Тормошта бит,була шундай мәлдәр,
Күңелкәйең һыҙлай,өҙгөләнә,
Һағыштарҙы, юйып ташлап булмай,
Йөрәк яраларға телгеләнә...
Тормошта бит,була шундай ваҡыт,
Яҙмыш баҫа иңдәреңә,таш булып,
Ҡайғы-хәсрәт өтһә үҙәгеңде,
Ҡала алмайһың,шат булып...
Өйөрөлә,уйнай,яҙмыш еле,
Уйнағаны-кеше яҙмышы,
Үҙгәртергә теләп яҙмыштарҙы,
Бороп булмай ғүмер ағышын.
Күтәреп күктәргә,бәхеткә сумдыра,
Йә, упҡынға төшөрөп юғалта,
Ҡаршы бара алһаң бурандарға,
Һинең өсөн,яңы таң ата.
Мин дә ҡалдым,яҙмыш буранында,
Тик,буранға арҡам ҡуйманым,
Күҙ йәштәрем аҡты,бөгөлмәнем,
Йәшәү бәхетенән туйманым...
Лариса Ғирфанова