Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Сентябрь , 10:00

Позывной "Кәкүк" (хикәйә)

Морат РАФИҠОВ 

Позывной "Кәкүк" (хикәйә)
Позывной "Кәкүк" (хикәйә)

Эштән һуң ғына ҡайтты Рәйеф. Фермер ағаһы: "Көн аяҙ торғанда, сабып ҡалайыҡ" - тигәс, алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй, шул баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Тракторын ҡараштырып, иртәгәһе көнгә әҙер торһон тип, ҡарап сыҡты ла юл ыңғайына бороп ултыртып ҡуйҙы. Йыуынып, тамағын туйҙырғас, киске тынлыҡты тыңлап оҙаҡ ҡына ултырҙы тупһала. Һиллек. Яңы ай тыуып килә икән, йондоҙҙар ҙа төрлө сүрәткә инеп ялтырайҙар. Тау артынан ҡабарынҡы болот күренгәндәй. Яумай торһон инде әлегә ямғыры, эш бөтмәйенсә. Арыуы сығып, күҙе йомола башлағас, ишектәрен бикләп, урынына инеп ятты.

Күк дөһөрләүгә ҡапыл уянып китте. Ямғыр яуамы әллә дауыл ҡупҡанмы, ҡапыл аңламаны, йоҡоһонан айный алмай ятты. Әле генә асыҡ күргән төшө лә һаман күҙ алдында. "Мине ныҡ ҡына әрләгән кеше кем булды әле һуң?" Яҡшыға ғына була күрһен инде.

Кәкү-үүү-үк! Кәкү-ү-үк! "Кәкүк саҡыра?! Кәкүк! Был ни ғәләмәт?" Таң менән кәкүк саҡырғанын ишеткәне юҡ ине быға тиклем. Ынтылып ҡына тумбочканан сәғәтен алып ҡараны – ваҡыт таңғы дүрт ине. Иртә әле. Ямғыры яуһа, иртә менән сабынға сығып булмаясаҡ барыбер. Таң менән тороп нимә эшләмәк кәрәк? Әҙерәк ятып торорға булды. Тик, һин теләгәнсә, йәһәт кенә кире йоҡлап китеп буламы?

"Ай, был кәкүкте... Тапҡан бит ваҡытын ҡасан саҡырырға. Әллә ҡыуып ебәрәйемме икән?” - тип ынтылды ла кире уйланы. "Ярай. Саҡырыр, саҡырыр ҙа осоп китер. Ямғыр алдынан оҙаҡ ултырмаҫ, моғайын". Тик ҡош туҡтарға ла уйламай, саҡырыуын ғына белде.

Тәнемдең һаулығын бир,

Йәнемдең һаулығын бир,

Тәнемдең зәҡәтен бир;

Илдең именлеген бир!

Күпте күрҙем.

Алда ла тағы күпте күрергә насип булһын!

— тип, күптән өләсәһе мәрхүмә өйрәткән теләктәрҙе эстән генә ҡат-ҡат ҡабатлап, тиҙерәк кире йоҡларға тырышты.

Уның өйө урамдың иң осонда урынлашҡан, урмандан алыҫ түгел. Саф һауалы, тыныс урында йәшәгәһе килгәнгәме, ошо урынды һайлап, йорт төҙөп инде. Йәйге йәмле кистәр береһенән-береһе уҙҙырып һайраған моңло һандуғастар тауышына күмелһә, көн дауамында инде уларға алмашҡа үҙенсәлекле ҡарҡылдаған ҡарғаһы ҡушыла. Был ҡарғаны тауышынан танып, сәләмләп тә ҡуя Рәйеф. Яҡында ғына шулай уҡ йәнһеҙ күле лә бар. Был күлдә балыҡ та үрсемәй, балалар ҙа һыу инмәй, алыҫ булһа ла йылғаға йөрөйҙәр. Йәнһеҙ күлдәге тәлмәрйендәр генә ҡоштарға ҡушылып, кистәрен үҙенсәлекле симфонияны йыш ҡына тыңларға тура килә уға. Ә бөгөн бына сират - кәкүккә. Һаман саҡыра. "Тауышынан ғына яҙмаһа ярар ине, бахырҡай. Былай тыңлап ятҡансы, бая уҡ ғүмер һораһамсы" тигән уй ҙа үтте башынан. "Ҡапыл һораһам, әҙ генә һанап ҡуйыр" тип шомланып, өндәшмәй генә тыңланы ла тыңланы. "Кәкүк ғүмерҙе әҙ һанау менән шунда уҡ үлеп китмәйһең бит. - тип үҙенән үҙе көлөп тә ҡуйҙы.- Һана, әйҙә, башҡайҙарға ғына бәлә саҡырма..."

Күп тапҡырҙары, төрлө ерҙә ишеткәне булды был саҡырыу-һанауҙарҙы: Ҡарабалыҡ туғайындағы бесәнлектә, Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлағанда, кистәрен көтөү ҡаршылағанда... Һанай башлаһаң, хәтерләп бөтөп тә булмайҙыр. Ул саҡта артыҡ иғтибар ҙа итмәгән икән. Әммә бына таң атҡанда кәкүк саҡырыуын тәүгә ишетеүе ине: "Нимә уйлап, кемде шулай саҡыраһың икән?"

Өләсәһе менән оҙон ҡышҡы төндәрҙә һөйләгән риүәйәттәрҙең береһен иҫенә төшөрҙө. Имеш, бер ҡатын ни сәбәптәндер балаларын ташлаған да аҙаҡтан ғүмер буйы шуларҙы һағынып, илап саҡырыр булған һәм һағышынан алйыр сиккә етеп, кәкүк-ҡошҡа әүерелгән, ти. Сәсен тарап, йыйып өлгөрмәгәнгә, бер яҡ ҡанаты ла үрелмәгән сәс толомо һымаҡ йәйелеп киткәнен дә белә ул. Шул яңғыҙ кәкүк-ҡатындың яҙмышын үҙенеке менән сағыштырып, күңеле тулып китте. Үҙенә лә шул кәкүк һымаҡ яңғыҙ тормош алып барғаны өсөн, Кәкүк тигән ҡушамат таҡты бит инде ауыл халҡы. Үҙенең тормошон уйлап, бөтөнләй йоҡоһо ҡасты Рәйефтең, уйҙары уны күңелен елкендереп алыҫҡа, йәшлегенә алып китте...

Урам аша ғына күршеһе Миңзәлә апайға ҡалала йәшәгән һеңлеһенең Гөлназ исемле ҡыҙы ҡунаҡҡа килә торғайны. Әсәһе был ауылда тыуып үҫкән, ҡалаға уҡырға инеп, шунда кейәүгә сығып төпләнгән, ни булһа ла, тамырҙары ошо ауылдан. Элек тә уҡыған саҡтарында каникулға ҡайтҡан һайын, күрешеп, тиҫтерҙәре менән бергә уйнай торғайнылар. Шул ҡыҙ быйыл педучилище тамамлап, ауыл мәктәбенә практика үтергә ҡайтҡан. Көндәре эш менән, кеше араһында үтә лә китә, кистәрен инде йәштәр күмәкләп уйынға сығалар. Рәйеф, әлбиттә, улар араһында. Гөр килеп, шаулашып, усаҡ яҡтыһында йәштәр күңел аса, аралашалар, гитара сиртеп йырлашып ултыралар. Бер кис икеһе генә ҡапма-ҡаршы ултырып ҡалдылар. Иптәштәре әллә юрамал был икәүҙе бергә ҡалдырғандар, әллә яҙмыш шаярып ҡына уларҙың тормош юлдарын ошо кистә бергә бәйләне. Әллә ҡасандан уҡ таныш булһалар ҙа, бер-береһе хаҡында күп нимәне белмәгәндәр икән. Бала саҡ хәтирәләренән башлап бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың икеһен бергә бәйләгән уртаҡ ваҡиғалар, таныштары, дуҫтары менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп ултырҙылар. Был кистән һуң егет ҡыҙ менән осрашыу эҙләне. Матур ғына дуҫлашып киттеләр. Күңеленә яҡын ҡыҙҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ҡарар итте Рәйеф. Ныҡ ҡына уйланы ла, әсәһе менән һөйләшергә булды.

- Әсәй, мин кәләш алам!

- Кемде?

- Гөлназды. Миңзәлә апайҙарға килеп йөрөй бит. Шул ҡыҙ.

- Гөлназдан башҡа ҡыҙ бөткәнме? Ауылда бынамын тигән эшсән ҡыҙҙар күп. Ул ҡала балаһы ауылға килеп торор тиһеңме? Эш беләме? Раил ағайың кәләш алмайынса, ауыҙыңды ла асма!

- Тәүфиҡлы, һылыу ҡыҙҙы кәләш итеп алырға яҙһын тип теләй инең бит быға тиклем!

- Теләйем, көндә Хоҙайымдан һорайым. Тик башта ағайың өйләнһен, шунан инде һинең сират! Өйләнеү менән генә эш бөтмәй, артабан йәшәргә лә кәрәк бит. Башта уҡырға ин, һөнәр ал, аҡсалы эшкә урынлаш. Атаң ана мал, мал тип, ята бит зыяратта. Ни үҙе юҡ, ни малы юҡ.

Әсәһе яуабын ҡыҫҡа тотто.

Бындай яуап көтмәгәйне ул. Хыялында яратҡан кешеһе менән бәхетле пар булып, туйҙа ултыралар ине инде. Ярай, Гөлназға тәҡдим эшләп өлгөрмәгән, ул саҡта икеләтә оят булыр ине. Ҡулына эш барманы, кистәрен дә клубҡа сығыу яғын һирәкләтте. Иптәш егеттәренә "Ауырып торам, кәйефем юҡ, эшем күп" тип кенә яуап ҡайтарҙы. Ни хәл итһен, йолаһы шул, ағаһы өйләнмәйенсә, ҡустыһы кәләш алырға тейеш түгел.

Эше эш түгел, күңел генәһе өҙгөләнеп йөрөгәнендә әрмегә китергә повестка килде. Ватан алдында ирлек бурысымды үтәргә тейешмен тип йәһәтләп, туғандарын, дуҫтарын саҡырҙы әрмегә оҙатыу кисәһенә. Тик Гөлназ ғына килә алманы. Әсәһе дауаханаға эләгеп, бәләкәс һеңлеһен ҡарап өйҙә ҡалған. Тик шулай ҙа аралашыу өҙөлмәне, аҙна һайын тиерлек хат яҙышып торҙолар. Һәр бер байрам һайын ҡотлау открыткаларын алмаштылар. Ҡыҙыу нөктәгә - Чечняға эләкте ул.

