Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Октябрь 2020, 11:55

"Бәлки…" Фирүзә Абдуллина

Бәлки…Эйе, бәлки, хаҡлы түгелмендер,Эйе, бәлки, ғәйеп миндәлер,Нимәнелер аңлап етмәнемме?Әллә инде, хаҡлыҡ кемдәлер?...Бәлки, түҙергәлер артабан да?Бәлки, әйтергәлер бары бер?…Эт тә өрә ана айға ҡарап,Өрһөн әйҙә! Айға барыбер! Тулы варианты сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналыШиғриәт#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#АғиҙелЖурналы

Бәлки…

Эйе, бәлки, хаҡлы түгелмендер,
Эйе, бәлки, ғәйеп миндәлер,
Нимәнелер аңлап етмәнемме?
Әллә инде, хаҡлыҡ кемдәлер?...

Миңә ҡуйған ҡырыҫ талаптарҙы
Һин үҙеңә ниңә ҡуймайһың?
Ул ярамай, был ярамай тиһең,
Тик үҙеңде бер ҙә тыймайһың…

Һин үҙеңсә хаҡлы, мин – үҙемсә,
Ике яҡлы була миҙал да,
Ғәҙел генә сыҡҡан хөкүмеңә
Табалмайым хатта миҫал да.

Беләм, минең дә бар хаталарым,
Үкенгәнем була минең дә,
Яңылышым өсөн яуаплылыҡ
Ята бит тик минең иңемдә.

Мин бит һинән ғәйеп эҙләмәйем,
Булғанына йомам күҙемде,
Өйрәнгәнмен инде һәр нәмәлә
Ғәйепләп тик бары үҙемде.

Эйе, ғәйеплемен, үҙ алдымда,
Үҙ алдымда ғына ғәйепле,
Хөрмәт итмәгәнгә баш биргәнмен,
Ғәйеп үҙе – булыу әҙәпле.

Өндәшмәйсә ситтән генә ҡарап
Көлөп ҡуям: был ни эшләүең?
Был үҙеңә баһа - һинең минән
Бер туҡтауһыҙ ғәйеп эҙләүең.

Бәлки, түҙергәлер артабан да?
Бәлки, әйтергәлер бары бер?
…Эт тә өрә ана айға ҡарап,
Өрһөн әйҙә! Айға барыбер!

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: