ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
24 Сентябрь 2020, 12:18

"Яратыу" Артур Ғабдуллин

"...Яратамы? Яратмаймы? Кем белә кеше уйын...кемгәлер һөйөү - бер ғүмер,Кемгәлер - ябай уйын..."(А.Ғабдуллин)#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#Әҙәбиәт#АртурҒабдуллин

Яратыу.
Яратам тигән һүҙҙәргә
Ышанамын мин һаман,
Йөрәк менән инанам да,
Ялған утында янам.
Шул һүҙ өсөн йондоҙҙарҙы
Урларға ла әҙермен.
Хатта һөйөү тип үләм мин,
Тик белмәйҙәр ҡәҙерен.
Нисек шулай мөһим һүҙҙе
Әйтәләр елгә атып?
Ихлас хистәр менән генә
Була ла һуң яратып.
Яратамы? Яратмаймы?
Кем белә кеше уйын...
кемгәлер һөйөү - бер ғүмер,
Кемгәлер - ябай уйын.
Читайте нас в