Салауат ӘБҮЗӘРҙән шиғри күстәнәс!
Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит,
Ҡарап торһаң донъя йәменә...
Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит,
Ҡарап торһаң донъя йәменә:
Һары толомдары ишелеп төшкән
Ҡайындарҙың ап-аҡ тәненә.
Тәүге тапҡыр ғашиҡ булған кеүек
Эх, үрмәксе һуҙған көмөш ҡылға
Бармаҡ менән сиртеп уйнарға!..
Бер минме ни шулай иҫергән йән
Күпме ғашиҡ, ана, япраҡ итеп,
Һибеп киткән йөрәк телемен.
АЛАДДИН ШӘМЕ
Теләктәреңде үтәрмен,
Һин әйт кенә, йәме!
Минең күкрәгемдә ята
Аладдин шәме.
Бар теләгең ҡабул булыр,
Мин - ҡолоң һинең!
Йөрәкте асып сығарҙың
Мөхәббәт енен...