Хеҙмәт юлын механик-водитель булып башланы. Һағынды тыуған яҡтарын башта, ҡәҙерле кешеләрен ныҡ һағынды. Ситтә беленә икән шул тыуған тупраҡ ҡәҙере. Хеҙмәт иткән ерҙәренә яҡын урынлашҡан ауылдан килгән төтөн еҫтәре лә күңелен әйләндереп сығара ине, күҙ алдына шунда уҡ тыуған йорто, Ағиҙел буйҙары, тау-ҡырҙары килеп баҫа. Тәүге айҙарҙа ҡайһы саҡта шул тойғоларына сыҙамайынса, турникта хәле бөткәнсе тартылып үҙен шулай тынысландыра ине. Быға тиклем йыр-моңға артыҡ иҫе китмәгән егет тә күңел төптәренән сыҡҡан һағыныу ҡатыш зарҙар аша тыуған моңдо мөңрәр булып китте. Казармала дневальныйҙар менән ҡалған саҡта коридор яңғыратып "Һааа-ааа-аай!" тип оҙон көй ише һуҙып та ебәрә. Яҡташым тип йөрөткән "Урал" йөк машинаһының руль артында ултырғанында йәиһә блокпостта дежурство ваҡытында ла үҙ алдына шулай моңланып йөрөр булды. Бигерәк тә Рәшит ҡартатаһы ураған һайын йырлаған, һүҙҙәрен дә, моңон да яттан белгән йырҙы үҙ алдына йыш йырланы:

Саҡырмасы, кәкүк, ай, ҡаршымда, Саҡырһаңсы ағас башында. Ҡарсығаҡай кеүек моңһоҙ инем, Ҡайғы-хәсрәт төштө лә башыма.

Башта мәрәкә итеп, ҡушылып йырлар булһа, үҫә килә, йыш ишетеүҙән был йырҙы күрә алмаҫ хәлгә етте. Тыуған көн һәм туғандар йыйылышҡан башҡа күп мәжлестәрҙә лә ҡартатаһы йырлап бөткәнсе ҡолаҡтарын баҫыр ултыра йә мөмкинселек булһа, тышҡа сығып китер ине. Ниндәй ҡайғы-хәсрәт төшөп, ҡартатаһын шулай моңландырғандыр, ул белмәй, хәҙер бик теләһә лә, белә алмаҫ, үҙе менән алып китте был серҙе яҡын кешеһе.

Күрше ауыл егете Зөфәр менән таныш булһалар ҙа, Чечняла улар яҡын дуҫҡа әйләнделәр. Разведчик булып хеҙмәт иткән Зөфәр буш ваҡыты булыу менән Рәйеф янына ашыҡты. Ышаныслы, төплө аҡыллы егеттәрҙең уртаҡ һөйләшер һүҙҙәре лә күп булды, бер үк яратҡан шөғөлдәре ла табылды. Моңайып киткән саҡтарында гитара сиртеп, йырлашып та ултырҙылар. Эргәлә яҡын дуҫың булыуы әрме хеҙмәтенең ауырлығын еңеләйтә икән, ваҡыттың уҙғанын да һиҙмәй ҡалаһың. Ауылдарындағы яңылыҡтарҙы хат аша белешеп торҙолар. Хеҙмәт итеүҙең бер йылы үткәс, Раил ағайың кәләш алды тигән хәбәр ҙә килеп етте. Ниһәйәт, ҡайтыу менән ҡулын һораясаҡ яратҡан кешеһенең, ғаилә ҡорасаҡ Рәйеф. Ҡайтырға ике ай ярым самаһы ваҡыт ҡалған ине, хаттар өҙөлдө, ҡыҙ юғалды. Бергә уҡыған Рәйсә әхирәтенән "Ул Силәбе ҡалаһына практика үтергә китте " тигән яуап алғас, күңеле тынысланғандай булды. Саҡ көтөп алды ҡайтыр мәлде егет. Иҫән-һау ҡайтып төштө, ҡыҙҙың адресына хаттар яҙҙы, тик яуап юҡ.

Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда,

Саҡырһаңсы ағас башында.

Уңлы ла ғына һуллы ҡашым тарта -

Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?

Бер кисен клубта класташы Мәҙинәнән һорап ҡуйҙы: "Гөлназ әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы? Яуап та яҙмай. Әллә кейәүгә сығып киттеме?"

"Бәй, һин белмәйһеңме ни?! Мәрхүм булып ҡалды бит ул".

Һуңғы көндәрҙә Гөлназ үҙен насар тойған. Бер кисте бүлмәһендә ятып ҡалған, иптәш ҡыҙҙары уның үҙен генә ҡалдырып практикаға сығып киткәндәр. Көнө буйы шулай ятҡан, кисен тегеләр ҡайтҡас ҡына скорый саҡырғандар. Аппендицит ярылған булған. Ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр.

Башта ышанманы, шаяртым бит тигән һүҙ көттө класташынан. Тамам шаңҡыны Рәйеф. Был хәбәрҙән һуң күңеле төштө, үҙенә урын тапманы. Теге мәл өйләндермәгәнгә әсәһенә лә асыу тота ине. Ағаһы, еңгәһе менән дә һөйләшеп барманы. Уҡырға ла инеп ҡараны, педучилищеға ингәйне, күңеле ятмағас, ташлап кире ҡайтты. Ҡулы оҫта тик ятмаҫ, совхозда тракторға ултырҙы. Эш менән күңелен баҫты. Үҙҙәрендә генә түгел, районда алдынғы механизатор булып китте.

Йәйге айҙарҙың береһендә күрше ауылда йәшәгән хеҙмәттәше Зөфәр үҙенең туйына саҡырғас, юҡ бар сәбәп табып, бармаҫҡа булды. Бер мәл матай менән Камил исемле егет эҙләп килгән, Зөфәр һине таптыра тип. Йәһәт кенә сайынып алды ла, барып та етте туйға. Йәштәрҙең шаһиттары күптән уйындарын уйнатып, йырсыларҙы йырлатып, бейеүселәрҙе бейетеп арытҡан, туйҙың иң күңелле мәле үтеп, һүлпәнәйә төшкән ине. Рәйеф килеп ингәс туй тағы ла гөрләп киткәндәй булды, телгә бай егет таҡмағын да һамаҡлап ебәрә, шиғырҙары, шаяртыуҙары ла урынлы ғына табылып ҡына торҙо. Бар халыҡты яңынан бейергә төшөрөп, үҙе уртаһында өйөрөлдө. Йәме һүрелгән байрамды урынын күтәреп ебәрҙе, ҡунаҡтарҙың һәр береһе ғашиҡ булды егеткә был кистә. Үҙенең дә күңеле лә күтәрелеп китте. Был туйҙан һуң тағы егерме ете туйҙа кейәү үңгәре булды, класташтары, дуҫтары, таныштарының барыһының да тиерлек туйҙарында ҡатнашты. Ә үҙенә һаман йәр тапманы, таныштырҙылар, димләнеләр, тик береһе лә Гөлназ ише күңелен яндыра алманы.

Минең башҡайыма ник ултырҙың,

Бер-бер нәмә булыр микән ни?

Юраусылар юрап әйткәненсә,

Ғүмерем зая үтер микән?

Кәкү-ү-ү-үк! Кәкү-ү-үк!

Тыңлап ятты, ятты ла тәҙрәгә килде. "Алыҫтамы һин, кәкүк? Тауышың да яҡында һымаҡ. Бәлки балаларыңды түгел, мине шулай көтәһеңдер? Саҡырған, көткән кешең миндер? Ә һин минең ғүмер буйы эҙләгән йәремдер, кәкүк-ҡатын? Уйҙарында әлеге кәкүк-ҡатынды ниндәй ҡиәфәттә һүрәтләгән, шулай күҙ алдына килтерҙе: һылыу ҙа, сибәр ҙә, беренсе мөхәббәте Гөлназ итеп тә, күңелендә йөрөткән барлыҡ ҡатын-ҡыҙ матурлығының иң нескәлектәрен йыйып уйҙарында һүрәтләне. Күҙ алдына килеп баҫҡан был матурлыҡтан уның тик йөрәге әрнене, ҡайҙандыр күңел төптәренән быға тиклем тойолмаған нәфрәт, үҙенә ҡарата булған асыуы мейеһен телгеләне.

"Кем ғәйепле? Үҙем, үҙем. Көрәшмәнем бит бәхетем хаҡына, мөхәббәтемә ҡаршы атламаным. Яратам тигәндәрендә, яратам тип әйтмәнем. Бөтә ағзам иҫән-һау, аҡылым теүәл, башҡаларҙан ҡайһы ерем кәм? Бер ерем дә кәм түгел. Тик эшемдән дә, әлеге хәлемдән дә, ҡыҫҡаһы, бер нимәнән уңманым. Күңелем бер нимәгә ятмай. Юҡ, былай булмай. Яңғыҙ башым былай ҡаңғырып йөрөгәнсе, үҙең кәрәк булған ерҙә булыуың мең артыҡтыр".

Үҙенә урын тапмай, таң атыуын да көтмәйсә йән дуҫы Зөфәр йәшәгән ауылға сығып китте. Зөфәр иртәнге ауыл эштәрен бөтөрөп, малын көтөүгә ҡыуып аласыҡта кәләше менән сәй эсеп ултыра ине. Дуҫын күреп аптырау ҡатыш ҡыуанып һикереп торҙо.

-Ай, ҡорҙаш, берәй нимә нимә булдымы әллә, йөҙөң ҡасҡан? Әйҙә ултыр, сәй эсергә, - тип боронғоса эшләнгән урындыҡҡа саҡырҙы. Дуҫының хәбәре ҡатын-ҡыҙ ҡолағы өсөн тәғәйенләнмәгәнен аңлаған хужа өҫтәл артында һүҙ башламаны, ауыл хәлдәрен һөйләне, ара-тирә шаяртҡан булды. Етди һөйләшеү ихатала ятҡан бүрәнә өҫтөнә ултырып тәмәке ҡабыҙғас башланды.

- Зөфәр ҡорҙаш! Мин һиңә кәңәшкә тип килдем. Үҙең беләһең ил дә барған хәлдәрҙе. Бынамын итеп донья көтә торған саҡтарында күпме йәш егет 200 булып ҡайта. Әрәм булалар, бигерәк йәл, йәш кенәләр бит. Ә мин, Чечняла хеҙмәт иткән кеше, өйҙәмен. Донъя күреп тә, ҡыҙҙар һөйөп тә өлгөрмәгән йәш егеттәр баштарын һалғанда нисек тыныс ятмаҡ кәрәк?

Зөфәр бер һүҙ әйтмәй тыңланы, яңынан тәмәке тоҡандырып алды.

- Зөфәр дуҫ! Мин ныҡлап уйланым да контракт төҙөргә булдым. Ил һаҡлау ирҙәр эше. Мин унда кәрәкмен. Кто, если не мы? Яңғыҙ йәшәп тә арыным, илап ҡалыр ғаиләм дә юҡ. Бер дошманды дөмөктөрөп үлһәм дә үкенес булмаҫ. Һиңә ҙур үтенес: әсәйемде ҡараштырып тор. Ул бахыр мин тип йәшәгәнен беләһең. Хәлен белешеп инеп йөрө. Һине бит үҙ улы кеүек ярата. Раиль ағай өй эше менән ярҙам итер ул, үҙең беләһең ул ҡаты бәғерҙе, әйтмәйенсә ҡыбырламаҫ.

- Һин нимә тип үлергә йыйындың әле?- тип Зөфәр ҡапыл ҡыҙып китте. - Былай ҙа район буйынса иң беренсе булып һин ярҙам итеп тораһың. Гумконвойҙарҙың күбеһе тиерлек һинең тырышлыҡ менән йыйыла. Машина, мунса, аттарыңды тейәтеп ебәрҙең. Егеттәргә кәрәк-яраҡ тип йыйып ебәргәндәреңдең иҫәбе юҡ. Нимә хәҙер йәнеңде бирәм тиһеңме? Бына мин барам. Мин барырға тейешмен! Нимәгә тиһеңме? Балаларым тыныс тормошта матур йәшәһен өсөн. Хоҙай миңә ҡыҙҙар ғына бүләк итте. Тағы ла улым өсөн барам. Тыумаған улым өсөн. Шул улымдың ил алдындағы бурысын үтәргә тейешмен. Күптән уйлап, ныҡлы ҡарар иттем инде. Ҡатынға ла әйтеп ҡуйғаным. Тәүҙә ҡысҡырып әрләне, шунан ултырып иланы ла, ризалашты. Ошо арала ҡағыҙ көтәм, - тип Рәйефте шаҡ ҡатырҙы.

Ике дуҫ бер-береһенә ҡарап, тағы тәмәке тоҡандырҙы. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙылар. Икеһенеңдә күңелендә бер үк маҡсат яралған икән. Айырылмаҫ дуҫтар алыҫ сәфәргә - ил һаҡларға бергә китергә тип һүҙ ҡуйышып айырылышты.

Рәйеф, бер юлы әсәһен күреп һөйләшеп ҡайтырға булды. Юл буйы алда буласаҡ етди һөйләшеүҙең төрлө варианттарын барланы, бер яҡтан уйлап, әле генә уйлаған ҡарарын оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, тураһын әйтергә булды.

"Әсәй, әйтер һүҙем шул, мин һинең итәгеңдең аҫтында йәшенеп ятырға тыумағанмын, ғаиләм дә юҡ. Илдә барған һуғышҡа бармайынса намыҫым ҡушмай. Һәр кем илебеҙгә ауыр мәлдә еүеүгә үҙ өлөшөн индерегә тейеш. Мин - һалдат! Ваҡытында хеҙмәт иттем, тәжрибәм бар, тимәк, мин тыуған илем алдында бурысымды үтәргә тейеш, әсәй! Ныҡлы уйланым, мин СВО ға барам! Зөфәр дуҫ та минең менән."

Ҡапыл әйтелгән был һүҙҙәрҙән албырғап ҡалған әсәй кеше, башта ни әйтергә белмәй оҙаҡ шаңҡып ултырҙы. Балаһының күҙҙәренә тура ҡарай алмайынса, башын аҫҡа эйеп хәсрәткә батты. Кесе улының яңғыҙ үткән тормошона үҙен ғәйепләп йәшәгән әсә ҡаршы өндәшергә уйланы ла, кире күнде.

"Балам! Улым! Һинең һүҙеңә ҡаршы сығып, яратҡан кешеңде алдырмағаныма ғүмер буйы үҙемде ғәйепле һанап йәшәйем. Ул ваҡытта йәш егет инең һәм минең һүҙемдән үтә алманың. Нимә әйтәйем? Хәҙер инде һин үҙең хәл итәһең, һинең был теләгеңә мин ҡаршы килә алмайым. Балам, мин һинең менән ғорурланам, фатихамды бирәм, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын!"

Иртәгәһенә Рәйеф таң менән район үҙәгенә, военкоматҡа юлланды. Өйөн бикләп, ҡапҡанан сыҡҡан саҡта, кәкүк тауышы ишетелде. Юлда саҡта ла борсолманы ла, үҙен тыныс тотто. Уның ише СВО-ға үҙҙәре теләп китеүселәр башҡа ауылдарҙан да бар ине. Медкомиссия, оҙатыуҙар, казармала көтөүҙәр, танышлыҡтар, оҙон юл һәм, ниһәйәт, хәрби әҙерлек үҙәгенә барып еттеләр. Ни булһа ла, еңелерәк булыр тип, бергәрәк йөрөргә тырыштылар.

Рәйеф үҙенә "Кәкүк" тигән позывной алды, Зөфәр - "Беркут". Позывнойын оҙаҡ һайламаны, күптән икенсе исеменә әйләнгән ҡушаматы үҙенә бик тә килешә. Дуҫы ла хупланы был ҡарарын.

Хеҙмәт итеп ҡайтҡан кеше булараҡ, уларҙы әҙерләү үҙәгендә оҙаҡ тотмай, иң кәрәкле мәғлүмәтте биргәс, алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр. Сәләмәт тормош алып барыуы, көндә ауылда физик эш эшләп сыныҡҡан егеттәр окоп тормошонда юғалып ҡалманы. Тиҙ генә блиндаждарын үҙҙәренсә ҡулайлаштырып, рәтләп алдылар. Тик шартлау тауыштарына һәм төрлө яҡтан иҫкән елдәр алып килгән әсе һуғыш еҫенә генә өйрәнеп китеү ауырыраҡ булды. Быныһына ла өйрәнделәр. Рәйефтәрҙең взвод егеттәре бер береһенә терәк булып, дуҫ йәшәне.

Башҡорт егеттәре элек-электән һәр ваҡыт ҡушылған приказдарҙы еренә еткереп үтәп, командирҙарының ныҡлы терәгенә әйләнәләр. Был юлы ла, иң яуаплы заданияға Рәйефтәрҙең төркөмөн ебәрергә тырыштылар. Һыуыҡ окопта, әсе елле, ямғырлы көндәрҙә, аслы-туҡлы һалдаттарҙың күңелендә йәшәүгә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныу ғына ныҡлы урын алған ине. Үлем эргәлә йөрөй, әлбиттә, тик кеше һәр нимәгә өйрәнә, яралыларҙы, һәләк булғандырҙы, һуғыш холоҡто сыныҡтыра, ябай күренешкә әйләндерә. Рәйеф тә үҙенең яҙмышы ошолай булып киткәненә ҡайғырманы, тимәк, ул был донъяла нимәгәлер йә кемгәлер кәрәк икәнен асыҡ аңланы. Иң ауыры - беренсе көндән иңгә-иң терәшеп, ауырлыҡтарҙы бергә кисергән дуҫтарының кире ҡайтмауы.

