Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
5 Сентябрь 2018, 16:52

Лариса АБДУЛЛИНА. РУХЫҢ ИЛ КҮГЕНДӘ, САЛАУАТ! Щиғырҙар.

Был даръяла берәй хикмәт барҙыр: Тартып тора тулҡын тылсымы.

Лариса АБДУЛЛИНА

Лариса Абдуллина 1975 йылдың 28 июлендә Башҡортостандың Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, “Йәшлек” гәзитендә эшләй. Әлеге ваҡытта “Башҡортостан”гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире. Ул – тиҫтәгә яҡын китап авторы.


МИНЕҢ ХАЛҠЫМ
Минең халҡым кемдәргәлер
Ҡаҙна һымаҡ.
Байлыҡтарын уның һанап,
Бәғзеләрҙең нәфселәре
Аҙа һымаҡ.
Минең халҡым кемдәргәлер
Келәт төҫлө.
Шул кемдәрҙең рухиәтте
Урлап ташыу тигән маҡсат,
Ниәт көслө.
Минең халҡым кемдәргәлер
Архив һымаҡ.
Шәжәрәһен йолҡоғандар,
Илаһ, һаҡла, һәләкәткә
Тарыр һымаҡ.
Минең халҡым кемдәргәлер
Иҫке һымаҡ.
Хасил булып бер тамырҙан,
Тик бер ҡуҙҙан яңырыуы –
Серле йомаҡ.
Минең халҡым кешелеккә
Терәү инде.
Мең хикмәтле асыл, рухы,
Иманы һәм ҡот-ырыҫы
Мөхәббәтле был Йыһанда
Берәү инде!
САЛАУАТҠА
Һинең юлдан ғына барам кеүек,
Күҙ алмайым һинән бер тотам.
Асылыңа әллә һыйынғанға
Донъялыҡты хатта онотам...
Юлһыҙлыҡта юлдар эҙләүемме?
Һинең маҡсаттарға эйәрәм.
Һынаумы был?
Әллә яҙмыш микән?
Бәхеттәнме йәшем тәгәрәй?
Офоғомда ҡай саҡ юғалаһың,
Тауышыңа табан юлланам.
Асмандарҙа ишараңды көтөп,
Алһыуланып китә күҙалмам.
Серем итер мәлдә уянамын
Тик янымда тойоп тыныңды.
Күҙҙәремде йомоп тоҫмаллайым
Ғорур баҫып торған һыныңды...
Һинең рухың илең күгендә бит!
Һин ҡайттың бит илгә, Салауат!
Сардарлығың ҡылыстарҙы сарлар!
Шағирлығың йөрәктәрҙе имләр!
Доғаларың халҡым дауалар!
Салауат!!!
ХӘТЕР
Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –
Тәкәй, Ысмайыл, Юлай.
Әле булһа был яҡтарҙа
Әруахтар һыҡтап илай.
Әле булһа янғын еҫе
Ыҫлай кеүек һауаны.
Кемдәр табыр кәрәк һүҙҙе,
Йәнде имләр дауаны?
Йөрәктәрҙә йөрөһөндәр –
Аҙналы, Ҡасай, Яҡуп.
Ер йөҙөнән ауылдарҙы
Ут-ялҡын алған йолҡоп.
Ялҡын ерҙән йолҡой яҙған
Милләтте тамырынан.
Һүнгән ауылда елдәр ҙә
Иҫәләр сабыр ғына.
Хәтерҙәрҙә генә йәшәр
Бикбулат, Мрат ауылы.
Зиһендәрҙе айҡап сығыр
Үткәндәрҙең дауылы.
Асылдарға һеңеп ҡалһын
Илде һаҡлау йолаһы.
Һомайғоштан яралған ул
Халҡымдың һәр балаһы!
Уттан ҡабат яралдыҡ беҙ,
Мендек Урал башына!
Мәңге уяу булығыҙ тип
Яҙам ҡәбер ташына!
Ауылдарҙың хәтер ташына!..
***
Ҡараштарың ниңә бойоҡ тимә,
Дауалары – һинең йөрәктә.
Буй-һыныңа һағыш төшкән тимә,
Һинһеҙлеккә йәнде өйрәтәм.
Бына тәү ҡат күкте күргән кеүек,
Тәү ҡат күккә һөйөп бағайым.
Киске уйындарға сыҡҡан ҡыҙҙай,
Сәсем үреп, сулпы тағайым.
Һөйләшергә өйрәнәйем әле,
Һинең исемеңде әйтмәйсә.
Атларға ла өйрәнәйем әле,
Ҡаршы сығыуыңды көтмәйсә.
Барыһы ла теүәл генә ине,
Телгә килдем, атлай башланым.
Тик шул мәлдә һинһеҙ был бәндәгә
Йәнә ҡарашыңды ташланың...
...Түп-түңәрәк булған был донъям һуң
Мең өлөшкә ҡасан бүленде?
Ярсыҡтарҙан исемеңде йыям,
Йыям селпәрәмә күңелде.
Йәнем сабый, шундай кескәй ине,
Тейеш түгел ине танырға?
Был бит бәхет моңо кеүек ине,
Ниңә әрнеү тулды был йырға?!.
***
Һине миңә, мине һиңә
Алыштырыр кеше лә юҡ.
Йәндәребеҙ игеҙ микән:
Ғәмәлдәр ҙә йәндәш икән,
Донъяла бит ише лә юҡ.
Мине һиңә, һине миңә
Алыштырыр заттар ҙа юҡ.
Бер-беребеҙгә булған хисте,
Икебеҙгә уртаҡ көстө
Баһаларлыҡ хаҡтар ҙа юҡ.
Һине миңә, мине һиңә
Алыштырыр әҙәм дә юҡ.
Һинең һалған яраларҙан,
Зөмрәт күҙем ҡараланған...
Йән имләрлек түҙем дә юҡ,
Йөрәк имләр әмәл дә юҡ..
ИЖАДСЫ
Был даръяла берәй хикмәт барҙыр:
Тартып тора тулҡын тылсымы.
Илһам бүләк иткән,
Ҡанат ҡуйған
Минуттарың, ғүмер, ошомо?
Ҡараштарың, диңгеҙ, һағындырған –
Төштәремә инмәй йөҙәттең.
Яраттырған саҡта ярат тиеп,
Үҙ-үҙемә инде йөҙ әйттем.
Мин зарығып һиңә килеп етәм,
Күсмә ҡоштай осоп, талпынып.
Ҡосағына алып иркәләйме
Офоҡтарҙа янған ялҡының?
Ҡабырсаҡҡа сумған ынйы төҫлө,
Тулҡындарға инеп йәшенәм.
Тертләп китәм йәшел йәшмә кеүек
Һинең ҡарашыңдың төҫөнән.
Тулҡындарҙы һинең саз итәм дә
Моңдарыңа һалам һағышты.
“Ғүмер – миҙгел генә” тигән йырҙы
Ярҙарыңа үҙең яҙыштың.
Һине, диңгеҙ, бер ижадсы итеп
Яратҡан ул Хоҙай тәғәләм.
Ҡабырсаҡты һырлай, ана, тулҡын:
Нағышына һыйған бар ғәләм!
ҒӘЗИЗ ВАТАНЫМ
Ҡар яумаған ҡыштан атлап киләм,
Ҡом шығырлай аяҡ аҫтында.
Тик бер һорау сәңкей сикәләрҙә,
Нимә ҡылһам, ҡайҙа барһам да:
Ошо булдымы ни беҙҙең Ватан?
Ҡайҙа барыр, илем, был юлың?
Ҡанаттарҙы йолҡор был һорауҙы
Биреп ҡуйһа бер көн бер улым?..
Ә мин уға яуап бирә алам
Төпкөлөнә китеп быуаттың!
Юҡ, һис әйтмәҫ ата-бабам рухы
Ниңә тиеп бөгөн уяттың...
...Икһеҙ-сикһеҙ ерҙең ҡуйынында
Яу артынан яуҙар ҡайтарып,
Манма ҡанға батып килеп еткән
Был заманға башҡорт уҡтары.
Ун алтынсы быуат –
Үҫмер түгел,
Тик егет тә әле булмаған.
Ҡайҙа бөгөн раҫлау тапҡан ерҙәр,
Ҡайҙа, Иван, теге бумагаң?!.
Батыршаға яуап хаты яҙам –
Барып етмәһә лә һис ҡасан.
Салауат бит төштә яу сапмаған,
Яҡты уйын үҙем юрашам.
Егерме лә һигеҙ генә түгел,
Һөйәкһеҙ был телдең ғәскәре.
Тик киләһе быуаттарға беҙҙе
Ни өсөн?
...Һәм кемдәр үткәрер?
Дан-шөһрәткә беҙҙең нәфсе – аҙғын.
Исем бирәләр тип алданып,
Тарих сылбырына тарих менән
Киләбеҙме саҡ-саҡ ялғанып?!.
Золом һүҙе беҙгә лә ул таныш.
Әйтерһең дә, халыҡ дошманы,
Олатайҙан илде аянылар...
Имеш...
Балаларын кем һуң аяны?..
Ошоһо ла беҙҙең Ватан була.
Кеҫәһендә һәр саҡ бығауы.
Юҡ, ул дәүер генә түгел, эйе,
Һәр бер заман беҙҙә болғауыр.
Ауылынан, ғәзиз балаларҙан
Мәхрүм иткән Ватан атаны.
Тик беҙ бына ҡабат тороп баҫып,
Ватаным тип уны атаныҡ!..
Азатлыҡ ул булмай фанилыҡта.
Беҙ ҙә ҡоло ошо хыялдың.
Ҡырҡ берҙә янған ҡанаттарҙы
Үҫкән тиеп нисек тоялдың,
Эйе, эйе, был һорауым һиңә,
Ватаным тип үлгән ҡандашым?
Ҡоралыбыҙ беҙҙең йөрәк булғас,
Йөрәгебеҙ һәр саҡ ҡында шул!
Асарбаҡтар ғәскәре лә – Ватан,
Хәйер һорашыусы ҡарт-ҡоро,
Шешә тауын өйгән заттары ла,
Себер ирҙәренең моторы...
Барыһы ла – Ватан...
Ватан, Ватан!
Шул ил тиеп киткән олатам.
Хәстәренән бигерәк бурыс һүҙе
Ҡалған кеүек беҙгә мираҫтан.
Һабан һөргән ерҙәре лә – Ватан.
Тик һабанды күрмәй был тупраҡ.
Кәштәләргә тулған икмәктең дә
Ватаны бит бынан бик йыраҡ...
Ҡанға һеңгән ҡалҡан булыу хисе –
Был уй ҡалмай беҙҙән бер тотам.
Һуңғы һулышта ла йөрәк һайрар
Ғәзиз илем минең – әй, Ватан!..
КҮМЕРҠАЛА
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Был хушлашыу көнө, моғайын.
Һау булығыҙ яҡын туғандарым –
Атай, әсәй, апай, ағайым!..
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Томаланған хатта ишектәр.
Битарафлыҡ тәҡдирҙәре беҙҙең
Яҙмыштарҙа булған бишектән.
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Ялҡын теле бөтә тарафта.
Күмерҡалаға беҙ әйләнербеҙ,
Әйләнербеҙ йәки торфҡа.
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Яндырғандар борон гел бикләп.
Әмәлдәре юҡ был сараларҙың,
Сығып булмай бынан имгәкләп...
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Тик ялҡыны ҡалыр был ерҙә.
Балаларын ҡорбан иткән ҡала
Бар картала, бар ул Себерҙә...
Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Күмерҡаланың беҙ күмере.
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ һәләкәткә,
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ бар халыҡҡа...
Нәфсе ҡоло йәшәй, ул тере!..
“БАЙЫҠ”ТАҒЫ АПАЙҘАР
“Байыҡ”тағы ошо апайҙарҙың
Ҡайғылары юҡтыр, моғайын.
Хәсрәт ташһа,
Ирҙән иҙелһәләр,
Ултырырҙар ине моңайып...
...Тыпырҙатып бейеп китә улар –
Ғорур һындар, һынсыл ҡараштар.
Мәлдең матурлығы, әйтерһең дә,
Мәңгелек моң менән ярашҡан.
Сабырлыҡтан сигеү сиктегеҙме?
Кейеҙ баҫтығыҙмы һағыштан?
Ниндәй кисерештәр ята икән
Балаҫтағы сағыу нағышта?
Мин бит тоям һеҙҙең хәлегеҙҙе,
Һәр бер хәрәкәтте, һәр ымды.
Тамашасыларҙа һеҙҙең ҡеүәт
Һүнмәҫ усаҡ булып тоҡанды.
Кемегеҙҙең күңеле бөтөн икән?
Аһ, кемегеҙ икән бер уйһыҙ?
Бейеүҙәге осош дарман өҫтәй,
Ҡалған мәлдәр барҙа таяуһыҙ...
Барыһы ла онотолдо ҡапыл:
Бейеү фәрештәһе арбаны.
Сәхнәләрҙә – ҡурай ҡеүәттәре!
Ҡеүәттәрҙә – Урал урманы.
Ауыр кәүҙәләрҙе еңел итеп,
Күбәләктәй осоп үттегеҙ.
Был быуатҡа еткән халҡыбыҙҙың,
Гүйә, ҡабат серен систегеҙ.
Тағы берҙе, зинһар, бейегеҙсе:
Тотош бер зал булып һорайым.
Хыялымда һеҙгә йырҙан – һөйөү,
Бейеүҙәрҙән бәхет юрайым.
“Байыҡ”тағы ошо апайҙарҙың
Бейеү баҫа микән хәсрәтен?
Өләсәйҙәр беҙгә бар һағышты
Моңда дауаларға өйрәтте.
Тыпыр ғына тыпыр ауаз килә,
Апайҙарым бейей сәхнәлә:
Инә бөркөт күк сөңгөлөн айҡай,
Гөлдәр бәүелгәндәй сәхрәлә.
Апайҙарым бейей!!!
САЛАУАТТЫҢ ВАРИҪТАРЫНА
Яҫҡыналар минең милләтемә,
Һандалдарҙа яҙмыш – бөгөн дә.
Салауаттың ғәскәренә туплар
Ирҙәр бармы икән был илдә?
Күпме Салауаттар көн итәләр...
Кем ҡулдары икән йүгәндә?
Батырҙарҙың намыҫтарын яҡлар
Ирҙәр бөткәнме ни был илдә?
Дуҫлыҡ әләмдәрен күтәрмәйем,
Дуҫлыҡ балталары билемдә,
Ауырлығы – илем иңендә.
Абынһа ла, ил ҡеүәтен раҫлар
Ирҙәр бар бит әле был илдә!
Һөйләшмәйҙәр, моңланалар ғына
Бик боронғо булған ҡәүемдә.
Салауаттың йөрәк телен яҡлап,
Ирҙәр һүҙен әйтер был илдә.
ВАСИЛИЙ БАҘАРЫ
Күркәм холоҡ һаталар, ти,
Василий баҙарында.
Барайым әле, ярһыуға
Дауа ла барҙыр унда.
Их, Василий баҙары шул!
Балтаһы, утындары.
Әллә ҡайҙарҙан ҡайтҡан, ти,
Бүреге, күн тундары.
Уйнаҡлап тора аттары,
Үркәс-үркәс дөйәләр.
Алыҫтан килгән кәмиттәр
Күккә шарҙар сөйәләр.
Тоҙло ҡыяр һата Иван,
Кишере күп белештең.
Аҡсаң булмаһа, йырла, ти,
Үҙем барып белештем.
Бәшмәге лә тоҙло уның,
Кәбеҫтәһе лә тоҙло.
Кеүәҫен эсәм тигәйнем,
Тешем сатнаны – боҙло.
Бәхет таратҡандай итеп,
Ҡыҙҙар алма һаталар.
Ят ризыҡ түгел дә, ана,
Таҡмаҡлап тараталар.
Әсмә түтәй ҡаҙҙар һата,
Осоп ҡына торалар.
Өйрәнеп алған таныштар
Бында юлын боралар.
Ҡарағанданан ҡайтҡан ти,
Туфлийы Мәҙинәнең.
Тыҡылдатып бейерлек ул
Кылубтарҙың иҙәнен.
Шуны тотоп сыҡҡан була
Һәр баҙар һайын бында.
Килгәндә лә ошо тауар.
Шул тауар – ҡайтҡанында.
Күркәм холоҡ һорағайным,
Йылмайыштылар ҡарап.
– Ярһыуға дауа юҡ микән?
Тигән булдым аптырап.
Шырҡылдашып көлдө ҡыҙҙар,
Сәйерһенде ҡатындар:
– Ярһыуға дауа булырлыҡ
Сей ҡайын утыны бар.
Бөтә майҙан гөр килеште,
Көлдөләр бармаҡ төртөп.
Сауҙагәрҙәр эре үтте
Дөйәләрен төкөртөп.
Бер ағинәй арттан килеп,
Иңемә һалды ҡулын:
– Бик затлы тауар эҙләйһең,
Хаҡ, балам, һинең юлың.
Бәндәселек – хаталы ул,
Рәнйемә кешеләргә.
Донъя хикмәттәрен аса
Хыялый ишеләргә.
Ярһыуыңа дауа эҙләү
Табыуың түгел микән?
Мин дә Хоҙайҙан сабырлыҡ
Һорайым көн дә иртән.
...Әллә әүлиә булдымы?
Булдымы әллә һынсы?
Әле булһа күҙ алдымдан
Ҡарашы китмәй һынсыл.
...Иртәгә лә баҙар көнө,
Сығып урайым әле.
Осраһа, ағинәйемдән
Хикмәт һорайым әле.
Читайте нас: