Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Август 2020, 12:30

ТАҒЫ АВГУСТ. ЭСМӘЙЕНСӘ АУҒЫС

#Ағиҙелжурналы

Тағы август. Эсмәйенсә ауғыс,
Кукуруздың бынау аңҡыуы!
Был баҫыуҙар тағы ҡабатланыр,
Ҡабатланмаҫ һинең балҡыуың.
Ҡайтмаһа ла ҡабат балҡыуыбыҙ,
Ҡабатланһын ошо йүгереү.
Яҙмышыбыҙ елер поездарға
Ҡалайыҡсы бары өлгөрөпю
Үҙебеҙгә тейер өлөштәргә
Тормабыҙ ҙа инде инәлеп.
Ҡойһон әйҙә ямғырҙары,
Эй яуа бит, шундай кинәнес!
Бынау йәшендәрҙе күргәндән һуң
Юҡ-бар менән баштар ҡаңғырмаҫ.
Ҡаршылайым тыуған көнкәйеңде
Сап-саф булып, ҡойоноп ямғырҙа.
13.08.89.
#Ағиҙелжурналы
Читайте нас: