Урман шауы – тубырсыҡтан шытҡан.
Тубырсыҡтан сыҡҡан көй ине.
Ҡалалағы буран ниндәй сәйер –
Тышаулы ат һымаҡ сапсына.
Башҡынайын бороп ҡарар төҫлө,
Тауыш бирһәң уға саҡ ҡына.
Ҡырҙа тулап тыуған ауыл моңо
Табындарға күсә, сәхнәгә...
Шул моң аҙаҡ зарығып ынтылғандай
Бәхет, тик һин генә ҡартаймайһың,
Ҡартайһаң да бер ҙә зыян юҡ.
Һин шундай ҡош инде ерҙә, бәхет,
Ҡанаттарың бар ҙа, ояң юҡ.
Шулмы икән әллә илһам көсө,
Шулмы шағир ысын-ысындан —
Һыҙып эстән, әрнеп яҙғанда ла,
Ҡасышлы уйнай яҙ һәм көҙ,
Сабыйҙар, һеҙ ҙә уйнағыҙ,
Ә ул, ер кешеһе, баҫып торҙо
Күтәралмай күккә ҡарашын –
Дауыл һуҡҡан таңда арышын.
Ымһынмай ул дан-шөһрәткә,
Үҙ ҡәҙерен ебәрмәһә, кеше
Маҡтау һүҙен кире ҡаҡмаҫ.
Тик битараф ҡалыр, сөнки унда
Өркәк, иркәк булһа һүҙең,
Иртән йәшәй башлармын тип
Миңә ҡара – шул зәңгәр моң
Күңелем минең – ете ҡат күк,
Ярамһаҡлыҡ... Унда барҙыр
Яңғыҙлыҡта минутты яр һалып
Һанай сәғәт – гүйә һаҡта.
Сәғәт түгел, йөрәк барлығы ла
Кемгә нимә – барыһын килтерер яҙ,
Ер-һыу тулы булыр бүләге.
Тағы аяҡ баҫмаҡ ҡара ергә –
Тик шул ғына минең теләгем.
Эйәрсен ине, өйрәнсек булды.
Өйрәнсек ине, хәҙер – һөнәрсе.
Ижадсы булыу яҙмаған уға,
Йәшәр ул быны белмәй үлгәнсе.
Үҙен ул, бахыр, әллә кем итеп,
Һүҙенән алда йөрөй ул үҙе,
Гүйә ҡыу ағас тауҙа, ҡалҡыуҙа.
Белә ул алтын үҙенең хаҡын,
Аяҡ аҫтында ятмай ул ялтлап.
Хатта алтынға булырмы ҡәҙер,
Ҡулдан-ҡулға ул һатылһа ваҡлап.
Мөхәббәтһеҙ кеше – иң бәхетһеҙ,
Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы.
Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,
Тик мөхәббәт булғас – аяулы.
Тере саҡта ер тип даулашты ул,
Нәфселәре шашып, ул йән атты.
Хәҙер ана ҡәберенән тупраҡ
Өйөм булып артып, ҡалҡып ятты.
Айыҡ саҡта онота ул йырҙы,
Айыҡ саҡта бер ҙә йыр башламай.
Иҫерһә тик, йыр иҫенә төшә,
Иҫеректе хатта йыр ташламай.
Ҙур йәндәрҙән һөйөлдөм мин,
Ваҡ йәндәрҙән тибелдем мин.
Танып ҙур һәм ваҡ йәндәрҙе,
Ерҙе баһраулаған – тауҙыр,
Тауҙы баһраулаған – таштыр,
Тауҙа һауаланған – беҙҙең
Бәхет эҙләп ситкә китәләр,
Китәләр бит янып-көйрәп тә.
Ярсыҡ-ярсыҡ булып Ватаным
Тарала бит күпме йөрәктә.
Көндөҙҙәрен, гүйә, ролдә,
Белмәй мәсет, белмәй сиркәүҙе,
Ҡауыштылар – үтте ғүмерҙәр.
Хаҡ яҙғанды күрмәй ни сара –
Айырҙы тик аҙаҡ ҡәберҙәр.
Хәҙерге йыр инде – «шыйыҡ сәй» ул,
Ә опера – «кофе төпрәһе».
Булмышыңа ятҡан – юғалтыла,
Йәки табылмай ул, күрәһең.
Мөхәббәт ул – үҙең өсөн өҙөлөү,
Йөрәк ярып яһаҡ түләйбеҙ:
Мине йәлләһен тип яратабыҙ,
Мине яратһын тип йәлләйбеҙ.
Хушлашманы килеп мәрхүм менән,
...Аңлашмаған килеш, еңеүселәй,
Кәмһетергә намыҫ ҡушманы.
Көлгән булабыҙ беҙ «Ишәк!» тиеп
Йығыла белмәүсенән һалам түшәп.
Хужа Насретдинды ер йөҙөндә
Йығылтмайса әммә йөрөтә ишәк.
«Йылан!» тиҙәр әҙәм яуызына,
Йылан – йылан инде, бул һин ары.
Ул – ҡурҡыныс. Әммә әҙәм кеүек
Эҙәрләмәй һине, теймә бары.
Нисә быуат трагедия бара...
Мөмкин түгел бөтөү төшөнөп:
Прометей йәл. Ғазаптарын әммә
Рәхәт сигеп ҡарай кешелек.
Ҡояш тотола. Сәбәптәрен беләм.
Йән ҡарая ҡай бер башҡортҡа:
Ҡанбабалар ҡоһоро төшә ана
Рухын һатып эскән маңҡортҡа.
Ил туплаған милләт – илдә зиннәт,
Ил тойғоһо артһын башҡортта.
Һин ҡалдырма, халҡым, ҡәрҙәштәрҙе
Дүрт юллыҡ ул – бер емештер, гүйә,
Эстәрендә орлоҡ – ул үҫер.
Ҡыҫҡалыҡта булһа оҫталыҡ та,
Күңелдәргә, бәлки, ул күсер.
Йән бирерҙәй эшем бар минең.
Ул төп һүҙен әйтте. Шағирлыҡ – шул.
Ваҡытында әйтте төп һүҙен.
Ғүмеренә торошло һүҙ әйтте,
Һәм үлемгә бирҙе ул үҙен.
Ниҙән был ҡәҙәре янып-көйөү?!
Яҡтыртмай бит шәм дә, янмаһа.
Шулдыр шағир – һүҙенән ул алда
Малым да юҡ минең, даным да юҡ,
Шиғырым да һеҙгә – яҙғас та.
Мин үҙемде күрәм көҙҙән-көҙгә
Емеш биргән үкһеҙ ағаста.
Ул, ышанып миңә, яҡын күрҙе,
Аһ, күңелен киттем уйламаҫтан.
Үкенестәр өҫкә сыҡмаҫ ине,
Һөҙөп ҡараһа ул миңә аҫтан.
Ҡалдырһа ла баҙыян тәгәс ҡомартҡыға,
Ата-баба ҡайтып бал йә буҙа һалмай...
Элгәргене маҡтауҙан ул уҙа алмай.
Телдән төшмәҫ исем – гүйә, ялҡын,
Ялт-йолт үрләй өҫкә, төҫкә –
Асылда бит өйҙө ҡуҙ йылыта,
Осоп бөткәс кенә, ләүкеп, ялҡын.
Ярты ҡартайтыусы һин түгел, тип
Яҙһам, оҡшар микән чиновникка?
Йә сиратта ҡаҡлар шиғырҙы ла,
Ниңә әрәм итеү һүҙҙе юҡҡа!
Затлылыҡ мөлкәттән килһә,
Хайран итә был һыу кешене:
Әммә шуны әйтәм мин һеҙгә:
Шәп аҡҡан һыу етмәй диңгеҙгә.
Һүҙ, фекер һәм аҡыл – халыҡтыҡы,
Барыһы ла миндә – халыҡтан.
Ағас – урмандыҡы, ә орлоғо
Тупрағымда шытҡан, ҡалҡҡан.
Был – әйткән кеүек: иртәгә
Һәләтлеләр күп тә, талантлы аҙ,
Ҡайҙа ғына һүҙҙе ҡайырма,
Һәләтлеләр эшләй, талантлылар
Шул ҡәҙәре бошмаҫ, ығыш йәндең
Бер шатлығы ләҡәп булып ҡалды.
– Тараҡандар бөттө! – тип
Һүҙең – бысаҡ. Тотор булһаң кәңәш,
Һин ултыр ҙа бынау бүкәнгә,
Бысағыңды тәүҙә үҙеңә сәнс,
Ауыртмаһа, сәнс һин бүтәнгә.
Үҙенең түшәгендә үлмәҫ затҡа,
Ҡараҡҡа ул – бөтә кеше ҡараҡ.
Ҡараҡтыҡын урлаһалар әгәр,
Хоҙай ҙа бер көлөр: эштәр харап!
Урамда – мең ғаләм, баҙарҙарҙа...
Мин әйтәмен: Тәңрем, хурлауынан,
Ҙурлауынан уның һаҡла, тип.
Үҙгәрмәйем. Тәбиғәтем нисек
Күңелемдә – шоңҡар ҡуныр ҡая,
Әрләшкән бар. Бер саҡта ла
Серләшкән бар. Бер саҡта ла
Еңмешлектән – бәхәс, ыҙғыш,
Ғәйеп кемдә – белеү кәрәк.
Хәҙер күпме өйҙә – Ҡөрьән,
Донъя – гармония, донъя – аһәң,
Шиғыр шул камиллыҡ менән тулһын,
Ни рәүешле генә яҙһаң да һин,
Яҙғандарың бары шиғыр булһын.
Тик береһе өрһөн, бөтөнөһө
Этләнгәндә генә – яңғыҙ-яры,
Этләшкәндә улар – күмәктәр.
Кем – көн, кем – төн, кемдер – таң.
Марста ла яраҡлашыр әҙәм,
Марста ла әгәр һыу булһа.
Ә моң?.. Тик ул ҡорғаҡһытмаҫ йәнен,
Ерҙән күскән йөрәк һау булһа.
Ят телдә һөйләшкән – таныш,
Үҙеңсә һөйләшкән – туған.
Әйтеп булмай: кемдән тыуған?
Мәҙәнилек беҙҙә ни кимәлдә?
Сағыла ул хатта юҡ-барҙа.
Күптәр – ҡарап туймаҫ йорттарҙа, тик
Сыҡһа тышҡа, урам сүп-сарҙа.
Эт аҫрай өйҙә. Бәрәс ҙурлыҡ.
Үпәсләшә хатта. Үҙ мәйеле.
Сирҡанып мин ситләшәмен өнһөҙ,
Теймәһен тип эт йәнленең еле.
Бер ҡатлылыҡ менән ылығыуҙар,
Кем алдында сиселгәнде белмәү –
Хәйерһеҙгә. Йомоҡлоҡ та – насар.
Аҙаҡ шулар – йәнде игәр беләү.
Ир һәм ҡатын – икеһе бер шайтан.
Раҫтыр, буғай, урыҫтың был һүҙе.
Икеһе бит ике шайтан булһа,
Йәшәмәк һуң бергә нисек түҙеп?
Ыҙғыш ҡойононда ике күрше,
Сәбәпсеме нәфсе йә көнсөллөк?
Үҙ-үҙҙәрен һыҙырырҙай селек.
Һин үҙең дә хатта белмәгәнде
Һинең хаҡта һөйләү ғәйбәттер ул.
Һин иғтибар үҙәгендә икән,
Был да әле, бәлки, һәйбәттер ул.
Ирҙе алтын иткән – ҡатын,
Ерҙең аҫты, өҫтө – ҡорал, ҡорал...
Сатнатырлыҡ Ерҙе, шартлатырлыҡ.
Ҡайҙан шул ҡәҙәре ҡара ҡәһәт?!
Хоҙай үҙе хатта шаҡ ҡатырлыҡ.