Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
15 Октябрь 2018, 18:26

Нияз СӘЛИМОВ МАЙҘАН. Шиғыр

Майҙан, майҙан... Ата-бабам Йәшәмәгән майҙанһыҙ. Кәңәш ҡорғас оло ҡорҙа, Эштәр барған маҙаһыҙ. Илгә бәлә янағанда, Бергә тупланған халыҡ.Аҡһаҡалдар һүҙ тотҡандар –...

Нияз

СӘЛИМОВ



МАЙҘАН



Башҡортостан Республикаһының

100 йыллыҡ юбилейына бағышлайым.



Нияз Сәлимов – Ғафури районының Яугилде ауылынан. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. Ул Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә яуаплы вазифа башҡарҙы, республика гәзиттәрендә баш мөхәррир булды, әле Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Тиҫтәгә яҡын китап авторы. Күптән түгел “Рухым – ырыҫым” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә Нияз Сәлимов күркәм юбилейын билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ.



Майҙан, майҙан... Ата-бабам

Йәшәмәгән майҙанһыҙ.

Кәңәш ҡорғас оло ҡорҙа,

Эштәр барған маҙаһыҙ.

Илгә бәлә янағанда,

Бергә тупланған халыҡ.

Аҡһаҡалдар һүҙ тотҡандар –

Ошонда тыуған хаҡлыҡ.

Ете ырыу бер майҙанда

Үткәргән ҙур ҡоролтай.

Тупланғандар бер йоҙроҡҡа

Юрматы, ҡыпсаҡ, ҡатай.

Нәҡ ошонда ишетелгән

Ил-ғәм, халҡым тауышы:

“Беҙ – аҫаба! Беҙҙеке ул

Ерҙең һәр бер ҡарышы!”

Башҡортома ғүмер баҡый

Терәк булған ҡоролтай.

Майҙан көсө, шишмә кеүек,

Халҡым рухын ҡоротмай.

***

Нәфселәре аҙған баҫҡынсылар

Хужа була хәтһеҙ ерҙәргә.

Сабырлығы бөткәс аҫабаның,

Сират еткән ғәййәр ирҙәргә.

Ер-һыуым тип ҡанаттарын киреп,

Алға сыҡҡан ҡыйыу батырҙар.

Һынмағандар улар изге яуҙа,

Илдә тыуған һүнмәҫ дан-йырҙар.

Ҙур майҙанға сыға Ҡараһаҡал,

Яуға әйҙәп ғәзиз милләтен.

Тарих ғәфү итмәй бөгөнгәсә

Дошмандарҙың илгә йәлләтен:

Ҡанһыҙ Урусовтар, Соймоновтар

Ихтилалсы затҡа ҡаныға.

Яу башлыҡтарын, һис аяу белмәй,

Ултырталар күпләп ҡаҙыҡҡа.

***

Татлы хыял шул – азатлыҡ,

Хужа булыу ер-һыуға.

Бер туҡтауһыҙ батшаларҙың

Суҡмары башҡа һуға.

***

Үтә йылдар... Үҙгәрмәй хәл.

Һалым баҫа баштарҙы.

Дауам итә ерҙе талау –

Иңрәй Урал таштары.

Бына бер мәл ишетелә

Салауаттың ораны:

– Ерҙе һаҡла, ғәзиз халҡым,

Ҡында торһон ҡоралың!

Бүгәсәүҙең уң ҡанаты –

Башҡортомдоң бөркөтө,

Ҡылыс һелтәп утлы яуҙа

Дошмандарҙы өркөттө.

Майҙан, майҙан... Һинең йөҙҙән

Йылға – күҙ йәше аҡты.

Үртәнеләр, аҫтылар ҙа

Һиндә күпме ир-атты.

Ил батырын ҡулға алып,

Бикләнеләр зинданға.

Мәңге хәтерҙә Салауат –

Күмелде үлмәҫ данға.

***

Яу сапҡандар ир-егеттәр

Һаҡлап ғәзиз ил-ерҙе.

Туҡтатҡандар тап Мәскәүҙә

Наполеонды – йүләрҙе.

Парижғаса барып етеп,

Майҙан тотҡан башҡортом.

“Любизар” тип баһа алып,

Данға күмгән баш йортон.

***

Мең туғыҙ йөҙ ун етелә

Йыйын йыйҙы Ырымбур.

Вәлидиҙең йөрәк һүҙен

Ишетте бар урамдар.

Бар ҡәүемдәр дәррәү килеп,

Хупланылар Зәкиҙе.

– Башҡорт иле булһын азат! –

Таралды затлы һүҙе.

Тик мөхтәриәткә юлдар

Булды үтә лә ауыр.

Бабич яҙҙы: “Ҡасан, – тиеп, –

Ирекле илкәй тыуыр?”

Әммә Мәскәү, гүйә, мәскәй,

Өнәмәне был эште.

Тағы йыйҙы башҡорт йыйын –

Өҫтөн күреп кәңәште.

– Бирешмәҫкә! Бары алға! –

Шулай тине ҡоролтай.

Азатлыҡҡа юлдар ярып,

Вәлиди алдан атлай.

Килешеүҙе төҙөгәндә

“Үҙәк“ ҡуйҙы үҙ шартын.

Ирек булыр тик шартлы, тип,

Башҡортҡа ҡуйҙы артын.

Килешеү – “ҡағыҙ киҫәге“ –

Аҡламағас өмөттө,

Илдән китте вәлидиҙәр,

Йәшәһен тип өммәте.

***

Майҙан-йыйын – рух усағы.

Бында тыуа осҡондар.

Яу ҡырына азаматтар

Ыласындай осҡандар.

Гитлерҙы ла дөмбәҫләне

Салауаттар тоҡомо.

Күпме халыҡ илбаҫарҙың

Булыр ине бит ҡоло!

Берлиндағы майҙанда ла

Башҡорт тартҡан ҡурайын.

Халҡым минең тиктомалға

Тоҫҡамаған ҡоралын.

***

Бөткәс һуғыш, хәтһеҙ йылдар

Донъялар торҙо имен.

Үҙгәрештәр башланғас тик

Аттай һөрлөктө илем.

Ҡыҙыл майҙан гөрләп торҙо –

Ельцин менде тәхеткә.

Халҡым йәнә ең һыҙғанды,

Өмөт итеп бәхеткә.

Гайдар менән Чубайстар

Бөтөрҙө илде бутап.

Юл сатында һемәйешеп,

Ваучерҙы ҡалдыҡ болғап.

“Һә!” тигәнсе һатып бөттөк

Илдең барса мөлкәтен.

Ауылдарҙы теҙ сүктереп,

Яптыҡ хатта мәктәбен.

Һуңғы байлыҡ – еребеҙҙән

Ҡолаҡ ҡаға Ил-әсә.

Ә хакимдар һүҙҙә генә

Бәхет орлоғон сәсә.

Эшһеҙлектән, эскелектән

Яфа сигә бит илем.

Халҡым зарын еткерергә

Киҫелгән, гүйә, телем...

***

Мең туғыҙ йөҙ ҙә туҡһанынсы йыл.

Тыуҙы октябрҙең ун бере.

Үҙаллылыҡ алды Башҡорт иле –

Эй ҡыуанды теле һәм ере!

Тик һемәйҙе тағы халҡым,

Юғалды Ельцин “һыйы“.

Бар ҡалъяны ҡапты “Үҙәк“,

Башҡортҡа ҡалды һыуы.

***

Сират етте Киевҡа ла,

Гөрләп торҙо ҙур майҙан.

Ник гөрләмәҫ, доллар яуғас,

Американан – байҙан.

Рәсәйем дә тик ятманы,

Ҡайтарҙы ул Ҡырымды.

Тик ҡыҙғаныс: Донбасстарҙа

Күпме ғүмер ҡырылды.

***

Майҙан, майҙан – ил һулышы,

Һин бит йөрәк тибеше.

Рухы көслө булғанғалыр,

Халҡым бирешмәй – беше.

Йыға һуғып сир-зәхмәтте,

Майҙанға сыҡтым йәнә.

Халҡыма әйтер һүҙем – уҡ,

Ә рухым минең – йәйә:

Салауат та, Вәлиди ҙә

Йән атҡан халҡы өсөн.

Ә бөгөн һуң, әйтсе, кемдәр

Майҙанда һынар көсөн?!

Ҡайҙа булды илде туплар

Аҫыл ирҙәр – бөркөттәр?

Шымып ҡалды Ҡоролтай ҙа,

Милләт унан ни көтөр?

Урал рухы ҡанат ҡуйһын

Халҡымдың улдарына.

Берүк кенә әйләнмәһен

Замандың ҡолдарына.

***

Майҙандарҙа хәҙер гөрләй

Уйын-көлкө, йыр-бейеү.

Ут сығарып, был тормошто

Боҙа күрмәһен “дейеү“.

Имен торһасы донъялар –

Баштан сыҡмай һаман уй.

Булһын ине мәңге-мәңге

Майҙан күрке – һабантуй.

...Гүйә, майҙан – ил йөрәге,

Һулҡылдап тибә һаман.

Ҡоролоштар үҙгәрһә лә,

Үҙгәрмәй икән заман.

Ә күңелдәр уҡталғандар

Яңы майҙанға табан.
Читайте нас: