Ағиҙел
-9 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Август 2019, 17:47
Ҡәләмдәш ҡыҙҙарыма
Ҡарындаш та түгелбеҙ,Ауылдаш та түгелбеҙ,Илһамиә ғәмиәгә Һәр беребеҙ үкелбеҙ.
ҠӘЛӘМДӘШ ҠЫҘҘАРЫМА
Ҡарындаш та түгелбеҙ,
Ауылдаш та түгелбеҙ,
Илһамиә ғәмиәгә
Һәр беребеҙ үкелбеҙ.
Илһамиә ғәмиәнең
Үкел иткән ҡыҙҙары,
Берәм-берәм йыһан сығып
Моң тирә яңғыҙҙары.
Йыр юлағын эләктереп
Яңы семәр һалғанда,
Күңелдәр генә күрешеп
Ҡалалыр юлайҡанда.
Киҫешмәһә – киҫешмәйҙер
Ер өҫтөндә эҙебеҙ.
Тегендә, йыһан эсендә
Йөрәктәш беҙ үҙебеҙ.
Бер ҡунаҡта серҙәш булып
Гел ултырмайбыҙ бында.
Осрашабыҙ, ҡәҙимгесә,
Шиғыр бешкән табында.
Илһамиә инәй йәйгән
Ашъяулыҡты уратып,
Көндәштәрҙәй, ғүмер иткән,
Бер батырҙы яратып,
Ултырабыҙ таң атҡансы
Бер таҡтаға теҙелеп.
Кем керпегенә төшөр тип
Моң тамсыһы өҙөлөп.
Һанамайбыҙ ижад өсөн
Түләнгән ғазап хаҡын.
Бер йыһандан йондоҙ тиргән,
Йәнебеҙ генә яҡын.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?