Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Август 2020, 18:33

Ҡуштау китһә – мат инде

#Ағиҙелжурналы

Шаһтау киткәс Ҡуштауҙы ла
Үҙенә тарта микән?
Был төйәктә имсәкһеҙ ҙә
Кешеләр арта икән...
Шаһтау киткәс Ҡуштауҙы ла
Үҙенә тарта микән.
Был төйәктә быуынһыҙ ҙа
Кешеләр арта икән...
Шаһтау киткәс Ҡуштауҙы ла
Үҙенә тарта микән.
Был төйәктә йөрәкһеҙ ҙә
Кешеләр арта икән...
Бында инде нимә тиҙәр,
Бергә әҙ ҙә, бергә күп.
Донъябыҙҙың ҡашы хәҙер
Кемгә ҡәҙер, кемгә сүп.
Шаһтау киткәс шах булған да,
Ҡуштау китһә – мат инде
Йоморо тигән баштарыбыҙ
Күрәһең, шаҡмаҡ инде.
Өҫтәлеңдең ике ботон
Ҡырҡып ал да һат инде.
Күңел түңәрәклеге бында
Мәңгегә ҡайтмаҫ инде,
Шаҡмаҡ-шаҡмаҡ итәк киҫеп
Ямай торғас арттарҙы,
Оят ерен ҡаплай алмай
Ил йөрәге шартларҙыр.
Йөрәкһеҙҙәр йөрөп ятыр,
Йөрәклеләр ләз ятыр.
Тик ул шартлау Әзрәҡәне
Нәҫ йоҡонан уятыр!
"Ағиҙел", май-2020.
Читайте нас: