НУРҘАН НАҒЫШ СИГЕП ТАҢДАР АТА...
Йылҡыларҙы ҡыуҙым далаларға,
Тауҙар арттыҡ инде, иншаллаһ.
Иркенлеккә етә тиме ни ул,
Ҡыңғ(ы)рау ғына таҡ та тышаула.
Далаларҙа ялды елгә сайҡап
Елдерһәң дә була. Дүнәндәр
Йәш тайҙарҙың тейеп сәмдәренә
Ҡыуышып ҡауышырға өйрәнгән.
Йылҡыларҙы ҡыуҙым урмандарға,
Башҡайҙарын сайҡап күләгәгә,
Диҡҡәт ҡылды серле һулышҡа.
Йылҡыларҙы ҡыуҙым күлгә табан –
Сарсауҙарын баҫып һыулаһын.
“Сүк-сүк!” тиеп алдаштырҙым. Улар
Ҡайсылап тик торҙо ҡолағын.
Яратманы өйөр торғон һыуҙы,
Морон төрткән була, һыуламай!
Сүкләү менән, һайтлау менәнме ни,
Китте-барҙы тырым-тырағай.
Их, талымлы минең өйөргенәм...
Ҡыумаҫ булып, үҙем эйәрҙем.
...“Тотҡан юлын белгән халҡыңа ла,
Һыулауҙарын таныр йылҡыңа ла
Һин баш түгел. Ышан һәм тоғро бул!” –
Тип шығырлай эйәр, өҙәңгем.
Килә һайрай, килә һайрай,
Һағынаһыңмы? Шул кәрәк, тип
Шундай гөлдәр яратыусы берәү
Сағылғандай булыр күҙеңә.
Һағынырһың әле... Һары көҙҙә
Шып-шым ултыра торғас, ҡамап алып,
Йүгән тотоп тауҙа һыҙғырһаң.
Анау үрҙе, анау үҙәндәрҙе
Йондоҙ һүрелгәнсе ҡыҙырған.
Һағынырһың әле... Йән асыуға
Шарт япҡанда тышҡы ишекте,
Иңрәп кенә илап ыңғ(ы)рашыуын
Өйҙөң түрендәге бишектең.
Битләстәге еләк арбаны ла...
(Әллә нишләп шуға алдандым),
Шәрбәт татлы түгел, асы татлы
Булып ҡуйҙы тәҡдир, даланым.
Йәш һығылыр сиктә сытырайып
Тәмләрменме яҙмыш баланын?
Эстән һыҙҙым да ул нисә йылдар,
Анау бер көн түгелеп иланым.
Күрешәһе түгел микән инде,
Быҫҡып яуа ямғыр. Көн боҙоҡ.
Яғылып ҡалған Наҡаҫ баланына
Һинең ҡырау, минең ҡыҙыулыҡ.
Ҡырау һуҡҡас балан балланһа ла,
Шул саҡлым да һыҙланырлыҡ итеп,
Рәнйетерлек сәбәп була икән,
Аҡ сәскәлә саҡта шул баландар
Үҙең әйттең: “Бешкәс кил, көтәм!”
Тыным менән өрөп ҡыҙартырҙай
Мин инем бит ул йәй өҙлөккән.
Саҡ-саҡ ҡына һуңға ҡалдым бит һуң,
Еләк тиргән булдым бер тырыз.
Шул яҙлығыу үтә ҡиммәт хаҡлы,
Селпәрәмә өмөт ҡым-ҡырыз.
Еләгемде ҡапһам, атылғандай
Көлтә-көлтә осҡон йондоҙҙан.
Мин ул бөгөн донъя ҡыҙырған.
Ат эйәрләй белмәҫ бәндәләргә
Аттар яратмай бит ят заттарҙы,
Кейҙермәй ҙә ҡуя! Олатайҙан,
Атайҙарҙан ҡалған һөнәрҙе
Йәне отмағанға баш бирһенме,
Һалдырһынмы буйына өҙәңге?
Башын бирә тиме ғорур юрға,
Эйәрләмәй ҙә ни, эйәрлә, бар,
Арҙаҡлынан ғына күрмәксе.
Йүгән тигәс тә ни, уйынмы ни,
Тоттор ҙа ҡуй: ек тә ел, тиеп,
Һыбайларҙан алда таҫыл ирҙәр
Күкрәгенә башта эйәр һалыр,
Йәнен фиҙа ҡылыр ил тиеп.
Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата...
Ел уята тирәк, сәскәләрҙе,
Иҫнәй биреп донъя кирелә.
Илһам тулҡынына инге килә
Баш осомда ҡошсоҡ, эй, ҡылансыҡ!
Бер атыла ары, бер ҡайта.
Күңелеңдең микән талпыныуы?
Әүрәтмәйҙер мине һис юҡҡа.
Ҡаҡмасәле, ҡаҡма йөрәгемә,
Елдәр булып иҫкәс, ҡанат елпкәс,
Күңелең көрҙөр, иҫке танышым.
Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата,
Ике күҙем никтер һеҙҙең яҡта,
Әллә ниндәй ғәзиз ипкен тарта,
Әллә ниндәй уйҙар уйлата.
Затлы һауыт-һаба шул көйө ул,
Һин булмағас, ҡунаҡ йыш килмәй.
Был арала эш күп, ҡул теймәй.
Элеккеләй былай сымыры мин,
Етеш кенә йәшәп ятам шунда,
Донъя көтөп ҡулдан килгәнсе.
Икәү алған ҡаҙан йәтим түгел,
Һин ташлағас, ҡойолоп төшкәйнем дә,
Шунан асып күңел пәрҙәмде
Донъяларға баҡтым үҙем булып,
Дауа булды йәнем көйөүгә.
...Бысаҡ ҡына үтмәҫ был өйҙә...
Тарағанда еүеш сәстәремде,
Бармаҡтарың, һиҙәм, наҙ ғына.
Мин бик нескә түгелмен дә кеүек,
Томаланған никтер аң ғына.
Күктәге Ай нәҡ һыуһылыу һымаҡ,
Ә мин һылыу түгел асылда.
Сәйер булмаҫ төҫлө, төндө йыртып,
Күлгә һибә йыһан тәңкәләрен,
Улай түгел... Йондоҙ икән дә.
Мин ул тиклем илаҡ булмаһам да,
Һыу инәһе ярҙа сәсен тарай,
Абайламай беҙҙе. Яңғыҙаҡ.
...Мин ул тиклем нескә булмаһам да,
Шырауланған күңелем һыҙа эстән,
Осалмаҫын белгән ҡаҙ һымаҡ...
Был ҡурайға нисек һыя икән
Һағыш булһын, шатлыҡ, мөхәббәт?
Яҙмышыңды, тарих, хәтереңде
Тапшырҙыңмы уға, мәмләкәт?
Һулыш ҡына етер – йәнләнер.
Баҡыйлыҡҡа ҡуша бәйләнер.
Был үләнгә нисек һыя икән
Ҡарғыш, зарҙар менән алғыштар?
Һығылып сыҡҡан моңға хайран булып,
Ил-ҡитғалар ихлас алҡышлар.
Бер ҡурайға нисек һыя икән
Йәшәү, үлем, күҙ-йәш, фәлсәфә?
Моңланғанда, гүйә, йыһан аңы
Ғаләмдәрҙән һөҙөп илаһилыҡ,
Әйҙәй беҙҙе уйлы ғәмәлгә.
Табындарҙа урын баҫҡыс-баҫҡыс,
Ҡул йыуҙыра бәғзе. Йәш әле.
Түрҙәгегә башлап тотторалар
Ит табағын, һурпа кәсәһен.
Табындарҙа ырыу мәртәбәһен
Яулағандар йырға дәрт итһә,
Кем йәшереп кенә йәш һөртә.
Табындарҙа күберәк аҡһаҡалдар
Вәғәз һөйләй. Фәһем бирерлек.
Түрҙән түбәндәрәк ултырғандың
Табындарҙа ризыҡ сираты бар:
Һоғондорош, һурпа ҡоротлап.
Уйын-көлкө бер аҙ, иң һуңынан
Ултыралар оҙаҡ сәй уртлап.
Ана шундай ғәҙәт, ҡағиҙәләр
Юғалдиһә – илдең ҡото юҡ.
Йөрәктәрҙең төпкө уты юҡ.
Бүҫелерлек сиктә тамаҡ туҡ.
Донъяһының никтер хуты юҡ.
Йылҡы малы бәйҙә йүнкемәй ул,
Биктә торған аттар талсыға.
Елеү елен һағынып сайҡай ялын,
Биктә торған аттар булмаҫ саптар,
Иркенлектер – аттың хыялы.
Күкрәгендә сәм ҡабына бары,
Онотмаһын аттар кешнәүҙәрен,
Төңөлмәһен берүк ҡомарҙан.
Донъя тотҡалары икәү бит ул:
Береһе – саптар, береһе – уҙаман.
Йәшәү менән үлем ғәмәлдәре –
Фәлсәфәнең, буғай, иң ауыры.
Ике төшөнсәнең тар күпере –
Әллә күккә, әллә ергә тамған
Ҡараштарҙың бында һүрән нуры.
Метрономдай саңҡый сәғәт уғы.
Тәҙрә төптәрендә яран гөлдәр,
Яңаҡтарҙа тәрән ғүмер һыры –
Миңә бында урын табылырмы,
Ҡарттар йорто – сират коридоры?
Тартып алыр, бәлки, Аллаһ бабай
Һинең хаҡта түгел был шиғырым,
Һинең хаҡта түгел уй-хыял.
Яҙмаҫтайға ашҡыныуҙар тамам,
Яҙмағандар – үрҙә. Идеал.
Беҙгә тимәгәне күп инде ул,
Ҡарап туймаҫ, тик буй етмәҫлек.
Нәфсе һуҙмауға мин күптән күнгән,
Йәнем бикле, ым да үтмәҫлек.
Һинең хаҡта түгел йырҙарым да,
Илауҙарым ҡай саҡ аунаҡлап.
Мин һағынам бары бер май төнөн,
Сирень сәскәләрен ҡосаҡлап.
Тупһабыҙға кемдер түшәп китте,
Быуындарға төшә шул хәтер.
Ана шулар, бына нисә йылдар
Тәҙрә сиртә һәр яҙ нишләптер.
Шуға ғына минең күңелем тула,
Һулымай торған гөлдәр була икән,
Наҙ шыбырлай һәр яҙ аулаҡта.
Бейештек беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә,
Мәрйен итеп ҡыҙҙар теҙҙе генә.
Шулар һаман сыңлай йыһанымда,
Гармунсыбыҙ ҙа шул таҫыл ине,
Беләктәре нисек талмағандыр.
Өмөт ҡатыш һағыш һалмағандыр.
Көй оттомо беҙҙән һандуғастар,
Һуғарылдыҡ беҙме моңдарынан,
Ғаләмдәрҙең арғы яҡтары ла
Илһам һөҙҙө Наҡаҫ буйҙарынан.
Һағына микән беҙҙе ауыл төнө?
Йөрөр ине бейеп арабыҙҙа.
Бер геүләтеп алайыҡмы әллә?
Һирәгәйеп кенә барабыҙ ҙа...
Донъя иркендер, тип уйланым.
Йүгән, тышауҙарһыҙ – саптар байтал.
Елдерҙем дә ғәжәп матурлыҡҡа,
Моң-аһәңгә инеп сорналдым.
Һәммәбеҙгә етә. Алдандым.
Бар икән дә күҙгә күренмәгән
Мәкер тигән ебәк тоҡандары,
Сүрәте күп икән ялғандың.
Сөм күктәрҙән илһам һорандым.
Бәғзе ерҙәштәрҙең “Үрләмә!” тип
Аяҡ салыуынан тәкмәсләнем
Иң үренән зәңгәр хыялдың.
Ҡоштай һайрағаным ҡай саҡта.
Һәм ғәм төйнәү аҫыл ҡосаҡта,
Йыр сығарыу моңоң шауҡымының
Илһамынан ғажиз, иҫ китеп,
Зауҡың ҡандырырлыҡ шағирлыҡмы?
-------------------------------------