыһандан
Йондоҙ эҙләп биреүсе.
Ергә төшөп, гөл-баҡсанан
Емеш-еләк тиреүсе.
Уҡытыусы - был донъяла
Күп-күп нәмә белеүсе.
Йәш быуынды ҡорға туплап,
Киләсәккә елеүсе.
Уҡытыусы – ғалим кеше,
Бөйөк аҡыл эйәһе.
Ул биргән белем-зиһенде
Беҙгә лә бит беләһе.
Уҡытыусы – яҡты ҡояш,
Тылсым тулы нурҙары.
Йәш кешене Кеше итеү –
Уның хыял-уйҙары...
"Уҡытыусыма" Земфира АКБУТИНА
Көлтә-көлтә нур эркелә
Йөрәгемә -
Уҡытыусым, иҫкә төшһәң ,
Гелән генә -
Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк —
Йөҙәрләгән!
Балаларға бүлеп биреп,
Йөрәгеңде.
Борсолаһың. ин беләһең
Кәрәгеңде.
Ер шары элеүле тора
Был йөрәктә.
Беҙгә лә уны элергә
Һин кәрәк тә!
Һинең менән бергә яна
Нисә йөрәк!
Ер шарын һаҡларға үҫә
Күпме терәк!
Күп янғанға , күп көйгәнгә
Туҙа йөрәк!
Ләкин беҙгә шундай йөрәк
Бик-бик кәрәк!
"Уҡытыусыма" Минира БИКӘНӘСОВА
"Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!"
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр
Уҡытыусым, йырлы тауышың.
Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!
Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!
Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән, һөнәрең...