Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
9 Май 2019, 02:01

Хәким ҒИЛӘЖЕВ Ватанымдың йөрәк ялҡыны

Хәким ҒИЛӘЖЕВВатанымдың йөрәк ялҡыны(Госпиталдә саҡта)Аңды юйып яра һыҙлағанда, Кипкәндә лә хатта електәр, Һынмай торған тимер ихтыярымды Мин Ватаным тиеп йөрөтәм.

Ҡаршымдағы ике тәҙрәнән
Үтеп ингән көндөң яҡтыһы,
Илһам нурын миңә килтергәндә
Хистәремдең тәүге сатҡыһын.
Күпме дәрте булһа йәшлегемдең,
Күпме ҡеүәт булһа йөрәктә,
Бөтәһен дә, бөтә ғүмеремде
Мин Ватаным тиеп йөрөтәм.
Повязкала ятҡан аяҡтарым
Тоймаһа ла ҡарҙың һалҡынын,
Тоям: палатаға үтеп инә
Ватанымдың йөрәк ялҡыны.
Читайте нас: