Байраммы, хәлдәр хайранмы,
Бында — Салауат Кәримдәр,
Һәр кем йөҙөндә — балҡыш.
Мин булғанға тейҙе, ахыры,
Бына — һырт! Һай, хозурлыҡ!
Туплап беҙҙе, хуплап беҙҙе,
Исемең дә, тыуған ауылым,
Ҡайғырмам, ҡаплап офоҡто,
Моң ҡеүәтен ерҙә Хаҡ Тәғәлә
Биргәндер ул башлап башҡортҡа.
Әҙәм түгел, хатта таштар миңә
Әйтә алмаҫ, һин, тип, шапыртма.
Даһилыҡтар, халҡым, йырҙарыңда,
Моңдарыңда рухың. Ойотма.
Ниңә ҡарар кәрәк Ҡоролтайҙан?!
Һин ут йотмаҫ инең, туған моңдар
Иң ҙур һабаҡ булһа балаңа.
Ауырлыҡҡа барын япһарып, һин
Ҡанбабалар рухы дауа һиңә,
Үҙеңде һин үҙең һауыҡтыр:
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауыҡтыр.
Ер йөҙөндә ҡайҙа тағы бындай
Һандуғаслыҡ менән бөркөтлөк?
Рухың алтындарын һаҡла, халҡым,
Ҡыла алмаҫ бер кем бер этлек.
Урал батыр бөрккән йәншишмәнән
Ҡотайғандай йәшел был ҡырҙар,
Йәҙрә ала алмаҫ тылсым итеп
Бирелгән бит һиңә был йырҙар.
Әҙәм түгел, хатта таштар миңә
Әйтә алмаҫ, һин, тип шапыртма,
Һынар өсөн, бәлки, Хаҡ Тәғәлә
Моң ҡеүәтен биргән башҡортҡа.
«Уйыл»ды ҡайһы берәү ят һүҙ
«Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа...»
Бер сәйерлек ята, уйлаһаң.
Ҡурайсылар — Тәңре ҡушҡанмы —
Тик бер заттан ғына борондан.
Дәрәжәһен тапмай ят көйҙәр,
Ҡурай йәне — башҡорт йырында.
Юҡ, был түгел сикләү, сикләнеү,
Салауат һуң нисә әсәнән?!
Һәр милләттә — шәхсән шөһрәттәр,
Ҡармау килмәй бер кем көсөнән.
Башҡаларҙың — башҡа асылы,
Асылдар ул — яуған ҡармы ни?
«Башҡорт ҡурайҙары булмаһа...»
Урыҫ ҡурайы ла бармы ни?!
Ҡурай!.. Һин бит нисә быуаттар
Йәндә — йәрәхәттәр имсеһе.
Юҡ, йырламаҫ аҫыл йырсылар.
Абдулламы, әллә Сөләймән,
Булмаһын тип йырҙың йыртығы,
Тыңлап тағы бөгөн «Уйыл»ды,
Бер ғорурлыҡ булып, йөрәктә