Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
30 Сентябрь 2020, 11:02

"Ҡатындар сыуағы" Таңһылыу Ҡарасурина

"...Тәбиғәттең һылыу ҡатын сағы.Белә ҡатын үҙенең баһаһын.Ҡабаланмай.Ойота баҫып атлай.Күҙ ҙә алмай һөйөп бағаһың..."#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыШиғриәт#ТаңһылыуҠарасурина#Шиғриәт

ҠАТЫНДАР СЫУАҒЫ.

Тәбиғәттең һылыу ҡатын сағы.
Белә ҡатын үҙенең баһаһын.
Ҡабаланмай.
Ойота баҫып атлай.
Күҙ ҙә алмай һөйөп бағаһың.

Тәбиғәттең һылыу ҡатын сағы.
Хисле сағы, ҡайнар ҡосағы.
Көмөш кенә сағы, алтын сағы,
Түлле сағы, һөйөлөр сағы.

Тәбиғәттең эшле ҡатын сағы -
Ерҙән алып, түргә ҡуяһы.
Ҡурпы өҫтөнә орлоҡ ҡояһы бар,
Баландар сөсөргән* - йыяһы.

Күңелдәрҙә сафлыҡ тояһы бар,
Боҙ өҫтөнә мәке уяһы.
Ашҡынған хыялды тыяһы бар,
Үҙ дәүерен йәшәп туяһы.

...Ҡарай ҡатын - ҡайын, талы өсөн
Эре тешле мөгөҙ тараҡ бар.
Кәйелеп кенә һыу өҫтөнә ята
Ул тарап төшөргән япраҡтар.

Ҡарай ҡатын, барыһын барлай ҡатын.
Тормош бит ул бер көндән тормай.
Усағында уты һүнмәй уның,
Бер көнө лә заяға уҙмай.

- Ҡатынға ла ял кәрәк, әхирәт!
Самауырым әҙер, кил сәйгә!
Әбейгә* лә әҙерәк эш ҡалһын,
Алъяпҡысың һалып, эл сөйгә.

Тәбиғәттең һылыу ҡатын сағы.

*Сөсөргән (диал.) - сөсө булған, тәмләнгән.
*Әбейҙәр сыуағы.

Т. Вәлиева/Ҡарасурина.
Сентябрь, 2018.
Читайте нас: