Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
17 Сентябрь 2020, 12:22

"Әсә гөлө" Мөнир Иҡсанов

Әсәй ҡулы менән үрмәле гөлУлтыртылды тәҙрә төбөнә.Бөҙрәләнеп үҫкән гөл-сәскәнәнӨй түренә йәм,нур бөркөлә.Үҙем дә бит ошо сәскә кеүекӘсәй йортон йәмләп үҫкәнмен...#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#Әҙәбиәт#МөнирИҡсанов

Әсә гөлө.

Әсәй ҡулы менән үрмәле гөл
Ултыртылды тәҙрә төбөнә.
Бөҙрәләнеп үҫкән гөл-сәскәнән
Өй түренә йәм,нур бөркөлә.

Үҙем дә бит ошо сәскә кеүек
Әсәй йортон йәмләп үҫкәнмен.
Тыуған тупрағымдан айырылып,
Тормош баҡсаһына күскәнмен.

Тормошомда ел-дауылдар ҡубып
Ҡағыла ла күңел тажыма,
Нурлы булып ҡалам, үрелгәнгә
Әсәйемдең йылы наҙына.

Читайте нас: