Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Октябрь 2020, 18:15

Алтын аҡыл көнө. Фирүзә Абдуллина

Оло йәштәгеләр көнө бөгөн."Ҡарттар көнө" тиҙәр халыҡта,Хаҡлы ялға сыҡҡан һәр бер кеше -Бөтәбеҙ ҙә бер үк ҡалыпта! Дауамы сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналыШиғриәт#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина#АғиҙелЖурналы

Оло йәштәгеләр көнө бөгөн.
"Ҡарттар көнө" тиҙәр халыҡта,
Хаҡлы ялға сыҡҡан һәр бер кеше -
Бөтәбеҙ ҙә бер үк ҡалыпта!

"Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел" тиһәләр ҙә,
Ҡартлыҡтың да байтаҡ шатлығы:
Балаларҙың ҡәҙер-хөрмәттәре,
Ейәндәрҙең ихлас сафлығы...

Бушҡа йәшәлмәгән үткән ғүмер -
Хеҙмәт менән йылдар үткәндәр,
Ҡартлыҡ - бәхет! Күпме ҡорҙаштар һуң
Ошо көнгә етмәй киткәндәр?!

...Тәбиғәттең көҙө кеүек, ҡартлыҡ
Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле,
Һәр бер көнө уның - бүләк кенә,
Күңелдәргә яҡын һәр гөлө.

Һәр бер таңға өмөт менән бағып,
Рәхмәт менән көндө оҙатып,
Йәшәр өсөн ғүмер бирһен Хоҙай,
Тик ҡуймаһын һаулыҡ һынатып...

Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө!
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған!
Әллә һеҙ бар - йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп-хуплаған!

Алтын көҙҙә - Алтын Аҡыл көнө!
Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән!
Донъя матур бары һеҙҙең менән,
Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән,
Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән!
01.10.2020.
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: