Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
28 Июль 2020, 19:58

ҠАБЫНДЫМ ДА УТ ҺЫМАҠ, АТЫЛДЫМ МИН УҠ ҺЫМАҠ

#Ағиҙелжурналы #шиғриәт

Ерҙе тойоу
Тыпырсынып торған атҡа
Күкрәк һалып өлгөргәнсе,
Дыуамал мал аяғыма
Баҫып ҡуя ине сәнсеп.
Аяғымды ергә ҡуша
Аҙ баҫманы мал тояғы.
Шуға аяғым менән дә
Тыуған еремде тоямын.
Атҡа атланыуым булды,
Ел-дауылдар ҡаҡты-һуҡты.
Йәнем, тәнем менән тойған
Тыуған ерһеҙ бәхет юҡтыр.
Тамырҙар
Ер аҫтын өҫкә килтереп,
Ташларҙай ҡеүәт ташты:
Дауыл имәнгә тоташты,
Тамырҙар ыңғырашты!
Йән көскә тартылғандары,
Атылып сығып китеп,
Йәшен булып шартланылар,
Донъяны дер һелкетеп.
Ер аҫты өҫкә килеүҙән
Ҡотолоп ҡалды сағыл.
Тамырҙарым ҡалҡып сыҡҡан
Минең дә имән сағым.
Тормоштоң да өҫтө ҡай саҡ
Көсәнә аҫта ҡалып.
Тамырҙарым буйлап шаулап,
Ташалыр йөрәк ҡаным.
Толомло ҡатынға
Күп ҡатын-ҡыҙҙа – ҡыҫҡа сәс.
Һин, толом үреп алып,
Янымдан үтеп китәһең,
Һүнмәҫ уттарға һалып.
Түҙермен һөйөү утының
Төтөнө-ҡоромона,
Бер ҡойоноп ҡына сыҡһам
Һыуҙар кеүек ағып торған
Толомоңа!
Мин, толомоңа быуылып,
Үлергә лә (ы)риза,
Бер булмаған хәл тип тормай
Беҙҙең нәҫел-ырыуҙа!
* * *
Ҡараңғыланһа барған юл,
Аң яҡтырып тирбәлә.
Төрмәгә генә юлыҡма –
Юл бар бит Себергә лә.
Барыбер һин барыр юлды
Һайларға өйрәнәһең.
Йән көйҙөргән түңгәктәргә
Үҙең дә көйләнәһең.
Бер һинең генә көйөңә
Тормош бейеп тормаҫ шул.
Ир-егет менән ат башы
Ҡайҙа ғына булмаҫ шул.
Иҫәнгилделәр килә!
Бөтә Туҡ-Соранда, тирә-яҡта
Ниндәй генә исем сыҡманы!
Һәр егетең – уйын сәсәге лә,
Һәр егетең – һуғыш суҡмары.
Туҙамы ул, әрме киткәндәме –
Дәртле халыҡ иҫәнгилделәр.
Хеҙмәттә лә, көрәш-бәйгеләрҙә
Ырымбурҙа алда килделәр.
Бейей инек, асыу килгән кеүек,
Беҙҙеңсә түгел, тип, быларҙа,
Үҙебеҙсә, иҫәнгилделәрсә,
Күрше ауылдарҙа боларһаҡ.
Килтереп-тереп-тереп баҫа инек
Ҡыҙҙарының сығып алдына.
Күпме егеттәре шул ҡыҙҙарҙан
Ауыҙҙарын асып ҡалдылар.
Күпме теш ҡойолоп ҡала ине,
Ҡай беребеҙ һынған танаулы,
Үҙебеҙсә – иҫәнгилделәрсә
шауҙы.
Берәү, бер кем тыя алмай ине
Иҫәнгилделәрсә йырлауҙы.
Һөйләшеүҙе, хатта иҫереүҙе,
Иҫәнгилделәрсә илауҙы.
Бөгөн, был беҙҙеңсә түгел, тигән
Күпме икән йәне ризаһыҙ?
Ысынлапмы, йәшлек йүләр булған
Һәм ихлас та булған низағы?!
Күңел ҡылым
Йәйҙе ары тотоп тора алмай,
Үрмәксе ауҙары өҙөлөп оса.
Күңел ҡылым!
Һин дәме, тартылып,
Өҙөлөргә генә тороусан?
Тормош ағышының ташҡындары
Ҡушылмаһа һинең көйөңә,
Тимәк, йәшәгәнмен мин көйөнмәй,
Тимәк, йәшәгәнмен һөйөнмәй.
Йәшәһәм мин, һине бер
тибрәлтмәй,
Гел аҡылға ғына таянып,
Тимәк, һуҡмағынан үтмәгәнмен
Тормош тигән текә ҡаяның.
Күңел ҡылым!
Ептәй ебемәй тор,
Ҡылыс һымаҡ үткер көйөнсә.
Аяуһыҙ ҙа ҡырҡып ваҡлыҡтарҙы,
Солғап алыр һине бөйөк сәм!
Рухһыҙ йәнгә
Күптәрҙең рухы бөлгән.
Йән аҫырап йәшәйеш.
Рухһыҙ йән ни атҡарһын?
Шул да булдымы, йә, эш?
Йүнһеҙ йүнәлешле илдең
Юлында рухһыҙ йән
Балаһын урыҫ итеүҙән
Кинәнес табамы, йәм?
Рухһыҙ йән ни атҡарһын?
Суҡыныуы ихтимал.
Һинең йәнеңдә – тынлыҡтыр...
Миндә – көрәш, ихтилал.
Башҡортса һөйләшкәндә
Мин башҡортса һөйләшкәндә,
Әйтерһең, атлы казак.
Туған тел һөймәүселәрҙе
Аттан тапата яҙам.
Юҡ, уларҙың ат өҫтөндә
Күргем килә сапҡанын.
Йөрәкһеп тойорҙар ине
Башҡорт ҡаны аҡҡанын.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ат егәмен арбаға.
Үҙәгемде тәмле һыулы
Туҡ-Сораным арбаған.
Мөхәмәтша Буранғол да,
Дауыт Юлтый, Агиш та
Бөтәһе лә шунан эскән,
Һыуҙары бер инештән.
Соран буйҙарынан үтһәм,
Юҡһынам, Бикбай, һине.
Башҡортостан был яҡтарҙан
Башланған булыр ине.
Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙары
Бер ҙә түгел миңә ят.
Иҙел буйҙарында йәйрәп,
Ата-бабам йөрөгән яҡ.
Мин башҡортса һөйләшкәндә
Ауылға ҡайтып барам.
Туған телдәр ҡалаларҙы
Яулар, тип хыялланам.
Ҡайтам да ҡарап ятамын
Әсәй яҡҡан усаҡҡа.
Мәңгелек менән һөйләшәм
Кеүекмен был осраҡта...
Читайте нас: