Тулҡындарҙың ярға һикерер мәле,
Бейеп китер мәле гөлдәрҙең.
Тик хыялдай ошо минутта ла
Өҙөләлер. Мин дә баҡтым тетрәп,
Был тауҙағы изге таштарға.
Күрһә икән, күрһә ошо яҙҙы
Таштар аҫтындағы башҡайҙар.
Алтын менән алтын исемдәрҙе
Уйып яҙған дуҫтар ҡәҙерләп;
Кем һин, йәнем, Салидә Солтанова?
Яуап бирмәй ләкин ҡәберҙәр.
Баш осонда күпме тюльпан яна,
Гүйә, торҙом утҡа табынып.
Дөрләп китте мәллә улар шулай
Һинең йөрәгеңдән ҡабынып?
Кем һин, йәнем, Салидә Солтанова?
Ниндәй моңдар һине оҙатты.
Ниндәй һыуҙар эстең. Ҡайһы яҡтың
Алһыу таңдарына күҙ аттың?
Туйғансы бер тыңлай алдың микән
Гармун моңон, сихри ҡурайҙы.
Баҡсы, баҡсы бынау тюльпандарға,
Яҙғы донъя ниндәй ҙурайҙы!
Шул донъяла исемең бар, Салидә,
Үлән, ағас йә ҡош шикелле.
Ошо ҙур яҙ һинең рухыңдыр ул,
Шуғалыр ҙа яҙҙар һөйкөмлө.
Бер минме һуң бында телһеҙ ҡалған...
Шундайҙарҙың кереп хәленә,
Был Ер үҙе тюльпандары менән
Шиғыр яҙған һиңә, Салидә,
Күрсе, йәнем, Салидә Солтанова!..