Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
17 Сентябрь 2020, 11:20

"Әгәр булһам..." Артур Ғабдуллин

Әгәр булһам ямғыр тамсылары,Ҡуныр инем һинең сәстәргә.Булыр инем, иркәм, яҡты ҡояшБар нурымды һиңә сәсергә.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#Әҙәбиәт#АртурҒабдуллин

Әгәр булһам ямғыр тамсылары,
Ҡуныр инем һинең сәстәргә.
Булыр инем, иркәм, яҡты ҡояш
Бар нурымды һиңә сәсергә.
Әгәр булһам ҡарҙың бөртөктәре,
Ирер инем һинең керпектә.
Болот булһам, һөйөү һүҙҙәремде
Яҙыр инем һиңә мин күктә.
Йондоҙ булһам, һинең ҡарашыңдан
Атылырмын төнгө һауанан,
Был донъяла һине яратырға
Тыуыр инем күктә яңынан...
Читайте нас: