Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Сентябрь , 09:45

АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ ДОНЪЯ Хәтернамә

Яныу Беҙҙең атай Ворошилов исемендәге колхоздың бригадиры ине. Малсылыҡ фермаһында эштәр бик хөрт булғандыр, уны шунда мөдир итеп күсерҙеләр. Башта алты саҡрымды йөрөп эшләне, аҙаҡ, ноябрь тирәһендә, әсәйҙе, мине күсереп алып китте. Этебеҙ бар ине, ул атҡа эйәрҙе, ә бесәйҙе үҙем алдым. Ағай, апай – мәктәп йәшендәләр, улар ауылда тороп ҡалды.Беҙ йәшәйәсәк өй ике яҡлы булып сыҡты. Элек, батша заманында, ул ауыл мәҙрәсәһе булған, тинеләр. Аҙаҡ, күмәк хужалыҡ барлыҡҡа килгәс, уны ошонда күсереп һалғандар, малсыларға торлаҡ иткәндәр. Беҙ йәшәгән яҡ ҙур ғына ине. Бейек. Тәҙрәләре ҡәҙимге ауыл өйөнөкөнән ҙурыраҡ. Урындыҡ бар, өҫтәл һәм, әлбиттә, мейес. Инеү менән мине шул геүләп янып ятҡан мейес алдына баҫтырҙылар. Көпөм тышынан әсәй олоғара аҡ йөндән һуғылған шәл дә бәйләне.

– Өй йылынғансы сисмә, ошонда тор! – тине, ә үҙе бында алып килгән монаятын урынлаштырырға тотондо. Торам. Утын ағастарының бер-береһенә дәрт биреп, тел шартлатҡан тауыштар сығарып, көсәйгәндән-көсәйә барып янғанын күҙәтәм. Ни аралалыр эргәмә малай һәм ҡыҙ килеп баҫты. Ниндәйҙер һиҙемләү менән мин уларҙың тап минең йәштәге икәненә төшөндөм. Үҙеңдән бәләкәс булһалар, бер хәл: ундайҙарҙан, беләм, кеше оялып тормай. Үҙеңдән ҙурыраҡтар менән дә шул уҡ хәл. Ғаиләлә мин төпсөк булғас, апай-ағай һымаҡтар менән мөнәсәбәт ҡора беләм. Ә былар – тиҫтер. Бөтөнләй минең кеүектәр, гүйә, минең ҡаршымда үҙемдең игеҙәктәрем баҫып тора!
Өндәшмәйем. Улар ҙа өндәшмәй. Бәлки, ул икәү ҙә мин кисергәнде кисерәлер? Мейес ауыҙынан сыҡҡан эҫелек өсөбөҙҙө бер төрлө йылыта йылытыуын, мәгәр мин унда алдараҡ баҫҡанмын. Күптән инде эҫе миңә! Ололарҙың миндә эше юҡ – күсенеү мәшәҡәтенә сумғандар. Бына бер саҡ пальто тиһәң, шаштырыу булыр, әсәйем тегеп биргән көпө өҫтөнән бәйләнгән аҡ йөн шәлдең суғы ҡыҙара башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, мин был ике яңы танышымдан шул ҙур шәлгә сырманып, ҡарсыҡ рәүешендә баҫып торғанға ояла инем бит! Үҙенең тиңдәштәре араһында ҡайһы баланың ҡупшы күренгеһе килмәй? Ә әсәй сырмандырырға яратты мине, гел шулай булды.
Суҡтың ҡыҙарған өлөшө ҙурая башланы. Күрәм – янып барам. Кәбеҫтәләй ҡат-ҡат уранып тороу етмәгән, яна ла башланым. Эх!.. Ниңә килдем мин бында?!. Ниңә апай-ағай менән өйөмдә генә ҡалманым?!. Хатта бит бесәйҙең бесәйе ярты юлда арбанан һикереп төшөп ҡалды! Ә мин торам инде рисуай булып, яна ла башланым. Шәл йөндән бәйләнгән, ә... юҡ, һуғылған. Шуға ла суҡлы бит ул. Бына өтөлгән тояҡ еҫе сығарып, суҡ көйрәй үк башланы. Мәсхәрә! Хәҙер, тиҙҙән бөтә иғтибар миңә күсәсәк.
– Фу, фу! Ниндәй еҫ сыҡты? Көйөк еҫе түгелме? – Быны малай әйтте. Мин өндәшмәйем. Ул шулай ғына тиһә лә, шәлдең янып барғаны уның күҙенән ситтә ҡалманы бит ул.
– Әлләсе, – тине ҡыҙыҡай. – Мин янмайым былай. (Ул янмай! Һуң, мин инде, мин, мин генә янам!)
– Таңсулпан. – Малай минең атайға өндәште. – Ағай, Таңсулпан янып бара!
– Уй! Ул нишләп янғансы өндәшмәй ҡатып тораһың?!. – Атай йәһәт кенә шәлде систе, үҙемде ут эргәһенән күтәреп үк алып ситкә баҫтырҙы.
Алтылағы – алтмышта. Ниндәй сетерекле хәлдә ҡалһам да – өндәшмәйем. Түҙәм. Барыһына сабыр итәм. Сабыр төбө – һары алтын, тинеләр. Сабыр иткән – мораҙына еткән, тип тә өҫтәнеләр. Шул рәүешле асылымды туҡынылар. Асылым – быуаттар төпкөлөнән килгән аҡыл. Уны аңлайым. Мәгәр Рәйес Түләктең «Яныу» поэмаһын уҡығас, үҙ асылым аша халҡым асылына тоташтым. Янһаң, «янам», тип ҡысҡырма, быуһалар, «үләм», тип һөрән һалма. Шул саҡлы түҙемле, сабыр булмышҡа ут ҡапмаҫ, ел-дауыл бәрелмәҫ кәрәк ине лә бит, ә юҡ: бәрелә, яндыра, көйҙөрә. Тыштан һуғылған ялҡынды һүндереп була ул, ә бына эстәге ялҡының тышҡа бәреп сыҡһа?!. Башҡорт ихтилалдарының тарихында тап бына шул ята бит...

Урланған «а»

Беренсе класҡа барыу минең өсөн байрам булманы. Ни өсөн тигәндә, минең менән бергә таш аҫтында ятҡандар бер йыл алда барғайны. Ваҡытында уҡырға төшмәүемдең сәбәптәре байтаҡ ине былай. Беренсенән, йәшем, йәғни етем тулып өлгөрмәне. Икенсенән, 29 августа көтмәгәндә атай баҡыйлыҡҡа күсте, ә беҙ ул мәлдә фермала йәшәй инек, күсеп ҡайтыу, өйҙө ремонтлау кеүек мөһим эштәр торғанда минең, йәше лә етмәгән баланың, беренсе класҡа барыу-бармауы пүстәк бер нәмә булғандыр. Бәндә теләй, Хоҙай бойора, тигәндәре шулдыр: мин мәктәпкә башлыса ҡырҡ һигеҙҙәр менән барҙым. Аҙаҡ беҙҙең класҡа күсмәй ҡалғандар өҫтәлде, таш аҫтында бергә ятҡандар менән барыбер класташтар булып киттек. Әммә ҡыҙыл күкәй көнөндә ҡиммәт, тиҙәр бит! Уҡырға барыр алдынан тағы бер нәмә кәйефте төшөрҙө: йәй башында миңә тип алынған һары күн ботинка, йәй буйы сәңгелдәк сөйөндә эленеп торғандан һуң, иртәгә кейәм тигән көндө аяҡҡа һыймаҫ булды. Шул арҡала мин беренсе класҡа Тоҡтағол ауылы кешеһе, аяҡһыҙ Мәжит ағай тегеп биргән брезент аяҡ һауыты кейеп барырға мәжбүр булдым. Ғәрлек бит! Заманаһы ла шулайыраҡ ине инде: хатта ете баланың берәүһе яланаяҡ килгәйне. Әсәй икенсе аяҡ кейеме йүнләгәнсе, шул брезент тапочкала йөрөп торҙом.
Уҡыуҙар башланып китте «а» тигән хәреф менән, тигәндәй, беҙҙеке лә шул «а»нан башланды инде. Дәфтәргә юл тултырып «а»ны яҙып ҡуйғандан һуң уҡытыусы беҙгә, сиратлап таҡтаға сығып, «а»ны яҙырға ҡушты ла үҙе өсөнсө класты уҡыта башланы. Шулай уҡыныҡ беҙ: 1-се һәм 3-сө, 2-се һәм 4-се бергә. Тегеләрҙә лә, беҙҙә лә уҡыусылар һаны бер сама. Яҙҙыҡ. Мин буйға бәләкәйерәк инем. Шуғамылыр, минең «а» таҡтаның аҫтындараҡ. Тырышып яҙҙым, шәкеле күңелде йылытып ҡына тора! Бына апай беҙҙең класс менән эшләй башланы:
– Йә, ҡарайыҡ әле: ҡайһы «а» кемдеке?
Парталар рәте буйынса һорай апай. Мин, бәләкәй булғас, алда ултырам.
– Ошо «а» минеке, – тинем. Йәһәт кенә ҡуҙғалып, таҡта алдына баҫып.
– Ҡайһылай матур яҙғанһың, – тине апай. – Әллә һин яҙа белеп килдеңме?
Ни ҙә булһа әйтергә өлгөрмәнем, минән арттараҡ ултырған малай:
– Юҡсы! Был «а» – минеке ул, уны мин яҙҙым! – тине.
Мин тағы ни ҙә булһа әйтеп өлгөрмәнем, өсөнсөләр рәтендәге бер малай:
– Эйе, был минең ҡустымдыҡы! – тине. – Шулай бит, малайҙар? Был «а»ны минең ҡусты яҙҙы бит?!.
– Эйе, эйе! Уныҡы! – тигән тауыштар яңғыраны. Мин аптырап ҡаттым да ҡалдым.
Уҡытыусы оҙаҡ төпсөнөп торманы, ары китте, башҡаларҙы таҡтаға саҡыра башланы. Минең өҫтәге «а»ны яҙырға буй ҙа етмәй бит инде, унан һуң ҡабат яҙҙырып та ҡарарға була ине. Шаңҡытылған балыҡ һымаҡ ултырған арала ҡыңғырау шылтыраны – тәнәфес. Тәнәфестә минең «а»ны урлаған малайҙың өсөнсө кластағы ағаһы тиктомалға йоҙроғо менән күкрәгемә тондорҙо. Ғаиләлә тырнаҡ менән дә сиртелмәй, ҡатыраҡ һүҙ ҙә ишетмәй үҫкән балаға, йәғни миңә, бик көтөлмәгән хәл булды был, буҫтауҙан тегелгән моҡсайымды алдым да ҡайтып уҡ киттем...
– Ниңә бик иртә? – тине әсәйем.
Һытыла яҙып килгән кешегә был етә ҡалды:
– Бармайым мин мәктәпкә!
– Сеү! Нимә булды?
– Минең «а»ны бер малай урланы, ә ағаһы туҡманы!..
– Шунан?
– Шул.
– Хәҙер һиндә «а» бөттөмө?
– Нисек... бөттөмө?
– Башҡаса «а»ны яҙа алмайһыңмы?
– Яҙам, яҙа алам...
– Шулай булғас, бушҡа илайһың!
– Бушҡа түгел!..
– Әләйһәң, ила!
– Һиңә рәхәт! Ә миңә улар менән уҡырға! Улар инде минең бөтә хәрефтәремде лә урлаясаҡ!
– Урламаҫтар. Уның өсөн, беләһеңме, нишләр кәрәк?
– Нишләр?!.
– Матур яҙырға! Шундай матур итеп яҙырға, әллә ҡайҙан «Мин Таңсулпандыҡы!» тип торорлоҡ булһын.
– Һы... Ә теге... ағаһы... мине гел туҡмаһа?
– Уныһы башҡа мәсьәлә. Һинең дә ағайың бар...
Әлбиттә, үҫкән осорҙа, ауылда, ҡайһы осраҡтарҙа ағайым ҡурсалаһа ла, гел минең арттан эйәреп йөрөй алманы. Мин дә эре ҡанатты иртә ярҙым: етенсе класты бөтөү менән ауылдан сығып киттем. Көтмәгәндә килеп тондороусылар был осраҡ менән генә бөтмәне. Ул «удар»ҙарҙы яланғас күкрәк менән ҡабул итеүемде дауам иттем, «сдача» бирә белмәнем. Донъя булғас, төрлө хәл була инде, тип ҡараным. «Что нас не убивает, то делает нас сильнее». Йәшәй-йәшәй ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандым. Әммә теге саҡ, беренсе класта, минең «а»ны урлаған кеүек, яҙмаларымды «ыһ» та итмәй үҙләштергәндәргә аптырауым кәмемәне. Бына, мәҫәлән, «Ватандаш» журналында эшләп ултырам. Әҙәбиәт бүлеген етәкләйем. Бер ҡатын яңы әҫәрен килтерҙе. Уҡып ултыра торғас, үҙем яҙған юлдар күҙ алдынан үтә башланы. Тотош бер абзац! Унан һуң был әҫәрҙә – бары мин генә ҡуллана алырлыҡ сағыштырыуҙар, эпитеттар. Мин генә, тип шуға әйтәм: мин Ирәндек буйында Күсемташ, Йәнгүҙәй ҡаялары аҫтында үҫкәнмен. Шуға күрә лә: «Ирәндек ҡарт башына аҡ салмаһын урап алған, ана! Оҙаҡламай яуыр», – тигән юлдарҙы яҙа алам. Ә инде көнбайыш, йә төптө ялан яғында үҫкәндәр яҙа алмай: унда Ирәндек тә, меңйәшәр ҡаялар ҙа юҡ. Ә был ҡатын яҙған!
Ҡулъяҙмаһын килтергәс, яҙмышын белергә килә бит инде автор. Был да килде.
– Һеңлем, мин бер нәмәгә ғәжәп ҡалып ултырам. Бына бынау өҙөктө уҡып ҡара әле: был бит минең әҫәрҙән алынған...
– Эйе, апай. Мин һеҙҙең әҫәрҙәрҙе шул тиклем яратып уҡыйым, уҡый торғас, хәтеремә һеңгән: яҙа башлаһам, килә лә сығалар микән?..
– Булыуы мөмкин, ләкин... ул нисек өтөр, нөктәләренә тиклем, бер һүҙе лә үҙгәрешһеҙ килеп инә һиңә? Мин бит шиғыр яҙмайым. Прозаны һүҙмә-һүҙ хәтерҙә ҡалдырып буламы?!.
Урланған «а» яҙмышы бының менән генә бөтмәне: кемдеңдер әҫәре минең «Бөйрәкәй»ҙәге Камалетдиновтың йәне баҡыйлыҡҡа күсеү миҙгелен хәтерләтеп тамамланды, «Бәхеткә ҡасҡандар» фантасмагорияһы эпизодтары менән сыбарланды, «Ҡара юрға» драмаһындағы күренештәр менән байытылды... Әммә әҫәр туҡымаһына нисек кенә оҫта индерергә тырышмаһындар, тундағы ямау кеүек, әллә ҡайҙан «Мин бында!» тип ҡысҡырып торалар. Минең әсәй теге саҡ: «Бик матур яҙһаң, әллә ҡайҙан «Мин Таңсулпандыҡы» тип ҡысҡырып торорҙар», – тип дөрөҫ әйткән бит! «Стиль» тип атала ул әҙәбиәт телендә. Әгәр яҙыусы ысын художник икән, уны башҡа автор менән бутап булмай. Юҡҡамы ни Һәҙиә Дәүләтшинаның «Мораҙым» әҫәре бихисап бәхәстәр тыуҙырҙы? Мин, мәҫәлән, ҡеүәтле һүҙ оҫтаһының әҫәре ҡайһы һөйләмгә тиклем хужаһыныҡы икәнен төртөп күрһәтә алам!.. Ул Гольфстрим ағышы кеүек: һыу эсендә һыу булып аҡһа ла, үҙе булып ҡала, сөнки уның температураһы башҡа.

«Түңәрәк круг»
Мин йүләрмен, мин үләрмен,
Донъяға ғашиҡ булып...
Ҡадир Әлибаев

Яҙ беҙҙең, ауыл балаларының, иң көтөп алған миҙгеле булды. Урынына ҡарап, ер ҡарҙан төрлө ваҡытта асыла. Иң алда – картуф баҡсаһында. Картуфлыҡ тип тә, огород тип тә йөрөттөк – эш исемдә түгел. Бына шунда ер әҙ-мәҙ ҡарҙан асылһа, урам-урам булып туп уйнайбыҙ. Уйындарыбыҙ – «Һуҡма туп», йә «Түңәрәк круг». «Һуҡма туп» – команда уйыны. Уҙаҡланышып ике командаға бүленәбеҙ. Бик дәртле, сәмле уйын. Күңелдәге сәм тышҡа тауыш булып бәреп сыға, беҙҙең ҡысҡырышыуҙан һауа ярылып килә кеүек. Ҡыш буйы тотҡонда ятҡан хистәрҙе шулай яҙғы һауа, ҡояш йылыһына асылған ҡара тупраҡ бәреп сығара. Өйгә инге килмәй. Ҡараңғы төшә башлағас, күҙ бәйләнеп, туп күренмәҫлек булғас ҡына ҡайтып инәбеҙ. Дәрес әҙерләү, әлбиттә, онотола. Бөтә уҡыу әсбаптарын да портфелгә кистән тултырып ҡуям. Иртәнсәк тотаһың да китәһең – йәтеш була.
Икенсе уйын – «Түңәрәк круг». Тәүгеһенән сәмлерәк булмаһа, ҡалышҡандай түгел. Ни өсөн уның исеме шулай, теге «масляное масло» тигән кеүектер, белмәйем. Беҙгә тиклем дә ул шулай аталған, тик беҙ резина туп менән бәрәбеҙ, ә элек һыйыр баҡтаһын ойоштороп, әүәләп яһағандар тупты. Бында инде һуңғы кешене түңәрәктән бәреп сығарғансы дауам итә уйын. Бәреп тип, туп кейемеңә генә тейеп китһә лә, уйындан сығырға тейешһең.
Ер күберәк асылып, аяҡ аҫты кибә биргәс, уйын мәктәпкә ҡаршы ятҡан асыҡ урынға күсә. Үәт, исмаһам, бында масштаб! Дәрес сәғәт туғыҙҙа башлана, ә беҙ бында һигеҙгә киләбеҙ. Командаларға бүленәбеҙ. Дәрескә ҡыңғырауҙы ишетмәгәнгә һалышабыҙ. Бер команданың да еңелгән килеш таралғыһы килмәй. Әлбиттә, апрель айында өлгәш түбәнәйә. Иртә лә, кис тә уйын. Унан тыш, минең үҙемдең дә шөғөл бар: огород ҡарҙан әрселә башлау менән ике таяҡты сәнсеп ҡуям да еп тартам. Бейеклеккә һикереү буйынса күнекмәләр башлайым. Был мауығыу күптән башланды, уға әлеге ҡыш көндәре китапты күп уҡыуым сәбәп булғандыр. «Дүртенсе бейеклек» тигән китап Гуля Королева хаҡында ине. Уйлана башланым: кеше булып донъяға тыуғас, һин бейеклек яуларға тейешһең икән?!. Ә мин ниндәй бейеклек яулай алам? Уҡыу? Уны бөтәһе лә уҡый, уны бөтәһе лә булдыра, сөнки бөтәһе лә мәктәпкә йөрөй. Ә ниңә һикереп ҡарамаҫҡа? Бейеклеккә?!.
Шунда туҡтаным. Бер көн һикермәһәм, нимәлер етмәгән кеүек. Таяҡтарҙа үлсәмдәр юҡ, күпме һикергәнде белмәйем, мәгәр күнекмәләрҙе даими алып барам. Йүгереүгә ифрат оҫта инем. Һәр хәлдә, урта мәктәптә уҡығанда ла, аҙаҡ университетҡа ингәс тә ярышта икенсе килгәнде хәтерләмәйем. Ә инде бейеклеккә һикереү буйынса күнекмәләрем бушҡа үтмәгән булып сыҡты: ҡайһы мәктәптә уҡыһам да, бейеклеккә һикереү буйынса рекорд ҡуйҙым. Еңеүсе булайым тиһәң, күнекмәләрҙе иртә башла, тигән фекерҙең дөрөҫлөгө был.
Ләкин былар – һуңынан. Әлегә беҙ мәктәп ҡаршыһында яҙғы һауаны бер итеп туп һуғабыҙ. Бер саҡ мәктәпкә төштән һуң репетицияға йыйҙылар. Туғыҙынсы майға концерт әҙерләйбеҙ. Репетиция бөткәс тә ҡайтып китке килмәй – туп уйнап танһыҡ ҡанмаған.
«Һуҡма туп»ҡа кеше әҙерәк булдымы икән, «Түңәрәк круг»та туҡтаныҡ. Түңәрәктең ҙурлығы, уйнаусыларҙың һанына ҡарап, ҙур ғына була. Майҙан ҙур булһа, туп тейеүҙән һаҡланыу сараһы ла күберәк. Ҡыҙҙар, малайҙар шыбаға тотоштоҡ – ҡыҙҙар эстә! Малайҙар һуңғы ҡыҙҙы бәреп сығарғансы, беҙ эстә ҡалабыҙ. Малайҙар сәмләнеп тотондо: йәнәһе, һәр береһе мәргән, һәр береһе ир-уҙаман. Мәктәп алдындағы бушлыҡ иркен, үткән-сүткән туҡтай, сәмле уйынды тамаша ҡылырға яратыусылар сүкәйеп ултырып та ала. Түңәрәк эсендә ҡыҙҙар тиҙ арала кәмей төшһә лә, тоҫҡап туп бәреүселәр һаны артҡандан-арта. Өс, ике ҡыҙға ҡалдыҡ, улар ҙа шунан юҡ булды. Бер кем өйөнә ашыҡмай: уйын бөтмәгән. Арандай түңәрәк эсендә бер мин тороп ҡалдым. Түңәрәк ҙурлыҡҡа ҙур, мәгәр уның һәр тарафынан бәрәләр. Туп миңә теймәй, шыйлап үтеп китеүе була, ҡаршы яҡ ҡулдар эләктереп тә ала һәм... миңә осора! Кейек ҡасһа, аусының сәменә ныҡ тейәлер – былар ҙа шулай: нисек инде шул тиклем кеше, инде егермеләгән малай, бер ҡыҙҙы бәреп сығара алмаһын?!. Ул саҡта икенсе ауылдарҙан килгән балалар мәктәп яны ятағында ята ине – унан да резерв килде. Беләләр кемде саҡырырға! Уларҙа сәм артыуы минең дә күңелдә бығаса ойоп ятҡан тойғоно уятты ахыры: ҡайһылыр бер минутта үҙемдең еңелмәҫемде аңланым. Бәреүсе ҡулынан туп ысҡынырға ла өлгөрмәй, мин уның тәнемдең ҡайһы еренә төбәлеүен беләм. Шәп йүгереүем, бейеклеккә ҡыр кәзәһеләй һикереүем дә, бәлки, ярҙам иткәндер, һәр хәлдә, мине түңәрәктән бәреп сығарырҙай көс юҡ ине донъяла! Ҡояш Ирәндек ҡаялары аҫтына тәгәрәне. Бәреүселәр алма һүрәте төшөрөлгән йәшел тупты (ул минеке ине) күрмәй хитлана башланы. Ахырҙа туп бөтөнләй юғалды... Мин эҫелектән сисеп ырғытҡан кофтамды эҙләп алып кейҙем дә ҡайтып киттем. Рәхәт! Күңел әллә ҡайҙа бейектә! Хатта үҙемдең дә буй етмәҫ ерҙә! Малайҙар? Уларҙың кикерек шиңде инде. Нимә уйлаһа ла уйлағандарҙыр – кешенең тиреһенә инеп булмай. Үҙенә күрә был алыш ине бит. Ул шул тиклем көсөргәнешле булмаһа, йылдар буйы хәтеремдә рухым ҡаршыһында тотҡан һынау рәүешендә иҫтә ҡалмаҫ ине. Йәшәү менән үлем араһында ҡалып, әжәл алҡымымдан алғанда ла хәтеремә килде шул алыш. Минән йыш ҡына, ҡайһы әҫәрегеҙҙә герой һеҙ үҙегеҙ, тип һорайҙар. Юҡ, мин үҙемде яҙманым. Әммә үҙ тормошомда булған хәл-ваҡиғалар минең герой һәм героиняларымда ла бар. «Бөйрәкәй» романының төп геройы – Мәҙинә. Ана уның төшөндә «Түңәрәк круг»ка баҫҡандар. Түңәрәктә – Мәҙинә. Әммә бәреү ҡоралы алма һүрәте төшөрөлгән йәшел туп түгел, ә Мәҙинәнең йөрәге. Мәҙинәнең йөрәге ҡулдан ҡулға күсә, баш осонан оса, бәреүселәр көлә, шарҡылдай, ыржая, теш ҡайрай... Әгәр үҫмер сағымда ярһыу сәм менән ҡамалған түңәрәктә бер яңғыҙым ҡалып, ысын алыш хисен кисермәһәм, мин героинямдың шул саҡтағы хәлен, психологик торошон тулыһынса асып бирерлек шул күренеште яҙа алыр инемме?!. Әгәр минең алыш – противостояние – мәктәп йылдарындағы шул уйынлы-ысынлы ваҡиға менән туҡталһа, уны иҫләтерҙәй сәбәп минең тормошта башҡаса ҡабатланмаһа, ул алыш эпизоды иҫтә ҡалыр инеме?!. Үҙем үк яуап бирәм: «Юҡ!!!»
Алма һүрәте төшөрөлгән йәшел туп шул юғалыуҙан юғалды. Артабан сәмләнеп мине түңәрәктән бәреп сығарыусылар өсөн уйын ҡоралы «вазифаһы»н минең йөрәк үтәне. Тәүге бәләкәй генә уңыштарым тергеҙҙе был уйынды. Бына бер төркөм ижадсылар Өфөлә уҙған тәүге йәш көстәр конференцияһынан ҡайтып киләбеҙ. Барғанда беҙ ултырған Учалы-Күмертау поезы гөрләп торҙо! Конференцияла Рәшит Шәкүр минең «Ялан сейәһе» исемле китабымды докладында бик маҡтаны, Корчагин менән сағыштырҙы үҙемде. Президиумда Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилевтәр менән йәнәш ултырҙым. Ҡайтып барабыҙ. Шул уҡ поезд. Шул уҡ кешеләр. Бөтәһе лә минең өсөн яҡын, ҡәҙерле – ҡәләмдәштәр. Ләкин инде бер кем минең менән һөйләшмәй. Аҙаҡ ишеттем: ҡунаҡханала миңә ҡаршы заговор төҙөлгән: «Түңәрәк круг»та мин яңғыҙ ҡалдым.
Тәүге повесымды – «Ай менән Ҡояш бер генә»не тикшертергә Өфөгә килдем. Балалар ҙа, ир ҙә минең менән. Союзда инек, студенттар ҙа килгәйне. Башта минең тиҫтер ҡәләмдәштәр сығыш яһаны. Бөтөрҙөләр минең әҫәрҙе, үҙемде тереләй һуйҙылар! Эргәмдәге шағирә миңә әллә ниндәй таблеткалар һона, ә минең хәл уларҙы ҡапҡан һайын хөртәйә. Йөрәк дарыуҙары булған улар, ә уларҙан миңә аллергия булған. Бындағы тәнҡиттән һуң мин башҡаса ҡулыма ҡәләм алырға тейеш түгел инем, әммә... Булат ағай Рафиҡов торҙо: «Был әйбер әҫәр генә түгел, ә Таңсулпандың гражданлыҡ ҡаһарманлығы!» – тине.
Повесть «Ағиҙел»дә баҫылды. Журналдың йыллыҡ премияһы бирелде. Бер саҡ минең ҙур булмаған хикәйәне – «Еҫлегөл»дө Өфөнән килеп тикшерҙеләр. Сара «Ураҡ менән Сүкеш» редакцияһы бинаһында үтте. Ете-һигеҙ битлек хикәйәне ҡырҡ битлек тәнҡит көтөп торған! Юмор менән яҙылған фәлсәфәүи хикәйә инде. Теге ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, тигән һымаҡ. Был сарала ултырған минең ир – Хәйҙәр – яҙыусы булмаһа ла, түҙмәне, баҫты ла:
– Таңсулпандың үҙен бабаға ултыртҡандай иттегеҙ! – тип сығып китте.
«Бөйрәкәй»ҙең өс өлөшө журналда сыҡҡас, минең әлеңге тиҫтерҙәр бермә-бер, һүҙ ҡуйышҡандай, йәнләнеп, теремекләнеп киттеләр! Бер съезд, ике йыллыҡ йыйылыш тик шул роман хаҡында барҙы. Бейек трибунанан теге повес-ты тикшергәндә әүҙемлек күрһәткәндәр ҙә, «заговор башлығы» ла енен сәсте. Мин ул йыйылыштарҙа булманым. Булһам, бәлки, бер аҙ тартынырҙар, минең эш араһында, йоҡоһоҙ төндәр иҫәбенә яҙған әҫәремде «СПИД-инфо» тип, баналь гәзиткә үк тиңләмәҫтәр ине... Бала сағымда, тәсәй уйнағанда, ҡар әрселер-әрселмәҫтән сүплеккә барып, ҡул өшөтөп йыйған матур бер тәсәйемде икенсе ҡыҙҙа күрһәм, улар оялыр урынға үҙем оялып тиҙ генә ҡайтып китәм, аҙаҡ уға күренергә оялып йөрөй торғайным. Был юлы ла шундай уҡ уңайһыҙланыу тойғоһо кисерҙем. Улар өсөһө лә минең күңелемдең матур биҙәктәре ине бит! Уныһы – ул, егеттәрҙең ижадсы булараҡ мине бөтөрөүгә булған ярһыу сәме миндә теге еңелмәй торған ҡыҙыҡайҙы тергеҙҙе! Роман пенталогияға олғашты, Мәҙинә йөҙөндә мин аҡлы-ҡаралы тормошҡа баш эймәгән, бөтә яуызлыҡтарға ҡаршы көрәшергә үҙендә көс тапҡан заман ҡатын-ҡыҙы образын тыуҙырҙым! Әҫәр әҙәбиәт өлкәһендә Башҡортостандың дәүләт премияһын алды; күп йыллыҡ ижадым «Халыҡ яҙыусыһы» исеме менән баһаланды. Китаптарым сыға тора, сәхнә әҫәрҙәрем ҡуйыла – уҡыусыларым һәм тамашасыларымдан бихисап рәхмәт һүҙҙәре ишетәм. Аллаға шөкөр! Әммә миңә тоҫҡалған туп-уҡтар бөтмәне лә, һирәгәймәне лә. Ир-егеттәр, һеҙгә рәхмәт: сәпкә тейҙерә алмаһағыҙ ҙа, асыҡтан-асыҡ атаһығыҙ. Сәбегеҙ бер ваҡытта ла кресло биләмәгән миңә тәғәйен булғас, ышыҡ урын эҙләп маташманығыҙ. Ныҡлы ғына ултырған креслом булһа, ул тиклем асыҡтан-асыҡ ут асырға, моғайын, йөрьәт итмәҫ инегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ икенсерәк алышты: яман һүҙҙәр, ғәйбәт, туҙға яҙмаған тарихтар... Юҡ-юҡта ҡәбәхәт һөрән өсөн интернетты ҡулланыу, мине күргәндә ауыҙ салшайтып үтеү, миңә ҡаршы көрәштә тормош иптәшемдең ғәрсел, көнсөл холҡон файҙаланыу, форсаттан сығып, теге йәки был исемлектән һыҙыу, кәрәк урында һәм ваҡытта кире фекер әйтеү, һис юҡта кире героиняғыҙға минең исемде ҡушыу...
Ә мин һаман Кругта. Түңәрәктә. Байрам ашы ҡара-ҡаршы, тип үҙегеҙгә ҡаршы яу асмағас, йәғни оторо һүҙ әйтмәгәс, һеҙ мине, бәлки, рәнйей, һыҙлана белмәгән туң зат тип тә уйлайһығыҙҙыр...
Эйе, бер кемгә бер нәмә әйтмәнем. Тел, әҫәрҙәремде уҡыһағыҙ, беләһегеҙҙер, миндә лә бар. Үлтергәнсе әйтә алам, тимәйем – мәгәр һелкетә алыр инем. Юҡ. Иманым ҡушманы һәм ҡушмай. Һеҙҙең һәр берегеҙ минең юлымда нимә өсөндөр осраны, нимәгәлер өйрәтте, ғүмеремдең ҡайһылыр өлөшөндә күңелемә йылы нур өҫтәне. Мин һеҙҙе яратып өлгөрҙөм. Шул яратыу рәнйешкә тамыр йәйергә ирек бирмәне. Баҡыйлыҡта бер заман осрашырбыҙ. Унда көнсөллөк юҡ, тиҙәр. Ҡабат сабыйға әйләнербеҙ. Ай менән Ҡояш тирәләп әйлән-бәйлән уйнарбыҙ. Ә теге «Түңәрәк круг»тағы етеҙ ҡыҙыҡай шулай ҡалһын. Ул – рух. Ә рух – мәңгелек. Уны еңеү мөмкин түгел.

Сатан өйрәк бәпкәһе

Мин – ауыл балаһы. Ауыл ҡыҙы. Ғүмеремдең ярты быуаттан ашыуы ҡалала үтһә лә, ауыл үлсәмдәренән ҡотолоп бөтә алмайым. Мәҫәлән, ҡыйығы менән күк терәтеп, иңе менән дауыл аулап ултырған йорттарға ҡарайым да, быға минең Күсейем хәтле нисә ауыл һыйыр ине икән, тип уйлайым; ҡаршыма килгән оло кешеләргә сәләм бирмәйсә үтә алмайым; ҡаршыма килгәндәргә, юл биреп, ситкә тайшанам, ҡысҡырып көлөүҙән, шарылдап һөйләшеүҙән ҡурҡам... Һанай китһәң, холҡома ауыл индергән «вакциналар»ҙан диплом эше яҙырлыҡ материал булыр ине филология факультеты студентына.
...Әммә бәйәнем ул турала түгел. Ауыл балаһы, шәхес булараҡ, йорто, мал-тыуары, ҡош-ҡорто менән аралашып, шуларҙы бағып формалаша, сөнки шуларҙың ағы, йөнө, ите менән йән аҫрай. Ана бит әле: Айрат Ғайсин исемле ғалим Шүлгән һәм шуның ише боронғо мәмерйәләрҙең стенаһына тәүтормош цивилизацияһы кешеләре тарафынан төшөрөлгән һүрәттәрҙең эстәлеген асып биргән. Мин уны шундуҡ «ғилем ҡорамдары» тип атаным. Ундағы барлыҡ хайуандар, йәнлектәр – орғасы мал. Ҡайһыһы толҡатта балаһын күпме йөрөтә, нисә йылға бер ҡолонлай, йә быҙаулай – барыһы билдәләнгән! Шуға күрә, мәҫәлән, быуаҙ мамонтҡа уғыңды тоҫҡап, ян керешен тартыр алдынан уйланаһың: ә бит мамонт биш йылға бер генә тапҡыр үрсем бирә! Аңғармаҫтан атылған уғың менән ҡәүемеңде тотош ике һуғымдан яҙҙыраһың, ә бер мамонт бер өйөр кешене ҡыш буйына туйҙыра алған. Эйе... бер нәмә лә осраҡлы түгел. Минең «Бөйрәкәй»ҙе сәхнәләштереү буйынса интернетта хәбәр булғас, олуғ бер яҙыусы: «Нимә, ул романды сәхнәләштереп, һыйырҙы нисек быҙаулатырға өйрәтмәкселәр микән?» – тигән рәүештә үҙенең ризаһыҙлығын белдергәйне. Йоттом. Ахыры был абзыҡай бер ҡасан да ҡытлыҡ- йотлоҡ күрмәгәндер, тинем дә, ғәҙәтемсә, ҡул һелтәнем: ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай...
Эйе, беҙҙең көнкүреш шул бер һыйыр, уның башмағы, биш-алты һарыҡ, ике оя ҡаҙ, унлаған тауыҡ менән ойошоп, бер бөтөн булып, шул йән эйәләрен йортобоҙҙоң, йәшәүебеҙҙең ҡото күреүҙән ғибәрәт ине. Һыйыр быҙаулар мәл етһә, төнгө йоҡоно бүлеп, ҡолаҡты ситән кәртәгә терәп, һәүкәшкәйҙең нисек тын алғанын тыңлап индек; бәрәсләр мәле еткән бәрәкәйҙәрҙе көтөүгә сығарманыҡ; ҡаҙ баҫып ултырған ерҙә дөбөрләмәнек, тауышланманыҡ, себештәрен ҡурҡытып, тонсоҡтороп ҡуймайыҡ, тип шым һөйләшеп, әкрен баҫып йөрөнөк... инә ҡаҙ ҡойонорға киткән арала (уны атаһы ҡотортоп алып сығып китә) әсәй, йомортҡаларҙы йә өҫтәлдең ҡояш төшкән еренә, йә йылымыс һыуға һалып, бәпкәләре тереме-юҡмы икәнде тикшерә. Себешкәйгә сығыр мәл етһә, эстән туҡылдап тауыш бирә башлайҙар. Ҡайһылары бик тиҙ моронлай, ә бәғзеләренең ҡабыҡты ватырға көсө етмәй... Йәл. Бик йәлләйем!
– Әсәй, ярҙам итәйек? Үлә бит!
– Ярамай, – ти әсәй. – Ул шул туҡылдатҡан ыңғайға эсен йыя, күрәһең, быға эсен йыйыу ауыр...
Шулай ҙа, был хәл ике-өс көнгә һуҙылһа, әсәй күкәйҙе энә осо менән генә тишә. Ыуыҙ ғына суҡыш күренгәс, иренен терәп, һыу эсерә...
Бына шундай тормош. Беҙ – уларҙан, улар беҙҙән бойондороҡло. Бәрәсләтеп, себешләтеп, быҙаулатып алыуы мәшәҡәт булһа ла, уның ҡарауы, ҡыш буйы төнгөлөккә өйгә индерелгән бәрәстәр менән ҡасышмаҡ уйнап, быҙау менән шаярып, бәпкә көтөп, маз булаһың!
...Әммә бөтәһе лә яйлы бармай: бер өйрәк балаһы сатан булып тыуҙы. Тыуҙымы, әллә имгәнеп шулай булдымы... Өйрәк туғыҙ бәпкәһе менән, күп тә тормай, йылғаға ашыҡты, ә был бахыр атлай, эйәрә алманы – кешегә өйрәнде. Йәл бит, етмәһә, сабый ғына – хәрәкәт иткеһе килә, шуға күрә тик аяҡ аҫтында сыуала. Кешене, ахыры, инәм ошолор, тип белә. Кис тә инәһенең ҡанат аҫтына инмәй, инәйем тиһә, тегеһе төртөп сығара. Үҙ итмәй.
Алтынсы класты тамамлаған йыл. Әсәй кейәүҙәге оло ҡыҙҙарында ҡунаҡта. Өйҙә – бер мин. Һыйыр һауам, һыйыр тиҙәге менән ситән кәртәне һылайым, картуф утайым, ул арала тауыҡ себеш сығара... Мәж киләм! Эш эңерҙә лә бөтмәй, ә йәй көндәре беҙҙә шәмгә ут алыу йолаһы юҡ. Ҡояш менән бергә ятабыҙ ҙа, бергә торабыҙ. Шулай ашығып йөрөгәндә аяҡ аҫтында йөрөгән өйрәк бәпкәһенең башы ишеккә ҡыҫылған. Ә ишекте, гонаһ шомлоғо, өйгә серәкәй инмәһен тип, мин яптым. Бахыр бәпкә торған ерендә орсоҡтай өйөрөлдө лә ятты ла үлде... Йөрәгем алҡымыма тығылды, күҙ алдарым ҡараңғыланды: мин йән ҡыйҙым. Мин – үлтереүсе... Бынан һуң нисек йәшәргә?!. Йылдар үтте – онота алманым. «Мәңгелек һағыш» тигән тәүге хикәйәләремдең береһендә лә яҙҙым мин ул турала. Әле лә күҙ алдымда ул бәпкәнең үлем агонияһын кисереп өйөрөлгәне. Шуға күрә олуғ кешеләрҙең “мин – пацифист” тигәненә ғәжәпләнмәйем. Барлыҡ кешелек донъяһы һомо... Сапиенс булһа ла, бөтәһе лә йән ҡыйырға һәләтле түгел...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. 

(Хәтернамә менән тулыһынса 2025 йылғы "Ағиҙел" журналының 9-сы һанында танышырға мөмкин).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: