Көҙгө урмандарға кереп киттем,
Баҫа алмай ғашиҡ күңелде.
Япраҡтарҙай, минең мөхәббәтем
Алтынланып ергә түгелде.
Аҡландарға сығып, ҡояш менән
Һөйөүемдең утын бүлештем.
Һөйөүемдең һағыштарын һөйләп,
Ап-аҡ ҡайындарға өләштем.
Әбей сыуағында йылына көн,
Һарыларға донъя күмелде,
Яңғыҙҙарҙың мөхәббәте, гүйә,
Алтынланып ергә түгелде.
Ерҙең йөҙө күк көмбәҙе булһа,
Беҙ, кешеләр, гүйә, йондоҙҙар.
Ғашиҡтарға ғына төн көндөр ул.
Яҡты көндө көтә яңғыҙҙар.
Шунда ғына бар йондоҙҙар һүнер,
Шунда ғына яныр көн тышта:
Миллионлаған йондоҙ араһынан
Бер йондоҙҙо күрһәң ҡояштай.