ТУПРАҠ
Тупраҡ беҙҙең анабыҙ,
Беҙ тупраҡҡа балабыҙ.
Тупраҡ, тупраҡ, тупраҡ!
Күкрәктәге сәнабыҙ.
Тупраҡ беҙҙең атабыҙ,
Беҙ тупраҡҡа ятабыҙ.
Тупраҡ ҡәҙерен аңламау
Беҙҙең өлкән хатабыҙ.
Тупраҡ өсөн яналыйҡ,
Тупраҡҡа шәмдәр һалалыйҡ,
Үҙебеҙҙең инәбеҙҙе
Үҙебеҙгә алалыйҡ!..
Тупраҡ башҡорт бәхетелер,
Бәхетебеҙҙең тәхетелер.
Тупраҡ ҡалһа истиҡбал
Нурлы, раушан, яҡтылыр.
Тулыр илгә батырҙар,
Аҡ шоңҡарҙай аҡындар,
Арыҫландай айҙарҙар
Әйләнеп үк ҡайтырҙар.
Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ,
Бүтәнсә юҡ сарабыҙ.
Тупраҡ китһә, һау бул, донъя,
Өҙөлмәктер самабыҙ.