Ағиҙел
+20 °С
Ясна
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Ноябрь 2019, 15:34
Ярыш таяғы.
Эстафета ғәҙәттәре Һалды бик сәйер уйға: Ниңә аяҡтар яулаған Еңеүгә таяҡ хужа?
Ҡарап торҙом, ҡыҙыҡ күреп,
Егеттәр ярышыуын,
Үҙҙәренең, туҡтамаҫтан,
Таяҡтар алмашыуын.
Йән фарман сапҡан сағыңда,
Ҡайһы саҡ оса таяҡ,
Эләккән ерҙән ысҡына,
Әллә ҡуйылған майлап?
Ҡулың буш булһа, сиктәрҙе
Үттең ни, үтмәнең ни.
Еңеү даулап, ҡара ерҙе
Үптең ни, үпмәнең ни.
Ҡарап тороп был кәмиткә,
Уйға киләм, баяғы:
Беҙҙең ғүмер – ошо уйын,
Балаң – ярыш таяғы.
Читайте нас: