Ғәфү ит, дуҫ, оҙаҡ тора алмайым,
Һәм ғәфү ит, дуҫҡай, ҡәбереңде
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы
Йондоҙ-фәлән яһап ҡуйманыҡ.
Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды.
Һәм һин – һалдат – уны аңларһың: Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Залп бирмәнек, һиңә тигән залптар
Һеҙ ҡорбандар өсөн иң ҙур һәйкәл –
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.