Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
9 Сентябрь 2020, 10:27

Хәйерле иртә!

"Хәйерле атһын таңыбыҙ,Хәйерле килһен көндәр,.."Ф. АбдуллинаБарығыҙға ла хәйерле көн теләйбеҙ!#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ХәйерлеИртә#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Хәйерле булһын!
Хәйерле атһын таңыбыҙ,
Хәйерле килһен көндәр,
Хәйерле етһен кисебеҙ,
Хәйерле үтһен төндәр.
Хәйерле булһын уйыбыҙ,
Хәйерле булһын эштәр,
Хәйерле булһын өнөбөҙ,
Хәйерле булһын төштәр!
Хәйерле юлдарҙан уңып
Әйләнешеп ҡайтайыҡ,
Хәйерле аҙнаны башлап,
Хәйерле оҙатайыҡ!
Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ
Хәйерле була күрһен…
Хәйерле булһын бөтәһе
–Хоҙайым ярҙам бирһен!
Фирүзә Абдуллина
Читайте нас: