Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
3 Октябрь 2020, 19:03

"Әсә-бала" Лариса Ғирфанова

Күҙ ҡараштарым менән оҙатамын,Ҡарап торам күҙҙән яҙғансы,Әсәйем дә мине оҙатҡандыр,Көткәндер ҡарап, күҙҙәре талғансы. Дауамы сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#Әсәй#ЛарисаҒирфанова

Әсә-бала
Күҙ ҡараштарым менән оҙатамын,
Ҡарап торам күҙҙән яҙғансы,
Әсәйем дә мине оҙатҡандыр,
Көткәндер ҡарап, күҙҙәре талғансы.
Шатлығыңа шатланамын,балам,
Икеләтә көйәм, борсолһаң,
Әсә өсөн бала бәхетенән,
Оло бәхет юҡтыр, юҡ һымаҡ.
Әсә-бала...
Донъя шулай ҡоролған,
Өҙөлмәҫлек ептәр һуҙылған,
Нисә йәштә булһа ла балаһын,
Әсә күңеле уйлап һыҙланған...
Әсә күңеле киң, даръя кеүек,
Әсә күңеле йомшаҡ, ебәктәй,
Ҡоростай ныҡ та, әсә күңеле,
Ҡурсалай ҙа алға етәкләй.
Тәбиғәттең мөғжизәһе -әсә,
Арымайҙар уның күҙҙәре,
Көтә һәр саҡ,ҡайтыр юлдарыңдан,
Күрһә, бөтмәҫ уның һүҙҙәре...

Оҙаттым да ҡараштарым менән,
Шыбырланым белгән доғамды,
Әсәйем дә мине оҙатҡандыр,
Һағынамын ошо сағымды...


Читайте нас: