Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Апрель 2020, 23:03

Һөйөү менән һуғарылған ерҙең балсығынан һығылып бал сыға...

Килде бит моң...Уйламаған ерҙән уй(ы)лып индең,Көтмәгәндә килдең кәйелеп.Убып индең, үбеп индең йәнгә,Төпкөлдәргә тиклем йәйелеп. Йәйҙәремде һин йәмлерәк иттең,Көҙҙәремде көлдөрөк.Күңел ҡылдарымды көйләп ҡуйҙың,Үҙ көйөңә тура килтереп. Һин аяуһыҙ яулап алдың мине,Баш һалдырҙың ғәмле ғәскәргә.Донъя тотҡаһына әйләндерҙең,Сумдым инде йәмле хәстәргә. Йондоҙҙарға әйҙәмәнең бер ҙә,Баҫтырҙың тик һары балсыҡҡа.Һөйөү менән һуғарылған ерҙең,Балсығынан һығ(ы)лып бал сыға. Һинең миңә тындай кәрәклегең,Минең һиңә йәндәй кәрәгем.Гөжләп кенә торған умартаныңҒаиләбеҙ - бөртөк кәрәҙе. Урау-урау юлдар аша үтеп,Килде бит моң беҙҙең йөрәккә.Мөхәббәттең фәрештәһе анаКүмелеп ята ап-аҡ йүргәккә.

Килде бит моң...
Уйламаған ерҙән уй(ы)лып индең,
Көтмәгәндә килдең кәйелеп.
Убып индең, үбеп индең йәнгә,
Төпкөлдәргә тиклем йәйелеп.
Йәйҙәремде һин йәмлерәк иттең,
Көҙҙәремде көлдөрөк.
Күңел ҡылдарымды көйләп ҡуйҙың,
Үҙ көйөңә тура килтереп.
Һин аяуһыҙ яулап алдың мине,
Баш һалдырҙың ғәмле ғәскәргә.
Донъя тотҡаһына әйләндерҙең,
Сумдым инде йәмле хәстәргә.
Йондоҙҙарға әйҙәмәнең бер ҙә,
Баҫтырҙың тик һары балсыҡҡа.
Һөйөү менән һуғарылған ерҙең,
Балсығынан һығ(ы)лып бал сыға.
Һинең миңә тындай кәрәклегең,
Минең һиңә йәндәй кәрәгем.
Гөжләп кенә торған умартаның
Ғаиләбеҙ - бөртөк кәрәҙе.
Урау-урау юлдар аша үтеп,
Килде бит моң беҙҙең йөрәккә.
Мөхәббәттең фәрештәһе ана
Күмелеп ята ап-аҡ йүргәккә.
Зауыҡ
Йөрәктәрҙә сикһеҙ хыялдар бар,
Күңелдәрҙә – һанһыҙ сөңгөлдәр.
Йән дауаһын эҙләй һәр бер кеше
Күңеленә ятҡан шөғөлдә.
Күңел ятһа ғына ҡулың бара,
Ҡулдан килһә – күңел була көр.
Йәнәш барһа дәрт һәм дармандарың
Бәхет ҡошо ауға эләгер.
Дарман ғына етһен барыһына,
Дәрте генә етһен тағы ла.
Ә күңелдән йөрәкте ярһытып
Иҫ китерлек бер моң ағыла.
Әсә һөтө менән һеңгән шул моң
Юлдаш беҙгә ғүмер-ғүмергә.
Бик арманһыҙ булған саҡтарҙала
Дарманға ул бирмәй һүнергә.
Ҡанат ҡуя беҙгә таныш йырҙар,
Яңылары тыуа ҡуш булып.
Үҙ ерендә, үҙ телендә генә
Һайрай йөрәк йырсы ҡош булып.
Ҡаршы ел
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Ҡыланмаған өсөн кешеләр,
Тура ғына үҫмәй күңел гөлө,
Ҡыйыла ла шунда, ишелә.
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Йәшәмәгән өсөн һөйгәнем,
Һеҙ белһәгеҙ икән нисә тапҡыр
Хәсрәт битлектәре кейгәнмен.
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Йөрөмәгән өсөн балам да,
Телдәремде, хатта ҡулдарымды
Саҡ-саҡ ҡайсаҡ тыйып ҡалам да...
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Иҫмәгәнгә хатта шунда ел,
Әйтеп һалам да ул ҡайһы берҙә,
Теште шығырлатып: «Надоел!»
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Аҡмай ҙа ул минең уйым да.
Үҙ-үҙеңде еңә алмағанды
Ҡабул итеү бигерәк ҡыйын да...
Күңелем ҡалмаһы
Ыжғыр елгә бирешергә бирмәй,
Дауылдарҙа мине һаҡлаған
Дуҫтарыма бер ҙә әйтелмәгән
Рәхмәттәрем бар бит, һаҡлаған.
Уңай саҡты көткән, мәле сыҡҡас
Әйтеләһе матур һүҙҙәрем.
Йә иһә лә – аҙағыраҡ, тиеп,
Йә иһә лә – күргәс үҙҙәрен.
Ваҡытында яңғырамай ҡалып,
Аҙаҡ онотолған һөйөнсө.
Бүлешелмәй ҡалған ҡыуаныстар
Ҡатҡан, сәскә атҡан көйөнсә.
Күңел үҫтерерлек йылы һүҙҙәр,
Өндәшелмәй ҡалғас мәлендә,
Хәҙер инде йән көйөгө булып
Йәнгә ҡунған бер ҡорт хәлендә.
Минең аша әйтеп ебәреп тә,
Барып етә (а)лмаған сәләмдәр –
Күңелемдә ялбырашып торған,
Уңып бөткән әләм-һәләмдәр.
Йөрәгемде гел әрнетеп торған,
Эренләтеп торған шырауҙар –
Күңелемә шиктәр төшкәндә лә
Бирелмәйсә ҡалған һорауҙар.
Бәғеремде баҫып, хәлде алып,
Өйөлөшөп ятҡан таштармы?
Әллә күпме серҙе тотоп ята,
Китмәһен тип кеше баштары.
Үпкәләрем тулы үпкәләп тә,
Ҡуй әле тип ҡалған һауаға.
Әллә күпме алғыш ята унда,
Өндәшелмәй ҡалған дауаға...
Кәрәгенән ҡалғас, ятып ҡалғас,
Ҡулланмағас уны кәрәктә,
Хаҡы төшөп, осһоҙланып ҡалған,
Артыҡ йөк ул ҡомһоҙ йөрәккә.
Кипкән, ҡатҡан, тотонолмай ятҡан
Ул ҡалманы ҡайҙа итергә?
Һайлап ҡына әйтәм дуҫтарыма,
Йөрәгемә өмә итергә.
Мәл тотоу
Ҡайнай бәхет һурпаһы,
Алып ташла туртаһын.
Үҙ өлөшө – өмөтһөҙгә,
Өмөтлөгә – уртаһы.
Ҡоротлағыҙ, ҡоротлағыҙ,
Ҡоротларға онотмағыҙ.
Көслө була күрмәһен,
Күңелдәргә теймәһен.
Тамшанышып тәмләгәндәр
Ҡоро май бит тимәһен.
Ҡоро майҙы яратмайҙар,
Май ҡоро булмаһа ла.
Ҡоро май тиҙ бүктерә бит,
Сеүәтә тулмаһа ла.
Әсинәкәй, әсекәй,
Ипләп һемер, мәсекәй!
Сабырһыҙға бер ҙә йоҡмай,
Сабырҙыҡы – һайыҡмай.
Ҡайнай бәхет һурпаһы,
Ҡыҙҙар һөҙә туртаһын.
Һылыу ҡыҙҙар бәхетемде
Һөҙәм, тиеп, ҡурҡмаһын.
Ҡоротлағыҙ, ҡоротлағыҙ,
Ҡоротларға онотмағыҙ,
Татлы булһын, ҡотло булһын,
Ҡотортҡансы ҡотлағыҙ.
Йоҡа ғына һалма һал,
Услап-услап ал да һал.
Болғай-болғай һал да һал,
Һалды һалма, һалма һал.
Юҡты бар итә белеү –
Барҙы юҡ итеү түгел.
Тандыр янһын усаҡҡайың,
Таштырып ҡуйма, түгеп.
Усағыңда ут һүнер,
Шаштырып яҡһаң утыңды ­–
Ялҡынһыр һурпа, күмһер.
Әҙ яҡһаң – ҡалмаҫ күмер,
Көлдөксәлә ҡуҙ һүнер.
Ҡайнай бәхет һурпаһы,
Кәмемәһен, алығыҙ.
Һыуып тәме китмәҫ элек
Ауыҙ итеп ҡалығыҙ!
Онталмайым
Талҡан кеүек талҡынғанмын,
Талҡынған мин тирмәндә.
