Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Май 2018, 13:59

"Ағиҙел" № 4. Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА. Һөймәгәнгә һөйкәлмәҫкә Мин һине урап үтәм!

Ҡапыл күңелемде иҙә Тирмән ташындай уйым. Хатта бер осмотон һеҙгә Бирмәм, башымдан уйып!..

Һөймәгәнгә һөйкәлмәҫкә

Мин һине урап үтәм!


*Тәнзилә Дәүләтбирҙина 1964 йылда Бөрйән районының Тимер ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлағас халыҡ ижады үҙәгендә эшләй, Ғафури районында уҡытыусы була, телевидениела, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эшләй. Әле Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығында хеҙмәт итә. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.


Ата йортонда

Ата йортонда ҡунаҡмын,

Йоҡоһоҙ үтә төнөм.

Ҡайтарып булмай ғаиләмдең

Түп-түңәрәк, бөтөнөн...


Атай яңғыҙ ыңғыраша,

Әсәй уфтана күктә.

Араларын яҡынайтып

Ҡартлыҡ еп һуҙған күптән.


“Әсәкәйем, – тип шыбырҙап

Йыһандарға өндәшәм. –

Һин булмағас, һүрән яна

Мейестә ут, төндә шәм!


Ниңә яҙмыш иң ҡәҙерле

Кешеләрҙән айыра?

Ер өҫтөндәге юлдарҙы

Ер аҫтына ҡайыра?”

... Мейемә ҡайғы уҡмаша,

Керпеккә йәш эленә.

Ғүмерҙең ҡыҫҡалығынан

Йөрәккәйем теленә...


Әсәй үлгәс

Әсәй үлгәс, атайымдың тауышы

Ҡапыл ғына ҡуйҙы үҙгәреп:

Әллә ҡайҙан – алыҫтарҙан килде,

Эҙләгәндәй ҡырҙа үҙ йәрен.


Эҙләгәндәй теге донъяларҙан

Ауаздашын, өндәш, тиңдәшен.

Тауыш алдан шулай китә икән,

Ҡалмай икән йәнгә тиңәшеп...


Тауыш килгәс күкрәк төптәренән,

Һиҫкәндерҙе үлем сәләме:

Тимәк, уның ризығы самалы ҡалған,

Тупаҫланған яҙмыш ҡәләме!

...Атайғынам шәмдәй һыҙа барҙы,

Йыраҡлашты тоноҡ тауышы.

Эй, Хоҙайым, атам йәне менән

Әсәйемдең изге йәнгенәһе

Ожмах түрҙәрендә ҡауышһын!

Ожмах түрҙәрендә ҡауышһын!


Әсәкәйем!

Әсәкәйем, йөрәккәйем,

Минең берҙән бергенәм!

Күкрәккәйеңде ҡыҫмаймы

Өҫтөңдәге ергенәң?


Биткенәңде сылатмаймы

Һарҡып төшкән ҡар һыуы?

Йөрәгеңде ҡуҙғатмаймы

Наҙлы яҙҙың ярһыуы?


Төтөнһөҙ ауылда быйыл

Тәүге тапҡыр ҡыш сыҡтың.

Күҙ йәштәрең – ҡәбер йәмләр

Сәскәләге ысыҡтыр...


Әсәкәйем, йөрәккәйем,

Минең берҙән бергенәм!

Һинең эҙеңде һағынған

Келән келәм ергенәң!


Ҡайғы менән һөйләшеү

– Ҡайғы, ҡайҙа бараһың?

– Ҡартайтырға барамын.

Халыҡ әйтеме

– Ҡайғы, ҡайҙа бараһың?

– Ҡартайтырға барамын.

Төндәр буйы йоҡо бирмәҫ

Уңалмаҫ сей ярамын.


– Ҡайғы, ҡайҙа бараһың?

– Ҡартайтырға барамын.

Йөрәк һулытҡан мисәткә

Юйылмаҫлыҡ ҡарамын.


– Ҡайғы, ҡайҙа бараһың?

– Ҡартайтырға барамын.

Баҡыйлыҡты кешеләргә

Иҫкәртеүсе сарамын.


Түрәләргә

Аҡ эттәрҙең ғәйептәрен

Ҡара эткә һалмағыҙ.

Ғәйепһеҙҙе, үрнәк итеп,

Ғәм алдында салмағыҙ!


Ғәйепһеҙҙең рәнйеүенең

Ҡоһоро төшөр берәй.

Ғәйепле эт, ҡойроҡ болғап,

Ана бит – түшен терәй!


Күләгәгеҙҙә йәйелеп

Көн итә ялағайҙар:

Аяҡты ла үпкәс, нисек

... лә яламайҙар?!


Йөрөйһөгөҙ арабыҙҙа,

Кеше күрмәй, баш сөйөп.

Ҡараш ҡаҙап алаһығыҙ,

Ҡайһы ваҡыт, ҡаш төйөп.


Вазифағыҙ ғына бөгөн

Күккә сөйөп йөрөтә.

Үрҙән осороп төшөрһәләр,

Һеҙҙе лә бит ер көтә!


Күргем килә һеҙҙе тиҙерәк

Кешеләр араһында.

Әйҙә улар:“ Һин кем?” – тиеп

Ятһырап ҡараһындар!


Үҙәккә үткәс

Бөгөлгәнде бөгәләр,

Йығылғанды йығалар.

Һығылмалыны, йомарлап,

Бар ектәргә тығалар.


Бөкһәләр ҙә, бөгөлмәйем,

Һуҡһалар ҙа, йығылмам.

Тәнем ҡатҡыл, рухым көслө –

Екте ямап, тығылмам.


Мин – бер бөтөн, камилмын.

Ярты-йорто түгелмен.

Ектәренән елдәр иҫһен,

Тишектәрҙән түгелһен!


Мин – бер бөтөн! Берҙән бер!

Илленән ашҡан ғүмер!

Мин – йә гөрләп үҫкән ағас,

Йә уттан шашҡан күмер.


Көрөшкә

Эсер өсөн бер бак һыу ҙа,

Барыбыҙға бер көрөшкә.

Мәктәп иҙәне һелкенә

Беҙҙең дәррәү йөрөшкә.


Тәнәфестә һыу эсәбеҙ,

Сират тороп, күмәкләп.

Апайҙар бушатмай бакты –

Өҫтәп тора, күнәкләп.


Ерәнеү юҡ. Ҡулдан-ҡулға

Күсеп йөрөй көрөшкә.

Имсәктәште күргәндәймен,

Класташ менән күрешһәм!


Кешеләрҙе бер-береһенән

Өркөтә хәҙер сирҙәр.

Әммә беҙҙең замандаштар

Бер табаҡтан ашарҙар ҙа,

Бер һауыттан эсерҙәр!


Кино

Ауылдаштар берҙәм ине,

Осраштылар кинола.

Хәҙер уй-фекер тарайҙы:

Борсой аҡса, кәсеп, ризыҡ –

Йә ботлап, йә килолап...


Сериалын ҡарар өсөн

Һәр кем өйгә ҡайыра.

Телевизор кешеләрҙе

Бер береһенән айыра.


Интернет та бар халыҡты

Үҙенә табындыра.

...Рәхәтләнеп күрешергә,

Хәл-әхүәл белешергә

Кинолар һағындыра.

Кинолар һағындыра.


Сәғәт

Сәғәтебеҙ өлкән беҙҙең –

Олораҡ һинән, минән.

Уның моңло тауышҡайын

Көн дә ишетеп кинән!


Оло кеше һымаҡ бит ул,

Тәнтерәкләп тә китә.

Ҡарамаһаң, туҡтай һала –

Иғтибар йәлеп итә!


Тауышҡынаһы көр ҙә ул,

Яңылышып та алғылай.

Ашҡынып, ашыҡҡан була,

Шунан артта ҡалғылай.


...Совет гимнын хәтерләтә,

Бик ҡәҙерле шуға ла:

“Онотмағыҙ!” – тип ҡабатлай,

Сәғәт һайын һуға ла.


Алмағас

Алмағастың аҫты ал балаҫтыр –

Тәгәрәшеп ята алмалар.

(Был тәбиғәт кенә тирә-яҡты

Файҙалыһы менән ҡалмалар).


Һуңғы алма ғына эленеп тора,

Ҡалғандары ерҙе ҡаплаған.

Ҡайһы берен ҡорттар йырғылаған,

Ҡайһы берен сире таплаған.


Ҡайһы бере, бешкәс, хужаһының

Кәрзиненә инеп һыйынған.

... Беҙ ҙә ғүмер-алмағаста үҫеп,

Өҙөлөп төшөр өсөн йыйынған.


Ҡасан, нисек – бешеп, сирләп, ҡортлап

Китербеҙ беҙ, бер ҙә билдәһеҙ.

Емеш ҡойған алмағастар ғына

Фанилыҡтың асыҡ билдәһе.


Ҡағыҙ ҡорто

Ҡағыҙ ҡорто булып бөттө –

Көнөн-төнөн ашайҙыр:

Шуға түрәнең күбеһе

Йыуантыҡ та, ташайҙыр.


Бер эште хәл итер өсөн

Ҡағыҙ кәрәк бер ҡосаҡ.

Урындағылары ла бит

Бер ултыра, бер оса!


Үҙгәрештәр булған һайын

Артҡандан арта ҡағыҙ.

Ҡысҡырғым килә яр һалып:

“Бюрократтар, туҡтағыҙ!!!”


Урман бөтмәйенсә ҡағыҙ

Бөтмәҫ, тиҙәр, шаярып.

...Бер буй ағас алалмайса,

Тауҙай ҡағыҙҙа аҙашып,

Йөрөй кеше, ай, арып...

Өфө урамында

Асфальт араһына көсләп

Йәш ҡайынды тыҡҡандар.

Уға урын бирәм, тиеп

Ҡарт йүкәне йыҡҡандар.


Тыны ҡыҫылған ағастың

Япраҡтары һарғайҙы.

Был бахырҡай тотҡонлоҡта

Кешелекте ҡарғайҙыр.


Ҡулъяулыҡтай ғына ҡалған

Ул урынлашҡан урын.

Елдәр йәлләп һөйрәкләйҙәр,

Алып китергә һурып.


Ҡайынды шулай йонсотҡан

Кешене күрһәң ине.

Ағас тамырына ҡушып

Сәстәрен үрһәң ине!


***

Һинең уйыңдан юғалам,

Һинең туйыңдан юғалам.

Һинең муйындан юғалам,

Һинең ҡуйындан юғалам.

Һинең теҙеңдән юғалам,

Һинең һүҙеңдән юғалам.

Һинең эҙеңдән юғалам,

Һинең күҙеңдән юғалам.

...Хистәремде ауыртмаҡлап

Һағыш төптәренә батам.

Ылымыҡ-уйға сырмалып,

Таштар араһында ҡатам.

Ҡайҙа булды икән был, тип

Һин бер ҡасан эҙләмәҫһең.

Һинһеҙ йәшәй алмайым, тип

Алдарымда теҙләнмәҫһең!

...Һинең уйыңдан юғалам,

Һинең туйыңдан юғалам.

Һинең муйындан юғалам,

Һинең ҡуйындан юғалам.


Ҡоштар

Яҙып та аңлатылмай,

Әйтеп тә аңлатылмай.

Ҡош телендә беҙҙең менән

Һөйләшә Алла, тынмай.


Яҙып та аңлатамын,

Әйтеп тә аңлатамын –

Ҡош түгелеп һайрамағас,

Ерҙә һил таң атамы?!

***

Мин ҡайын булып ҡараным,

Һылыулығына ҡыҙып.

Миндеккә ботарланылар

Бер ағай менән ҡыҙы.


Мин бесәй булып ҡараным,

Иркәләгем килгәнгә.

Тыйылыуҙан, һуғылыуҙан

Аяҡ-ҡулым имгәнгән.


Күбәләккә әүерелдем,

Ғашиҡ булып сәскәгә.

Кемдер гөлдө өҙөп алды,

Уны бит ул сәсмәгән!!!


Кеше сүрәтенә ҡайтҡас,

Тарҡау уйым беректе:

Бәндә күңелен күрергә

Тыуған һәр бер тереклек.


Бәлә килгәндә

Ҡапыл күңелемде иҙә

Тирмән ташындай уйым.

Хатта бер осмотон һеҙгә

Бирмәм, башымдан уйып!


Үҙе бәләм үҙемәлер,

Үҙе ҡайғым үҙемдә.

Уртымдағы ҡан уҡмаша,

Нур һүрелә күҙемдә.


Кемгә генә түгелергә,

Кемгә серем сисергә?

Шул тиклем дә яңғыҙлыҡтан

Әллә Себер китергә?


Ете юл сатына баҫып,

Ҡаңғырып, юлһыҙ ҡалам.

Йөрәк кенәм ярылмаһын.

Һау ғына булһын балам.
Читайте нас: