Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Сентябрь 2020, 10:49

Һин бит берәү шундай

Һин бит берәү шундай был донъяла,Бер кемгә лә оҡшаш түгелһең,Һиңә ҡарап яҙған һүҙҙәрем дәКүңелемдән һыуҙай түгелһен.(А.Ғабдуллин)Тулы варианты сайтта#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шиғриәт#АртурҒабдуллин#Мәҙәниәт

Һин бит берәү шундай был донъяла,
Бер кемгә лә оҡшаш түгелһең,
Һиңә ҡарап яҙған һүҙҙәрем дә
Күңелемдән һыуҙай түгелһен.
Илһам йыйып һинең йөҙҙәреңдән,
Һалам уны күкрәк түренә,
Бер йылмайһаң һүнгән күҙҙәремә
Ап-аҡ сихри донъя күренә.
Ә сәстәрең... ул бит сикһеҙ диңгеҙ,
Тулҡынланып тора елдәрҙә,
Әгәр белһәм, ҡабат был һүҙҙәрҙе
Әйтер инем төрлө телдәрҙә.
Төштәремдә хатта ишетәмен
Онотолмаҫ алтын тауышты.
Бер ишеткәс, минең йөрәгемдә
Илһам менән әһәң ҡауышты.
Был һүҙҙәрҙе күҙҙәреңә ҡарап
Бер әйтергә йөрәк ояла,
Ләкин ҡабат йөрәгемә яҙам:
Һин бит берәү шундай донъяла...
Читайте нас: