Октябрҙең һуңғы көнөндә әсәйем Һаҡмарова Зәйнәп Әхтәм ҡыҙы тыуған. Ул 1941 йылғы. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан. 41 йыл һауынсы булып эшләне. Бер ҡыҙ (Маһикамал), һәм бер ул үҫтерҙе. Йәшләй генә тол ҡалған... Йәнә, һуғыш йылы балаларына хас булғанса, атаһын күрергә насип булмай уға. Бары “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хатты ҡәҙерләп һаҡлай ине, 70 йылдан һуң ғына олатайҙың ҡайҙа ерләнгәне билдәле булды.
Әле лә тормошҡа зарланмай, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, өйрәк-ҡаҙ аҫырап, һәүетемсә генә йәшәп ята.
Тыуған көнөң менән, әсәй!
Әсәйемдең бөгөн тыуған көнө,
Шуға лайыҡ бүләк эҙләйем.
Нимә генә һиңә һайлаһам да,
Бары һаулыҡ ҡына теләйем.
Нәҫел ағасыбыҙ ботаҡлана,
Шау-гөр килеп бергә йыйылышһаҡ,
Килеп сыға матур бер ғаилә.
Ролдәрең дә байтаҡ: һин – ҡартәсәй,
Һин – өләсәй, әсәй һәм ҡәйнә.
Әсәйемдең бөгөн тыуған көнө,
Балаларың теләй бәхеттәр.
Әйҙә, әсәй, урыныңды билә
Үҙең ҡорған алтын тәхеттә!
Һаҡмаровтар ғаиләһендәге байрамға "Ағиҙел" журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушыла.