Һөйгәнегеҙ бармы һеҙҙең
Шашып, аҡылдан яҙып,
Бер мәл сит булған исемде
Йөрәк түренә яҙып?
Һөйгәнегеҙ бармы һеҙҙең
Бейек күктәргә осоп,
Кеше өсөн бар йыһанды,
Бөтә донъяны ҡосоп?
Һөйгәнегеҙ бармы һеҙҙең
Тәрән диңгеҙҙән йөҙөп,
Мөхәббәттең баҡсаһынан
Һөйөү сәскәһен өҙөп?
Һөйөү һүҙен аңлау ауыр,
Тик уны була тойоп ,
Һөйгәнедең донъяһына
Хистәр ямғырын ҡойоп.
Әгәр инде аңлаһағыҙ
Мәғәнәһен был һүҙҙең,
Тимәк, аҡылдарҙан яҙып,
Һөйгәнегеҙ бар һеҙҙең...
А. Ғабдуллин