Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
16 Сентябрь 2020, 18:05

"Әлдә һин бар әле, әсәйем!" Артур Ғабдуллин.

Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,Алдарыңа таждар сәсәйем.Ғүмеремә һиңә бурыслымын,Әлдә һин бар әле, әсәйем!(А.Ғабдуллин)Артабан сайтта#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#АртурҒабдуллин#Әҙәбиәт

Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әлдә һин бар әле, әсәйем!
Әйҙә, алтын ҡояш нурҙарынан
Юлдарыңа келәм йәйәйем,
Ҡояшы ла һинһеҙ яҡты түгел,
Әлдә һин бар әле, әсәйем!
Бейек күктән йондоҙҙарҙы сүпләп
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем...
...Әйтерһең дә, ожмах һыуы кеүек
Һинең наҙлап яһаған сәйең,
Ҡайтҡан саҡта сәйҙәр эсерергә
Әлдә һин бар әле, әсәйем!
Был һүҙҙәрҙе ҡабатлайым һәр саҡ -
Көҙөн, ҡышын, яҙын һәм йәйен:
Был донъяла йәшәү көсө биргән
Әлдә һин бар әле, әсәйем!
Читайте нас: