Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
15 Октябрь 2018, 11:59

Римма ҒӘЛИМОВА. Ишембайым – күңел түрҙәремдә... Шиғырҙар. "Ағиҙел", № 9.

Римма

ҒӘЛИМОВА
Римма Ғәлимова 1963 йылдың 22 июлендә Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. 1995 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре.

“Тәҡдир”, “Мин – Юрматы ҡыҙы”, “Урланған бәхет” тигән китаптары донъя күрҙе.

Ишембайым – күңел түрҙәремдә,

Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!


Йәнырыҫ

Тыуған яҡтың елдәре лә йылы,

Һағынғанда һине, Йәнырыҫ.

Ауылдаштар килеп күрешкәндә,

Йөрәк дөп-дөп тибә, йән тыныс.

Мәңге бөтмәҫ донъя мәшәҡәте

Егәнде лә урап үтәме?

Ҡалаларға китеп аҙашҡанды

Атай йорто ғына көтәме?

Бәрәкәткә тулы тыуған ерем,

Һинән алдым илһам, йән-ырыҫ.

Ишембайым – күңел түрҙәремдә,

Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!


Мин – Юрматы ҡыҙы

Мин – Юрматы ҡыҙы. Башҡорт ҡаны –

Нәҫелемдән килгән ғорурлыҡ.

Туған телем, ғөрөф-ғәҙәттәрем

Тарих менән бәхәс ҡорорлоҡ.

Буш вәғ(ә)ҙәләр мине ярһытҡанда,

Торатауға барып һыйынам.

Бәғерҙәрем ҡатҡан саҡтарымда

Ағиҙелгә төшөп ҡойонам.

Бөтә донъя тигеҙ үлсәнерҙәй

Ғәҙеллекте кемдән һорайым?!

Дәүләт бәхәстәре арытҡанда

Күңел тыныслығы – ҡурайым!


Рухым һынмаған

Донъяларҙа минең байрам бөгөн –

Кәрәк түгел алтын тәхетең.

Күктең ҡабаҡтары асылғандай,

Ишелеп тә төштө бәхетем.

Күк төйөнгә төйнәлмәгән бәхет

Елеп килде ваҡыт атында.

Ул осоҡлап ташланмаған булған

Ете юлдың таҡыр сатына.

Күңел көлдән гөлгә әйләнде бит:

Яҙмыш ваҡытлыса һынаған.

Көрәш майҙанының уртаһында

Сыныҡҡанға рухым һынмаған.

Ҡәләм менән ғаләм гиҙеп киләм –

Бөтә донъя изге теләктә;

Алтын алҡа ике ҡолағымда,

Ҡуш беләҙек нескә беләктә…

Ваҡытымдың ҡәҙерҙәрен беләм

Менгәнемдә бейек тауҙарға,

Бысаҡ менән кейеҙ киҫер сағым

Хаҡлыҡ өсөн барған яуҙарҙа.

Тайпылдырма яҙмыш ошо юлдан

Терәлгәндә текә тауҙарға,

Илем, халҡым, телем өсөн барған

Яуҙарыңда ғына ауҙарма!


Ишембайым

Вәлидиҙең кендек ҡаны тамып,

Ергә һеңгән төйәк, Ишембайым.

Шул быуаттың тояҡ тауыштарын,

Ҡылыс сыңын тоям аҙым һайын.

Йәшлегемдең бәйһеҙ тайы ҡалған

Сауҡалыҡлы төйәк, Ишембайым.

Ҡайғыларым Егәнемдә аҡты,

Болоноңда үҙем – яңғыҙ ҡайын.

Һин бит йырҙарыма фатиха ла,

Юлдарымда – ҡояш, тулған айым.

Йәнырыҫ – Ғүмәр араларын бергә

Тоташтырған төйәк – Ишембайым.

Башҡортостан тигән илем барҙа,

Тыуған яғым – уның елек майы,

Ватанымдың иң ҙур хазинаһы –

Хозурҙарҙан-хозур Ишембайым.


Еңеүсегә

Бармаҡ менән һанар һанға еткәс,

Артты һеҙгә һуңғы ихтирам.

Еңелгәндәр һеҙҙән яҡшы йәшәй –

Кисер беҙҙе, зинһар, ветеран?!

Күптәрегеҙ гүр эйәһе булғас,

Хәстәр күргән илгә ҡаш төйәм…

Мин үҙем дә еңеүсегә түгел,

Һәләк булғандарға баш эйәм.

Тол ҡатындар, етем балаларҙың

Яҙмышына хайран ҡаламын,

Һеҙҙең бөйөклөккә һәйкәл һалып,

Биҙәр инем байрам яланын.

Һаулығығыҙ бөтөп, ғәрип ҡалғас,

Һуңлап артты һеҙгә ихтирам…

Еңелгәндәр һеҙҙән яҡшы йәшәй –

Кисер беҙҙе, зинһар, ветеран!

Торатауһыҙ ҡалһа донъялар…

Йөрәгемде эстән һулҡылдата,

Торатауым, һинең яҙмышың,

Ҡуҙғатып та тауҙы, алмайыҡсы

Ата-бабаларҙың ҡарғышын.

Халҡым ғорурлығын аҫҡа һалып

Тапатмайыҡ сеймал хаҡына.

Ҡомартҡыны яҡлап, сик ҡуяйыҡ

Томалана барған аҡылға.

Ил ҡеүәте – мәғрур ҡаяларҙа,

Ил байлығы – ғорур тауҙарҙа.

Еребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн

Ҡорал алып, сығам яуҙарға.

Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан көслө –

Олатайҙан ҡалған аманат.

Аяҡ терәп тауҙы яҡлағанда,

Сыҡһа сыҡһын беҙҙең яманат.

Башҡортлоғом йөрәгемдә булғас,

Ғәҙел юлды үҙем һайланым.

Торатауҙы ҡара болот ҡаплай,

Итәгендә – көрәш майҙаны.

Ут-ғәрәсәт илде ялмағанда,

Йәнем йәһәннәмгә ашҡына.

Торатауһыҙ ҡалһа был донъялар,

Ер бит күсәренән ысҡына.


Еләк тәме һеңгән ергенәм!

Ҡыҙарып та бешкән еләк булып

Зиһенемә үтә елбәҙәк йәй.

Өҫтәл уртаһында – еҙ самауыр,

Еләк ҡағы менән, эй, тәмле сәй.

Ғәзиз ергенәмдең бесәнлеге,

Хуш еҫтәре аңдарыма һеңгән;

Тыуған яҡҡа ҡайтып, илар инем,

Утҡайҙары уның күптән һүнгән…

Нигеҙ ташы кемдәр ҡулындалыр,

Егән һыуҙары ла ҡороғандыр.

Еләк һатҡан ҡатындарға ҡарап,

Тыуған яҡты үлеп һағынамдыр.

Ҡалалағы ҡарға ҡарҡылдауы

Эҫе йәйҙә тамам ялҡытҡанда,

Ҡайын еләгенең һутынан да

Эске донъям минең балҡып ҡала.

Ҡыҙарып та бешкән ер еләген

Ҡайтып ҡына йыйыр саралар юҡ.

Үткән менән бөгөнгөмдө ҡушып,

Тоташтырыр ғына аралар юҡ…

Еләк тәме һеңгән ергенәмдең

Яйлап ҡына арта ҡәҙерҙәре.

Килмешәккә күскән тупраҡ-ерҙәр

Тайфун булып өтә бәғерҙәрҙе.


Һағыш

Йәшәүҙең бит матур яғы ла бар:

Ҡоштар һайрай йәйге иртәлә,

Рәхәтлеккә сыҙай алмағанда,

Һин иркәлә мине, иркәлә!

Маңлай күҙем һуҡыр булғанда ла,

Донъя хозурлығын күрермен.

Һин дөрләткән утты тыныс ҡына

Ҡояш байыуында һүрермен.

Ҡыңғырауҙар сыңы ишетелә,

Йәшлектәнме килә был тауыш?!

Йәшәүҙең бит матур яғы ла бар,

Әллә ҡайҙан килә был һағыш…

Ошо һағыш йырҙарыма күсеп,

Үҙәк өҙөр булып һуҙыла;

Һиҙәһеңме, йәнем, әкрен генә

Минең ғүмер һинһеҙ уҙыла.

Ваҡыт үтер, Ер йөҙөндә ҡалмаҫ

Беҙҙең мөхәббәттең ҡуҙы ла…


Һағынам

Йәйҙәр еткәс, еләк тәме һеңгән

Елдәр иҫһә ауыл яғынан,

Егән буйҙарында көмөш һыуҙа

Кер сайҡаған ҡыҙҙы һағынам.

Көҙҙәр етһә, төштәремә кереп,

Аҡҡоштарым ҡанат ҡағына,

Һауаларға ҡарап, ҡул болғаған

Көйәнтәле ҡыҙҙы һағынам.

Ҡыштар етһә, пар аттарҙа елеп,

Уйым ҡайта тыуған яғыма:

Ҡапҡа алды… Аҡ мендәргә баҫҡан

Аҡ күлдәкле ҡыҙҙы һағынам.

Йылдар үткән һайын, хәтирәләр

Урап ҡайта ауыл яғынан,

Һин ташлағас, бәпес тотҡан килеш

Илап ҡалған ҡыҙҙы һағынам.

Үкенестәр үтте, һағыш ҡалды –

Аҡ биләүҙә һөйөү яңынан…

Арба юлы буйлап, улым менән

Ҡайтып киләм тыуған яғыма.


Бәхет

Илап уянған бар йоҡоларҙан:

Үкенестәр быуа, йәш әрәм,

Икәү генә белгән бәхетемә

Күҙ теймәһен, берүк, йәшерәм.

Шөкөр итәм, һиңә китеп барам,

Яна-яна ялҡын эсендә…

Килеп еткәс кире бороламын –

Һин иҫемдә минең, иҫемдә!

Һөйләгәндәр һөйләй бирһен, әйҙә,

Гонаһтарҙы беҙҙең кәметһен!

Ни тиһәң дә, ғәмһеҙ донъяларҙа

Яҙмыш бүләк иткән бәхет – һин!

Бәхет ҡыҫҡа, ваҡытлыса була,

Ҡайғыларҙа кеше һынала.

Йөрәк кенә белгән серҙәрем бар

Икәү генә булған донъяла.

Кемдәр миңә нахаҡ бәлә яҡты,

Кемдәр арттан һөйләп кәмһетте?

Хоҙай миңә башҡа яҡлап бирә

Кәрәгенән артыҡ бәхетте.


Урланған бәхет

Йәнеңде тәнемә ҡуштым –

Йән өрҙөң тәндәремә,

Һин булғанда үпкәләү юҡ

Болотло көндәремә,

Шөкәтһеҙ төндәремә.

Урланған бәхетем шулдыр:

Хәҡиҡәткә төшөнәм.

Көмөштәй ҡойолоп төшөп,

Ҡулдарымды һуҙмаҫ инем

Бүтәндәр өлөшөнә…

Өлөшкә төшкән көмөшөм

Алтындан ҡәҙерлерәк,

Урланған бәхет булһа ла,

Шул көмөштө күрер өсөн,

Яңғыҙлыҡты “күмер” өсөн,

Ете төндөң уртаһында

Һүнергә әҙер йөрәк.


Аманат

Йөрәккәйем, гүйә, шымған усаҡ,

Баҫҡан мәшәҡәттән ҡотолған саҡ:

Киләсәккә ихлас ышанған саҡ,

Боғаҙымда төйөр йотолған саҡ.

Аҙашманым, тик тормошта һулдан,

Миңә тигән юлдан бүтән уҙған,

Көмөш өлөшөнә ҡулын һуҙған,

Шуға һуҡмағымды баҫҡан туҙан.

Ярһыу мәлдә мөхәббәткә һыуһап,

Йәшкә тулған күҙҙәремде ыуһам,

Ағым һыуҙа михнәт керен йыуһам,

Әйтерһең дә, өр-яңынан тыуам!

Йөрәгемдең һалҡын боҙо, ҡуҙғал,

Шул урынға, аҡ толпарым, ҡуҙ һал!

Эске тауыш әйтә: “Көслө булһаң,

Киләсәккә алдан барып күҙ һал!”

Ең һыҙғанып барам бөгөн дә мин,

Ҡаршылыҡҡа ғына бөгөлмәм, тим,

Юлды кире бормам, сигенмәм мин,

Аманатты боҙмам, илгенәм, тим.


Йылылыҡ

Һыңар ҡанат тимәһендәр берүк,

Күрмәһендәр күҙ йәш тамғанын.

Берҙән-берем йомарт хистәремде

Ергә һалып, әрһеҙ тапаны…

Йылғырлыҡҡа йылдам тәндәремдән

Нурым тигеҙ төшһөн бәндәгә –

Күҙ нурымды йотҡан көндәшемә:

“Һаумы, һылыу!“ – тиеп өндәшәм.

Әкиәттәге тере һыуҙар ҡайҙа?

Уртлап, һыуһынымды баҫайым.

Тылсымдарын бөркөп кешеләргә,

Йылы йыһанымды асайым.


Бурандарҙа ҡалдыҡ

Һинһеҙ йәшәй алмай һымаҡ инем,

Йәшәп киттем бына, иншалла.

Булмышыма бошонҡолоҡ өҫтәп,

Йөрәгемдә урын ҡыш ала.

Аяҡ аҫтарымда – ап-аҡ юрған,

Ҡар бураны битте өшөтмәй.

Эске бер ҡатлылыҡ: юҡлығыңа

Ышанырға ғына көс етмәй.

Көслө инем, моңло-йырлы инем,

Бөтәһе лә һүнде бер мәлгә,

Яҙмыштарҙы уҙып йәшәгәндә,

Бурандарҙа ҡалдыҡ әмәлгә.

Онотолған хистәр онотолдо –

Үҙәгемде генә өҙәһең,

Урам аша ҡыҙың йәтим үҫә –

Уны күрмәй нисек түҙәһең?

Юл төшһә лә, хәҙер үтәһеңдер

Беҙ йәшәгән йортто һин урап,

Терһәгеңде мең ҡат тешләһәң дә,

Меҫкен ир йораты һин, дурак…

Әзмәүерҙәй көслө кәүҙәң менән

Күләгәләй ҡалдың ерҙәрҙә.

Ә бит донъя терәлеп тә тора

Ысын атай булған ирҙәргә.

Ҡыштар үтер, юшҡындар ҙа үтер,

Үткән йылдай үтер быйылы.

Ер йөҙөндә мәңгелеккә ҡалыр

Бурандарға күмгән был йырым.


Йәшерә алманым

Алмағастар сәскә ҡоя майҙа

Түҙалмайса рашҡы ямғырға…

Миңә генә яҙҙы микән әллә

Яҙҙар килгән һайын янырға?

Иренемдә татлы һуты ҡалған

Бүлеп ҡапҡан йәшел алманың.

Яратҡанды, һине яратҡанды

Ғүмер буйы йәшер(ә)алманым.

Серлелегем ҡалманы ла инде…

Мин әле лә яңғыҙ даръяла.

Өҙөлөп тә һөйөр кешең булһын

Мөхәббәттән торған донъяла.

Алдан белһәк әсе яҙмыштарҙы,

Бүлеп ҡапмаҫ инек алманы.

Үҙгәртеп тә булмаҫ донъяларҙа

Йәшәр саралар ҙа ҡалманы.


Ямғырҙан һуң

Ямғырҙан һуң тын алыуы еңел

Газы тонсоҡторған ҡалала;

Яман шештән үлгән кешеләр йәл,

Ғәрип булып тыуа балалар.

Ошо хаҡта әйткән табипты ла

Шундуҡ сығарҙылар эшенән,

Ваҡиғаны ситтән күҙәтәбеҙ,

Һәләк булғанда ла кешеләр.

Ә заводтар һаман урынында,

Табыш килтерә бит кемгәлер.

Ҡарындағы ғәрип сабыйҙарҙың

Тыумаҫ борон бәғере имгәнер.

Ил буйынса зәғиф йәндәр баҫҡан

Хәйер генә һорап, ҡул һоноп;

Ямғырҙан һуң тын алыуы еңел,

Һис тә үлге килмәй тонсоғоп…


Көҙгө серенада

Көҙгә тиклем көт, тигәйнең,

Ҡырауҙар һуҡты көҙөн…

Шуға күрә сәскәләрҙе

Үҙемә үҙем өҙҙөм.

Ҡырау ҡунған көҙҙәр һымаҡ,

Үтеп китте һынауҙар.

Йәшен һуҡҡан йәшлек өсөн

Әле булһа һыҙлау бар…

Үкенестәр онотолдо

Яҙғы сирень наҙылай…

Йөрәк кенә һаман әрней

Көҙгө серенадалай.
Читайте нас: