Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
22 Июль 2019, 11:44

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.БЕР БЕРЕБЕҘ ӨСӨН ЯРАЛҒАНБЫҘ

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА: "БЕР-БЕРЕБЕҘ ӨСӨН ЯРАЛҒАНБЫҘ" ҺӨЙӨҮ ЙЫРЫ Бер-беребеҙ өсөн яралғанбыҙ, Яралғанбыҙ Ерҙә Һөйөү булып. Һинең барлығыңды тойоуҙан да Йөрәккәйем балҡый Ҡояш булып. Һөйөү бит ул, донъя яралғанда, Күктән Ергә төшөрөлгән аят. Һин яратһаң, мине был ерҙәрҙә Һөйөү йыры ғына итеп ярат. Бер-беребеҙ өсөн яралғанбыҙ, Күктә ҡушылған бит йәндәребеҙ. Бер-береһен тапмай, ҡай ерҙәрҙә Йөрөй икән бына тәндәребеҙ? Бер-беребеҙ өсөн яралғанбыҙ, Мин ышанам һаман осрашыуға. Фатихаһын Күктәр бирер әле, Күктәр риза беҙҙең ҡауышыуға. Һөйөү бит ул, донъя яралғанда, Күктән Ергә төшөрөлгән аят. Һин яратһаң, мине был ерҙәрҙә Берҙән-берең генә итеп ярат. Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы. ---- Дауамын сайттан уҡығыҙ:


ТӨШӨММӨ БЫЛ, ӨНМӨ?..
Төшөммө был, өнмө? Миңә тиеп
Тиреп кенә йондоҙ алып бирҙең.
Мин – фәрештә, имеш, һинең һының
Алып батырылай ине Ерҙең.
Рәхәтлектән иҙрәп, йондоҙ ирей,
Устарыңда сайҡалғанда Йыһан.
Гонаһ булыр бөгөн ҡуйыныңа
Сумыуҙарҙан үҙ-үҙемде тыйһам...
Шаршауҙарын Күктең асайыҡ та,
Әйҙә, остоҡ минең Йыһаныма!..
Үкенмәҫлек булһын был гонаһлы
Ерҙе йәшем менән йыуғаныма.
Әйҙә, остоҡ! Исмаһам, бер тапҡыр
Ер әйләнһен тик икебеҙ өсөн.
Зыр әйләнһен! Ә беҙ бер татыйыҡ
Ер-Күкте бер иткән һөйөү көсөн.
Башы әйләнһен дә, Оло Йыһан
Иҫәп-хисабында ул яң(ы)лышһын.
Беҙҙе күреп, Ҡояш оялһын да
Сыҡмайыраҡ торһон, аймылышһын...
Бөгөн Ерҙең нимә туйлағанын
Фәрештәләр күрҙе – Йыһан белә.
Алып батыр устарында берәү
Иркәләнә бирһен иҙрәп кенә...
ОСҠОН ЙӘНДӘРЕНДӘ...
Ҡар өҫтөндә икәү усаҡ яҡтыҡ,
Иҫеңдәме мөғжизәле шул төн?!
Ап-аҡ тулҡын... Донъя зыр әйләнә,
Ай ҙа китек түгел, ул – бөп-бөтөн!
Түп-түңәрәк!
Ер ҙә, шул ай кеүек,
Түп-түңәрәк кенә, бер йомарлам.
Уй уйлауым булыр – ҡулдан төшөп,
Тәгәрәп китер төҫлө һаҡһыҙ баҫһам.
Ялҡын теле күккә ни һөйләйҙер,
Осҡон йәндәрендә – минең йәнем.
Йөрәк ошо усаҡ ише генә
Лебер-лебер...
Яна йәнем-тәнем...
Устарыңда усым өтөлә бит,
Саҡ-саҡ түҙеп торам...
Ана, ана!..
Айҙы әйтәм, башы әйләнгәндер,
Тәгәрәне беҙгә табан, ана!..
Ҡулдар ҡулдан ысҡынғайны –
Ҡапыл (!?)
...Аяҡ аҫтарында юғалды ер.
Айҙың бөгөн ниңә кителгәнен
Ҡар өҫтөндә янған усаҡ белер.
Көлә-көлә ҡарға күмгән саҡта,
Мурт уйылды баҫып торған урын.
Ыңғырашты меҫкен усаҡ шул саҡ,
Һүндерҙеләр, тиеп, Йыһан йырын.
СЫРАҠ
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ,
Бер янмаһа, бер яныр.
Халыҡ әйтеме.
Бер сырағымды һүндерҙең,
Хәҙер мин – етмеш һигеҙ.
Ҡушарлап яна ҡалғаны,
Булғандар улар игеҙ.
Мин һинең өсөн дә янам,
Хәҙер мин – етмеш һигеҙ.
Бере янып, бере һүнмәй,
Яна улар тип-тигеҙ.
Һүнгәнен дә ташламаным,
Алып ҡуйҙым төпкәрәк.
Ул ҡабат тоҡанһын өсөн
Һинең яныуың кәрәк.
Күргең киләме күгемдең
Баҙлағанын яҡтыраҡ?
Һыңарына тиеп һаҡлап,
Устарын, ҡуҙлы көйөнә,
Йомғайны теге сыраҡ
АЙҺЫҘ ТӨНДӘ
Айһыҙ төндә Күктәр кисерәлер
Минең кисергәнде.
Иҫләмәйем бер ҙә ҡара төндә
Ерҙә иҫергәнде.
Ерҙә, ҡараңғыла, ҡуйыныңда,
Икәү генә саҡта.
Ялбарғанды ғына хәтерләйем:
“Раббым, беҙҙең хаҡҡа...
Яҡтырта күр, тиеп, донъяларҙы
Ҡотҡар шик-шөбһәнән.
Гонаһтарым булһа, кисер мине,
Эй, Раббым, үтенәм...”
Күк тә ялбаралыр кеүек шулай,
Ярлыҡауҙар һорап.
Аңла һин дә минең хәлдәремде,
Күк хәленә ҡарап.
Баш осоңда ай булмаһа, ана,
Донъяң дөм-ҡараңғы.
Ай юғалып торалыр ул, бәлки,
Күрмәҫкә яраңды.
Ерҙә, ҡараңғыла, япа-яңғыҙ,
Күктә хатта Ай юҡ.
Күккә үрһәләнгән йөрәгемде
Саҡ торам мин тыйып.
ҠОЯШ БАРЫН БЕЛӘМ...
Болот ҡуйырған була ла,
Мин беләм ҡояш барын.
Йәйғор тоташтырыр әле
Йылғаның ике ярын.
Һин күперҙән йүгерерһең,
Мин – йәйғорҙоң аҫтына.
Нурҙарында ҡойонорға,
Йылынырға саҡ ҡына.
Юғиһә шыҡһыҙ болоттар
Өлгөрҙө күшектереп.
Үҙең дә оҙаҡ көттөрҙөң,
Көттөрҙөң өшөттөрөп.
Ярҙарҙы тоташтыра тор,
Саҡ ҡына йылынайым.
Көйәҙ ҡыҙ булған булайым,
Әҙерәк ҡыланайым.
Булмаһын, тим, яр менән яр
Айырмаһын һиҙерлек.
Йылғаның башы шулай ҙа
Барып баштар эйәрлек.
Ярҙар тоташһын, тип, йәйғор
Нурҙан күпер һалалыр.
Йылға башланған ер, ана,
Ҡул һуҙымы аралыр.
Офоҡ ситенә үрелһәм,
Ҡояшҡа етә буйым.
Ҡояштың юлын бүлмәйем,
Офоҡтоң беләм уйын.
Ер менән Күк ҡауышҡанда,
Һаташа икән Йыһан.
Ҡояшҡа йәнәш баҫыуҙан
Мин үҙемде саҡ тыям.
Тәмдәрен татығаным бар
Иреп юғалыуҙарҙың.
Һыҙланыуҙары ла таныш
Күмергә ҡалыуҙарҙың.
Офоҡ ҡуйынына сумып,
Ана, ҡояш иреһен.
Офоҡ менән ҡауышыуҙан
Ҡыҙарыптар йөрөһөн.
Бер офоҡто әүрәтә лә
Сума икенсеһенә.
Хыянат ҡыҙарта микән
Әллә беренсеһенә?
Офоҡ белә ул ҡояштың
Таңда сығып шылырын.
Мин юғалһам офоғоңдан,
Һин нимәләр ҡылырһың?!
Ғәлиә Кәлимуллинаның “Ғүмер ярҙары”, “Өҙәрем юл”, “Ҡышҡы йәйғор”, “Йыуаныс”, “Йән һағында...” исемле шиғырҙарын “Ағиҙел”дән уҡығыҙ.
“Ағиҙел”дең 7-се һанында (2019) баҫылды.

Читайте нас: