Бөгөн төштә бала саҡҡа ҡайттым,
Йөрәгемде наҙға ураным.
Төштөм ҡабат йылға буйҙарына,
Ҡабат үттем ялан, урманын.
Йәнем менән бағып тыңлап торҙом
Сылтыр-сылтыр шишмә йырҙарын.
Тылсым кеүек алып китте һыуҙар
Күңелемдең һағыш-зарҙарын.
Ҡабат үттем ауыл урамдарын
Сәләм биреп ғәзиз халҡыма.
Бала саҡҡа мине алып ҡайтҡан
Ошо төш тиң алтын хаҡына.
Элек сабып йөр(ө)гән һуҡмаҡтарҙа
Ҡарҙар яуған минең эҙҙәргә.
Эх, үткәндәр! Серле бала сағым!
Ҡайҙа ғына һеҙҙе эҙләргә?
Ҡалыр инем мәңге бала саҡта,
Шул миҙгелем йәнгә дәрт бирә.
Тик үткәндәр янған шәмдәр кеүек...
Үткәндәр шул бары хәтирә...
...Шул сағымды уйлап, һағышланып
Өшөмәсе, йәнем, өшөмә.
Бала сағым, һин дә күңелемде
Йылытып тор, кереп төшөмә!