Бер арбаға ултырғайныҡ,
Берәгәй булдыҡ, күмәк.
“Уйыл-диңгеҙ” тип йырланы
Дуҫыбыҙ Рәйес Түләк.
Һикәлтәле юлға төшһәк
Йөрәгебеҙ һиңкене.
Арбабыҙҙы утын тинек,
Атыбыҙҙы ит тинек.
Әйтерһең дә, әйләнгән ер
Арбабыҙ тәгәрмәсе.
Әйтерһең дә, беҙ туҡталһаҡ,
Донъя китер тәкмәсеп.
Бер арбаға ултырғайныҡ,
Бер епкә тиҫбе инек.
Самаһыҙ ихлас инек тә,
Самаһыҙ хисле инек.
Шуға микән аңғарманыҡ
Юлдың хәтәр икәнен.
Алдыбыҙҙа, һәр аҙымда
Беҙҙе әжәл көткәнен.
Ә атыбыҙ ярһыу ине,
Егеп алғайныҡ тәүләп.
Тәүге һикертмәккә еткәс
Төшөп ҡалды Ҡолдәүләт,
(Әллә еккене йәлләп).
Сәсән заты Ғәбиҙулла
Арттан этеп арбаны,–
Аңғармай ҙа ҡалдыҡ ҡапыл
Юлда тороп ҡалғанын.
Йәшлек менән һаубуллашып,
Ҡырҡылыр мәл еткәндә,–
Йәшлек менән хушлашмайса,
Ҡалды Марсель Искәндәр.
Тиңдәштәре арбаһынан
Буранбай күсеп беҙгә,–
Аҙаҡ үҙен табалманыҡ
Арба боролған ерҙә.
Яныуҙары арбабыҙға
Күсмәһен, тиеп Түләк,–
Яна-яна тороп ҡалды
Юл хаҡҡайҙарын түләп.
Инде тамам аңлап алғас,
Табып алғас ҡибланы,–
Арбабыҙға әжәл һуғып
Тартып алды Ғилманды.
Ат арығас, арбабыҙға
Дамир егелеп тартып,–
Үҙе аттай арығайны,
Китте Көнбәгә ҡайтып.
Бер арбаға ултырғайныҡ,
Ҡалдыҡ һанаулы ғына.
Ошо шиғыр бәлки ярар
Һағыш ямаулығына.
Өнһөҙ генә аңлашабыҙ,
Белмәй нимә тиергә.
Бер ҡарайым Азаматҡа,
Бер ҡарайым Салауатҡа,
Бер ҡарайым Мөниргә.