Йәшенергә мөйөш тә юҡ,
Тирмәгенәң – төрмәм дә.
Түп-түңәрәк күңелкәйем
Йомарланған тоҙҡушып.
Йәшен һыҡтырырға була,
Майҙай йомшаҡһүҙҡушып.
Һары майҙа тасҡылғанға,
Ҡояш булып күренәм.
Ҡояш булып күренһә лә,
Күңелдәрем күмһегән.
Күмһегән һин күпһенгәнгә,
Остоҡ йөрәк йылыһын.
Таҙарына алыр бәлки,
Әйҙә буҙлап илаһын.
Ҡояш итергә теләмәй,
Яһаныңһоро талҡан.
Онталмайса офоғоңда
Түңәрәк булып ҡалҡам.
Онталмам, тик онота (а)лмам,
Йән өшөткөс һүҙҙәрҙе.
Кире юллайалырбыҙмы
Бер юғалтҡан үрҙәрҙе...
Белһәң...
Бер ни белмәй, бер ни тоймай торған,
Бәхетлеләрҙән һин – бәхетлем.
Көтөүҙәрҙең ауырлығын белһәң,
Көттөрмәҫ тә инең, был хәтлем.
Ә мин көтөп бәғерҙәре ҡатҡан,
Бер таш һындай ғына ҡурсаҡмын.
Зарығыуҙарҙың ауырлығын белһәң,
Зарыҡтырмаҫ инең шул саҡлым.
Өҙөлөүҙәрҙең ос-моттарын тойһаң,
Өҙөлдөрмәҫ инең был тиклем.
Һәр нәмәгәһылтау таба торған,
Һылтаҡлыларҙан да һин һылтаҡлы.
Ташламайса тартып алып килгәс,
Өмөттәрем инде бер сана.
Һағыныуҙарҙың ауырлығын белһәң,
Һағындырмаҫ инең был сама.
Нихәл итеп һиңә күренәйем,
Нисек бар булайым, беленәйем.
Күңел ҡылыңҡалай сыңғырлатып,
Ҡалай күҙҙәреңә эленәйем.
Уҡһыҙ һаҙаҡ
Уҡһыҙ ҡалған һаҙаҡ,
Уҡһыҙ һаҙаҡ.
Аҡылына килә аҙаҡ,
Ҡала баҙап.
Күпме хыялланған шул минутты
Ысынбарлыҡта килеп кисергәндә,
Көткән тантананың ләззәттәрен
Татый алмай ғазап кисергәндә,
Бушлыҡ күреп зәңгәр һауаларҙа,
Үкенестәр – маҡсат урынында,
Саңҡ-саңҡ итеп бөркөт йән биргәндә,
Ҡып-ҡыҙыл ҡан ап-аҡ яурынында...
...Ымһындырмай хәҙер ул киңлектәр,
Асылһа ла күпме мөмкинлектәр,
Уҡ тигәне булған әллә ҡаҙаҡ,
Хыялдарын ергә ҡуйған ҡаҙап.
Уҡ тигәне булған икән ҡараҡ.
Нисек юл ҡуйған ул шуға,
Ҡайҙа ҡарап?
Уҡһыҙ ҡалған һаҙаҡ,
Уҡһыҙ һаҙаҡ...
Кем инде ул уҡһыҙ?
Булған да һуң харап.
Кершәндәре бүтән тартылмаҫ,
Хыял тәме бүтән татылмаҫ,
Уның уғы башҡа атылмаҫ,
Һаҙаҡ башҡа осһоҙ һатылмаҫ,
Алдаҡсы бер өмөт ярпыһына...
...Осоп ҡына киткән яртыһына
Эйәрер ҙә ине бәлки,
Аяҡ-ҡулы уның бәйле,
Үҙ-үҙенә.
Үҙе үҙен тотоп тора,
Отоп тора.
Йәндәренә үтеп кергән –
Кершән.
Шул бығауҙан ҡотолһа ул
Биле турайып уҡ буласаҡ.
Хыял арттарынан осоп
Юҡ буласаҡ таһа, юҡ буласаҡ.
Хыялһыҙ булһа ла әле
Бар былай.
Анда-бында эшкә аша,
Эшкә барғылай.
Һаҙаҡ үҙен ана шулай
Юхалай.
Әй, шулай ҙа...
Ҡуй, ҡоторма,
Юҡ, малай...
Уҡаһы ҡойолмаһа ла,
Уғы юҡ саҡта,
Атылырҙай була ҡай саҡ
Янған усаҡҡа.
Читайте нас: