Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Август 2018, 18:58

Хәсән НАЗАР. ТАҢДАР ҺАМАН ТАҢ ҠАЛДЫРА. Шиғырҙар. Ағиҙел № 7, 2018.

Хәсән

НАЗАР,

Башҡортостандың халыҡ шағиры


Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар тос шиғриәте менән халыҡ күңелен яулаған һүҙ оҫтаһы. Уның “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу” һәм башҡа китаптары шиғриәт донъяһының күгендә үҙ урынын биләй.






ТАҢДАР ҺАМАН

ТАҢ ҠАЛДЫРА


Игеҙәктәр

Һуғыш балаһы беҙ. Игеҙәктәр.

Мин тыуғанмын, ахыры, аҙаҡтан.

Илдә – дәһшәт... Атай – яуҙа... Әсәй

Уфтанғандыр мең–мең аҙаптан.


Үҫер-үҫмәҫ тирткән үлән кеүек,

Мин ҡураныс ҡына булғанмын.

Асылған бит тел дә бик көттөрөп,

Нисек тә бит иҫән ҡалғанмын.


Ә һыңарым – алма кеүек бала...

Биш йәшендә әжәл ҡаныҡҡан.

Йәне уның йәннәткәлер күскән,

Мин ҡалғанмын, гүйә, тамуҡта.


Беҙ тыуған йыл атай яуҙа ауған...

Һуңғы сәләм булған Хәсәнгә.

Ниңә миңә генә? Шул сәләмме

Һаҡлап ҡалған мине әсәйгә.

Йәшәй-йәшәй ниҙәр кисергәнде

Нисек ҡапыл әйтеп бөтөргә?

Ғүмерҙе бит һүҙ эшенә арнап,

Насип булды донъя көтөргә.


Етмеш биштән инде уҙҙым бына,

Шөкөр итәм, ҡайҙа итмәгән!

Ризалыҡтың да бит арғыһын да

Кем һуң әле, кем һуң көтмәгән?!


Хөсәйенем, ғәзиз һыңарым, тим,

Һинең дә ғәм әллә миндәме?

Быуын-быуын килгән аманат та,

Шиғырҙарым, һеҙҙең иңдәме?


Ниҙәр күреп, ниҙәр кисерһәм дә,

Таяныс тип тойҙом тормошто.

Зат-зәүерҙең, дәүерҙең бер улы —

Шул хистәрҙә яҙҙым яҙмышты.

Шиғриәтем! Һин дә – игеҙәгем,

Итмәнең һин мине етемәк.

Тиң ғүмерле булһын игеҙәктәр,

Шунан ары тағы ни тимәк?!


Таңдар һаман

таң ҡалдыра

Таңдар һаман таң ҡалдыра, әммә

Был түгелдер бары аҡланыу:

Йөрәгемде минең биләй бара

Һоҡланыуҙан былай һаҡланыу.


Ер йәмдәре менән ил ғәмдәре –

Күңелдә бит улар бер бөтөн.

Уйҙарымда көтәм ил-ҡәүемдең

Ҡояшҡа гел әйҙәр бөркөтөн.


Хәйерле тик иҫләү: ҡаяларҙан

Кем сорғолған, ә кем тәкмәскән.

Шәхесме дан, әллә халыҡмы дан? –

Тарих тормай бындай бәхәстән.


Халыҡта ул хаҡлыҡ, халыҡта – көс,

Ил башлығын һайлау – иркендә.

Әйтеп буламы тик – бар яҙмышын

Хәл итә тип ошо бер көндә?


Уйҙарымда көтәм ил-ҡәүемдең

Ҡояшҡа гел әйҙәр бөркөтөн.

Ер йәмдәре менән ил ғәмдәре –

Күңелдә бит улар бер бөтөн.


Таңдар һаман таң ҡалдыра, әммә

Был түгелдер бары аҡланыу:

Йөрәгемде минең биләй бара

Һоҡланыуҙан былай һаҡланыу.



Пушкин һәйкәле янында

Мин үҙемә тиңһеҙ һәйкәл ҡуйҙым.

А.С. Пушкин.


Шағир өсөн буй етмәҫлек түгел,

Уй етмәҫлек түгел бер кем дә.

үҙ-үҙенә тиңһеҙ һәйкәл ҡуйыу –

Был бары тик Шағир иркендә.


“Мин үҙемә тиңһеҙ һәйкәл ҡуйҙым”...

Әйтерлек тә шулай, ул белгән.

Шиғриәттә һәр саҡ берәм-берәм

Пушкин һымаҡ һөйгән, һөйөлгән.


Пушкин бит ул! Ә ул һанлармы тип

Икеләнмәҫ бер ҙә саф күңел,

Ваҡ йәнлеләр генә кәмһетеүсән,

Бөйөк заттарға был хас түгел.


Беҙ, башҡорттар, Пушкин һәйкәленә

Сәскә һалған саҡта Мәскәүҙә,

Гүйә, төпкә егелгән ат инек,

Түгел инек һис тә мисәүҙә.


Йүләрлектәр

Шағир бит ул батырлыҡтарҙы ла,

Йүләрлектәрҙе лә йыш ҡыла.

Роберт Миңнуллин.


Мин ризамын бик тә – тапты дуҫым

Миңә төбәп мәргән һүҙҙе ул.

“Йүләрлектәрҙе лә йыш ҡыла” тип

Шиғыр юлдарына теҙҙе ул.


Роберт әйткәс, дөрөҫтөр шул, тимен,

Ни тиһә лә, уға килешә.

Һөйөнөп, һөйөндөрөп Ҡаҙанынан

Ҡайтҡылай ул беҙгә – Илешкә.


Ниңә ваҡланырға?! Йүләрлек тә

Бөйөктәргә ләме ят сифат?

Пушкин менән Лермонтовҡа дуэль –

Аҡылдымы алған касафат?


Туҡайҙың бит тура һүҙлелеге

Йүләрлекме, әллә түгелме?

Милләттә үҙ моңон, үҙ асылын

Һаҡлап ҡалыу бөгөн еңелме?


Йүләрлектер инде: яҙам, яҙам...

“Шағир булып кем һуң байыған?”

Быны әйткән, үҙе байлыҡ булған

Назар Нәжмиҙе гел һағынам.


Халҡына һәм телгә фиҙалыҡтар

Рәмиҙә ул – ташты киҫерлек.

Был – хакимлыҡ өсөн тиҫкәрелек,

Был – хакимлыҡ өсөн иҫәрлек.

Үткәндәрҙән алабыҙ беҙ һабаҡ,

Бирелмәйсә алдаҡ һүҙҙәргә.

Нәжмиҙәр ҙә әле, Рәмиҙәр ҙә

Ҡарамайҙыр ҡырын беҙҙәргә.


Һин сәбәпсе, дуҫым, остаздарҙы

Юҡҡамы ни әле барланым.

“Йүләрлектәрҙе лә йыш ҡыла” тип,

Рәхмәт һиңә, рәхмәт, ҙурланың.


Сабырлыҡтан сығарғанда

Сабырлыҡтан сығарғанда балаң,

Урамға ла булды һылтанып.

Хәҙер компьютерға япһарабыҙ,

Ултыра, тип, көн-төн ҡапланып.


Күп инде ул йоғонтолар, күп ул,

Насары шул йолоп алыусан.

Сыныҡмаған йән шул алданыусан,

Ҡара тап бит аҡта ҡалыусан.


“бала-саға”ның шул “саға”һы бар,

Борғослама – һаҡла өмөттө.

Хәйерлегә булыр иң әүәле

Үҙеңдән бит эҙләү ғәйепте.


Ни тип әйтмәк тағы? Тормош бит ул!..

Таҡыр юлдан ғына кем үтә?

Сабырлыҡтан сығарғанда балаң,

Нығыраҡ һөй, ҡай саҡ шул етә.


Һабаҡ

Сереп байыусылар серен

Миңәме ни юлларға?

Ә ләкин йәлләп уларҙы,

Барҙыр урын уйларға.


Миллиардерҙар... Табамы көс

Тыныс ҡына йоҡларға?

Көнөн-төнөн тик бер хәстәр:

Һаҡланырға, һаҡларға.


Һабаҡ Вавилон башняһы

Сик-самаһыҙ ҡомарға:

Күтәрелергә күп кәрәк,

Күп кәрәкмәй ҡоларға.

Кәләш алғас

Кәләш алғас, хеҙмәт хаҡын бирҙе

Әсәһенә түгел, кәләшенә.

Ошо саҡтан юҡҡа-барға сәбәп

Булды өйҙә һәр саҡ йәнәш кенә.


Ә һуң ғиллә тик аҡсаламы ни?

Биреп булмай бында кәңәште лә.

Ни фәтүә мин аңлауҙан ғына

Улды, әсәне һәм кәләште лә.


Бағышлауҙар

Иҫкә төштө: “Бағышлауҙы

Яҙма һин, яҙма ҡабалан”.

Рәми ағайҙың шул һүҙен

Тиккәме ни иҫкә алам.


Һыҙыу ҡыйын, һыҙмау ҡыйын

Ҡайһы бер арнауҙы хәҙер.

Һынала икән ул нәҙер,

Һынала икән ул ҡәҙер.


Кем ҡәҙерленән ҡәҙерле,

Уларға ҡағылмай һүҙем.

Төңөлткәнгә лә бит бына

Яҙылған бит, хәйерһеҙең.


Булмай буламы һуң инде

Ваз кисеүҙәр, үкенестәр.

Һыҙыу, һыҙмау... Шул ғынамы

Инде хәҙер килеп хәстәр?


Ҡайтарып, яңыртып булмай

Хатта кисәге көндө лә.

Булмай юйып, ситкә ҡуйып

Эстәге хаҡ хөкөмдө лә.


Бағышлауҙар... Остаз һүҙен

Юҡҡамы ни иҫкә алам.

Еткерәм, һиңә, йәш дуҫым:

Яҙма һин уны ҡабалан.


Өҙөп кенә – һөҙөп кенә

***

Өҙөп кенә – һөҙөп кенә

Әйтер һүҙҙәр ҙә була.

Ысыҡ тамсыһына ла бит

Ҡояш нурҙары тула.

***

Кешемен тигән кешелә

Мең кешенең эше бар.

Шул бер кешелә, әйтерһең,

Һәр кемдең өлөшө бар.

***

Бөйөклөктөң бөйөклөгөн

Аңлай белеү ҙә – ҙурлыҡ.

Был да күңелдә үҙенсә

Шытым бирерҙәй орлоҡ.

***

Бер йырыңды йырлағанда хатта

Бер ғүмер, бер тарих үтә аңдан.

Әҫәрләнә донъя, халҡым, һинең

Йәнгә үтеп инер тәрән моңдан.

Мин белмәйем – бындай илаһи моң

Тәбиғәттәнме ул, әллә ҡандан.

***

Тыуыр тағы заман Шекспиры,

Аҙмы тетрәнештәр һаман көтә.

Трагедия тигән бөйөк жанр,

Мәртәбәң бит бөтә һаман, бөтә.

***

Тарихтарҙа беҙҙең кем генә юҡ!

Хәтер түгел бүҫкә.

Тәфтиләүҙәр менән Бохайыр ҙа

Иҫтә һаман, иҫтә.

***

Ожмах бит ул – ошо яҡты донъя,

Һәр кем уға үҙенсә юл ярған.

Тик бер ҡаза аҡыл таптырмайҙыр –

Алып китә әжәл ожмахтарҙан.

***

Дуҫлыҡмы ул, әллә әшнәлекме –

Йәш саҡтарҙа уны уйлау ҡайҙа.

Дуҫлыҡ – уға йәнең булһа фиҙа,

Әшнәлек ул көҫәйҙер тик файҙа.

***

Һүҙлектәр ҙә хатта “онотҡан” һүҙ

Яҙған саҡта килә хәтергә.

Һәр һүҙҙе бит кәрәк ҡымшанмаҫтай,

Таушалмаҫтай итеп әйтергә.

***

Күмәк арала, шау-шыулы ерҙә

Сарбайлап йөрөй, ул – тел һаҡсыһы.

Тик үҙебеҙҙең баҫмаларҙы ул

Алдырмай өйгә, йәлдер аҡсаһы.

***

Кемде булһа ла бит сәйнәмәйсә

Тора алмай, был ниндәй һуң кеше?

Шулай әллә киреләме түше,

Әллә шулай сарланамы теше?

***

Ниндәйҙер бер илаһи көс күктә

Барҙыр, әммә нығынамын уйҙа:

Күккә табындырыр ҡөҙрәт ерҙә –

Ғилемдән дә былай утта-һыуҙа.
Читайте нас: