Оран
Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы – һеҙгә һүҙ ҡушам.
Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.
Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ,
Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда.
Башҡорт ерен һары майҙай күреп,
Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында.
Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә
Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан.
Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең,
Ошо хаҡта әгәр онотһаң.
– Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ… Һеҙме?!
Буйҙар етмәгәнен терһәккә.
Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән
Алдар эленеп торған элмәктә.
Быуындарҙан күсереп быуындарға,
Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?!
Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың
Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн?
Был һорауҙы сабыйың теле менән
Мин һорармын, мең ҡат һорармын.
Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге
Салауаттан ҡалған Уралдың?!
Һорармын мин – яугир башҡорттарҙың
Тере рухы:
– Әй, ил инәһе!
Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр
Әллә һинән, һинән киләме?
Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа,
Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа?
Нисә улың илен ташлап китте,
Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа?
Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй
Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан?
Алтын түгел – беҙҙең һөйәк бит ул,
Нефть түгел – ул бит беҙҙең ҡан!!!
Һеҙҙе урап ятҡан – офоҡ түгел,
Ваҡыттыр бит шуны аңларға.
Ул бит – беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып,
Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.
Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,
Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған…
Уян, башҡорт!!!
Үлгән улдарыңдың
Ҡәберенән тороп саң ҡағам!