Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
2 Октябрь 2020, 18:10

"Рәнйемә" Фирүзә Абдуллина

Рәнйемә һин, зинһар, үпкәләмә,Онотһалар әгәр дуҫтарың,Уларҙың да мәшәҡәте күптер,Донъялары бар бит уларҙың. дауамы сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Рәнйемә һин, зинһар, үпкәләмә,
Онотһалар әгәр дуҫтарың,
Уларҙың да мәшәҡәте күптер,
Донъялары бар бит уларҙың.

Асыуланма тыуған-тумасаңа –
Белмәйһең бит ниҙәр булғандыр,
Яҙмай-шылтыратмай икән, бәлки,
Улар һинән көтә торғандыр.

Иғтибары етмәй балаларҙың –
Аҡлай торған сәбәп уйлап тап:
Балаң да бит сабып донъя көтә,
Өҙгөләнмә ауыр уй уйлап.

Рәнйеш-үпкә, алама ҡорт булып,
Иләмәһен йөрәк, мейеңде,
Ағыу булып, һине ашамаһын,
Бысратмаһын яҡты көнөңдө…

Ҡылған изгелегең ерҙә ҡалмаҫ –
Ғәмәл китабына яҙылыр,
Онотһалар, тимәк, бәхетлеләр,
Борсолорға сәбәп юҡ булыр.

Заманында һин бик кәрәк инең,
Нишләр инек һинең ярҙамһыҙ?
Ғорур үткән ярһыу ғүмереңде
Аҙағына еткер аһ-зарһыҙ!

Ҡартлыҡ бит ул һорап, һайлап килмәй,
Бөтәбеҙҙе көтә торғандыр.
Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел икәнлеген,
Ҡартаймайса, аңлау ҡыйындыр…
Фирүзә Абдуллина
Читайте нас: