Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Сентябрь 2020, 10:51

"Рәхмәтле бул!" Артур Ғабдуллин

"...Онотмағыҙ, ҡайғы килә бит улҺәр кешегә: ярлы һәм байға.Ә беҙ ҡыҙыҡ - ауыр саҡта ғынаЫшанабыҙ бөйөк Хоҙайға..."(А.Ғабдуллин)Изге йома көнө мөбәрәк булһын. Бөтәбеҙгә иман ныҡлығы, һаулыҡ, бәрәкәтле көндәр насип итһен.Дауамы сайтта.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#Әҙәбиәт#АртурҒабдуллин#ИзгеЙома#Йома#ХәйерлеИртә

Рәхмәтле бул!
Онотмағыҙ, ҡайғы килә бит ул
Һәр кешегә: ярлы һәм байға.
Ә беҙ ҡыҙыҡ - ауыр саҡта ғына
Ышанабыҙ бөйөк Хоҙайға.
Барыһы ла яҡшы булып торһа,
Күңелдәрҙән шатлыҡ ағыла.
Рәхәтлеккә беҙ күмелгән һайын
Байлыҡтары кәрәк тағы ла!
Хоҙай йомарт, биреп тора бит ул,
Рәхимлеген сәсеп бар ергә.
Тик, дуҫтарым, беҙ ҙә рәхәт саҡта
Онотмайыҡ рәхмәт әйтергә!
Читайте нас: