Ағиҙел
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
29 Февраль 2020, 17:36

Әсәй тураһында өс иң матур шиғыр

#Ағиҙелжурналы #Шиғриәт

Әсәм ҡулдары
Аямағас донъя сабый саҡты,
Ун етелә мине тапҡанһың да,
Мин етелә — Шартау битендә —
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ…
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?
Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә.
Моңланып бер кәкүк саҡырғанда,
Үҙең янып бирҙең салғымды.
Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры
Үҙ салғымда уйнап сағылды.
Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй,
Көлөмһөрәп минең һелтәүгә,
Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп,
Юнле сапмаһам да мин тәүҙә.
Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин:
«Тарыраҡ ал,— тинең,— алдыңды,
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай,
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..»
Һыуҙай алып китте кескәй салғым,
Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды.
Ысыҡтары тамғас мөлдөрәшеп,
Улар илашҡандай тойолдо…
Һин һоҡланып ҡарап тора инең
Артта ҡалған йәшел эҙемә.
Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны
Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә:
«Атайың да шулай саба ине —
Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..»
Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе,
Юҡ ине ул, яуға киткәйне…
Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы
Кескәй генә хеҙмәт юлымдың.
Ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле
Алтын икәнлеген ҡулыңдың!
Рәми Ғарипов.
* * *
Бөгөн, әсәй, һине төштә күрҙем:
Һағыш баҫҡан ине йөҙөңдө,
Сумған инең уйҙар даръяһына,
Тәҙрәгә текләп күҙеңде.

Әллә, әсәй, сырхап тораһыңмы,
Бошоп тора мәллә эскәйең?
Йыуатырға һине ниндәй генә
Һүҙ табырға икән, әсәйем?!

Һағышыңды һыпырып алыр инем
Сал сәсеңде һыйпап, ҡулыңды...
Араларҙа саҡрымдар ята, –
Тауҙар юлы арбай улыңды.

Тормош, гүйә, ошо тауҙар кеүек:
Әйләнһәң дә ҡая ҡошона,
Хәүефтәрҙән ҡурсып, уттар йотоп,
Һинең өсөн әсә бошона.

Ирҙәр алмаҫ үрҙәр юҡ донъяла, –
Тейгәндә лә башың болотҡа,
Моңһоу күҙен тәҙрәгә төбәп,
Әсәй көткәнлеген онотма!

Бөгөн, әсәй,
һине төштә күрҙем...
Салауат Әбүзәр.

* * *
Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!

Фирүзә Абдуллина.