Бер көндө командирҙары уларҙы саҡырып алып, һөжүм итергә мөмкинселек бирмәгән, көн дә уларҙың позицияларын утҡа тотҡан дошмандың дрон корректировщиктарын табып юҡ итергә ҡушты. Ике дуҫ эңер төшөү менән яйлап ҡына дошман позициялары яғына юл алды. Дошман менән уларҙың араһы әллә ни тиклем алыҫ та түгел. Ләкин юлдың һәр метрын айырыуса иғтибар менән үтергә кәрәк, алғы яҡты миналар менән нығытып, пулемет расчеттарын ҡуйып сыҡҡандар. Дошман снайперы баш күтәрергә бирмәй. Улары ғына етмәй баш өҫтөндә выжлап осҡан дрондары иң ҡурҡынысы. Бына ошо юлды үтеп, ҡуйылған бурысты теүәл үтәп ҡайтыр кәрәк. Егеттәр, ауыр бронежилеттарын, автоматтарын еңел генә күтәреп, һеләүһен етеҙлеге менән иң ҡурҡыныс урындарҙы эңер менән ҡараңғы төн тоташҡан мәлде үтеп, тынысыраҡ урын табып йәшеренеп яттылар. Күпме ятасаҡтарын улар үҙҙәре лә белмәй ине. Бер мәл "Баба ягалар" оса башланы. Һөйләшеү түгел, ҡыбырларға ла ярамай. Үлтереп тәмәке тартҡы килә. Бер тәмәке тоҡандырыу һинең был доньялағы һуңғы минутың булыуы ихтимал. Күҙ ҡараштары менән генә аңлашып оҙаҡ ятты улар. Таң атып, тирә-йүн күренә башлағас, ныҡлы күҙәтеү башланды. Үлем ташыусы ҡорттар һымаҡ осҡан был разведчик-дрондарҙың егеттәрҙе күрмәй осоп китеүҙәре күңелдәренә дәрт өҫтәне. Зөфәр дуҫына ҡарап күҙ ҡыҫҡан булды, йәнәһе, күрҙеңме беҙҙе тапманылар, тимәк эште теүәл үтәп ҡайтырға өмөт бар. Көнө буйы ятып арыған егеттәр эҙләгән дошман опорниктарын кис етеүгә саҡ абайлап ҡалдылар. Дошман ныҡлы әҙерлек үткән сит ил башкиҫәрҙәренән торғаны билдәле. Ябай күҙ менән ҡарап тиҙ генә табырмын тимә. Ныҡлы йәшерелгән опорниктар бер-береһе менән ер аҫты юлдары менән тотоштырылған икән дә. Шуға ла беҙҙең разведчиктар ҙа, дрондар ҙа уларҙы таба алмаған. Егеттәрҙең хәрәкәтһеҙ ятҡан аяҡтары шеште, тәндәре ойоно. Бер тәүлеккә яҡын йотом һыу ҙа эсмәгән һалдаттарҙың үлтереп ашағылары килде. Юҡ, заданиены үтәмәйенсә ҡайтырға ярамай. Эңер төшөүгә прицелынан ҡарап ятҡан Рәйеф дуҫына ымланы. Зөфәр опорникта ятҡан дошман операторының эш башлап, теүәл координаталарҙы артеллерияға ебәреп, беҙҙең позицияларҙы көслө ут аҫтына алыуын күрҙе. Бына хәҙер күрмәгәнен күрһәтәсәктәр уға. Корректировщикты һаҡлап, ике йөҙ метрҙай арыраҡ ултырған снайперҙы ла таптылар. Рәйеф корректировщикка, Зөфәр снайперға атып та ебәрҙе. Прицель аша ҡарап икеһенен дә юҡ итеүҙәренә ышанғас ҡына, кире яҡҡа йүгерҙеләр. Бергә йүгермәнеләр, башта Рәйеф, артынан Зөфәр эйәрҙе, бер-береһе менән ун метр тирәһе ара ҡалдырҙылар. Был позицияла ҡалыу хәүефле, хәҙер ныҡлы утҡа тота башлаясаҡтар. Һәм шулай булды ла. Бер нисә йөҙ метр китеп тә өлгөрмәнеләр, көслө ут юлдарын бүлде. Ҡараңғы төн снаряд шартлауҙарынан, утлы ғәрәсәттән яҡтырып китте. Эх, саҡ ҡына иртәрәк ынтылмағандар, эштәр былай барһа, тере ҡалыуға ышаныс ҡалмай. Нимә эшләргә? Кире йүгерергә! Дошман опорнигына барып, әҙерәк был мәшһәрҙең баҫылыуы кәрәк. Егеттәрҙең баштарына килгән был ҡарары дөрөҫ һымаҡ күренде. Уларға төбәп дошман ниндәй ҡоралы бар, шуның менән ата башланы, ахыры. Был ғәрәсәт ҡасан да булһа туҡтаясаҡ, өс-дүрт бүрәнә ҡалынлығындағы блиндаж эсенә инеп йәшенеп өлгөрҙәләр. Күпмелер ятҡас, тирә-яҡ тынысланғандай булды. Егеттәр яйлап ҡына сығып, үҙҙәренең яғына табан йүгерә-шыуыша башланылар. Ҡараңғы төнгә күҙ өйрәнһә лә тамуҡ утынан һуң ҡалған көл өҫтөндә ятып аунағандай хис итте үҙен Рәйеф. Күп ҡалманы инде, хәҙер ике-өс саҡырымдан ҡайтып та етәсәктәр.

"Заданиены үтәнек, дошман бер нисә көнгә булһа ла күҙһеҙ ҡалды. Беҙҙекеләр штурмға барһа ла юғалтыуҙар аҙыраҡ булыр. Былай булғас йәшәйбеҙ" тигән уйҙары ғына бүленде. Башын күтәреп дронды күреп тә өлгөрҙө, артында шартлау яңғыраны.

Ҡапыл ҡараңғы донъя ап-аҡҡа әйләнде. Йыр-моң, ҡысҡырып көлөүҙәр, шатлыҡлы тауыштар ишетелә. Һый-эсемлеккә шығырым тулы өҫтәлдәр күренә. Туйҙары бара икән уларҙың. Гөлназ шул тиклем һылыу бөгөн, ынйынан да аҡ туй күлдәгендә, ә ул ҡара костюмда икән. Күмәк ҡунаҡтар, ата-әсәләре лә, таныш булмаған ят кешеләр ҙә уларҙы ҡосаҡлап ҡотлайҙар ҙа шунан күтәреп күккә сөйәләр. Өҫкә сөйгән ваҡыттарында ҡунаҡтарҙан ситтәрәк Зөфәр дуҫын күреп ҡалды: ул бер ҡулында шампан, икенсеһендә бокал тотҡан килеш ҡысҡырып көлә-көлә нимәлер һөйләй. Ҡайҙандыр шау-гөр килеп бәләкәс кенә ҡыҙҙар-малайҙар килеп сыҡтылар ҙа уларҙың барыһын уртала ҡалдырып түңәрәккә баҫтылар һәм вальсҡа оҡшаш көй аҫтында әйләнә башланылар.

Ыңғырашҡан тауышҡа иҫенә килде Рәйеф. Ҡолаҡтары шаулай, башы әйләнә, уҡшыта. Шаңҡыған башын тотоп ятҡас, аяғына баҫып ҡарағайны, тора алманы. Ҡаты яраланмаған һымаҡ. Яйлап ҡына шыуыша башлағайны, уң аяғының тубыҡтан өҫтөрәк аяғы ауыртыуға ҡысҡырып ебәрҙе. Ипләп кенә башын ҡалҡытты. "Зөфәр!" - тип һаҡ ҡына тауыш бирҙе, тауыш юҡ. "Зөфәр!" - әле генә тауышы сыҡҡан һымаҡ ине бит, яраландымы икән? Аптечкаһын сығарып, яраһына ауыртыуҙы баҫа торған укол ҡаҙаны ла ныҡлап бәйләне. Тағы тороп ҡарағайны, ҡолап китте, яраһы ныҡ ауыр күренә шул. Ауыртыуы һиҙелерлек баҫылғас, тауыш сыҡҡан яҡҡа шыуышты. "Зөфәр!.. Зөфәр!.. Ҡайҙа һин?.."

Бер сыҡҡан, бер юғалған дуҫының тауышын ҡайҙан килгәнен аңларға тырышып, яҡын тирәне туҡтап тыңлап ала ла яңынан эҙләргә ынтыла. Ҡапыл ҡолағына хәлһеҙ генә ыңғырашыу салынып шул яҡҡа ынтылды. Салҡан килеш ҡанға батып ятҡан дуҫын күреп, юғалып ҡалды Рәйеф. Иҫенә килде Зөфәр. Яраларының ауыртыуына сыҙамай ыңғыраша, мәле менән иҫен юғалтып ята.

"Хәҙер, Зөфәр, түҙ саҡ ҡына, хәҙер!"- тип тынысландырып, ипләп кенә дуҫының йәрәхәттен ҡарап, аптырап китте. Дуҫы тотош һыуға сумған кеүек, бар кейеме ҡан ине. Теге ҡәһәрле дрон ташлаған снаряд "начинкалы" булған. Ярсыҡтары дуҫының бар тәнен иләктән үткәргән кеүек тишкеләгән. Уның нисек әлегәсә тере булыуына аптыраны. Зөфәрҙең хәле ныҡ насар ине.

Юҡ, дуҫының ғүмере бөтөүенә ышанмай ул. Ул тын ала икән, тимәк көрәшергә кәрәк. Ҡоро, тигеҙ ергә һалып, бронежилетын һаҡ ҡына ысҡындырып, күкрәк өлөшөн, арҡаларын ҡапшап ҡараны. Яраларын хәленән килгәнсә бәйләп, промедол ҡаҙаны. Күп ҡан юғалтыуҙан Зөфәрҙең бите ағарып киткән, ауыҙ тирәләре кибеп, күҙҙәрендәге нур һүнеп барған кеүек.

Хәҙер нисек тә тиҙерәк был тирәнән китергә йә ныҡлы ышыҡ табып төндө үткәрергә кәрәк. Зөфәр, уколдың тәьҫире менәнме икән, тынып ҡалды. Дуҫының тын алыуына инанғас, яйлап ҡына һөйрәй башланы.

"Тик төнгө дрондар ғына килеп сыҡмаһын. Яңылыш минаға тарымаһаҡ, ҡайтып етәбеҙ."

Ҡапыл Зөфәр телгә килде: "Рәйеф, ныҡ эләккәнме? Бәйләнеңме яҡшы итеп? Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Дөмөктөрҙөк бит тегеләрҙе. Беҙҙе эләктергәндәре: "Шәп булды быларға!" тип ултыраларҙыр әле. Ә беҙ тере! - көлөргә итте лә һыҙлауы туҡтатты. -Үлемдән дә ҡурҡмайым хәҙер, ишетәһеңме?"

- Ниндәй үлем ул Зөфәр? Хәҙер оҙаҡламай сығып етәсәкбеҙ. Саҡ ҡына түҙ!

Зөфәр тағы аңын юғалтты. Уның шымыуы бер ҡараһаң һәйбәт тә кеүек. Ара-тирә ҡайҙалыр сит телдә һөйләшеүҙәр ишетелеп ҡала. Улар яҡында булмаһа ла бөгөнгө төн тыныс булғас, ел менән килеп етәлер. Ныҡлап һыуһаған Рәйеф бер күләүек һымаҡ ерҙә һыуҙы ҡапшағас, ҡулы менән иренен сылатты. Ауыҙына һыу алып дуҫының битенә бөркте, иренен сылатты. Зөфәр иҫенә килде, ауыр һулап, әйтер һүҙе булғанын белдереп ымланы.

"Рәйеф! Йәшәрен йәшәнем инде, күргәнен күрелде. Беләһең, өй һалдым, ағас улттыртым, тыуған илем алдында бурысымды үтәнем, намыҫым таҙа. Яратҡан ҡатыным, балаларым... - тип әйтеп бөтә алманы, шымып ҡалды дуҫы.

-Зөфәр, әй, һин нимә? Миңә ҡара! Хәҙер, ҡайтып етәбеҙ, хәҙер...

Зөфәр күккә ҡарап ауыр итеп тын алды ла дуҫының ҡулында ғына йән бирҙе. Тыуған илен, ғаиләһен сикһеҙ яратҡан тағы бер Ватан һаҡсыһының йәне күккә яҡты йондоҙ булып балҡырға осто. Ә күктәге йондоҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Эх, ниндәй егеттәр китә... Дуҫын ҡосаҡлап, күҙҙәренән ҡайнар йәштәр эркелде Рәйефтең.

"Лә иллаһи иллаллаһ, Мөхәммәт рәсүллулаһ...Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим..." Күҙ йәштәре аша дуҫына ясин сыға башланы Рәйеф. Үҙе туҡтауһыҙ йәнһеҙ тәнде күкрәгенә һалып, арҡаһы менән шыуышты.

"Юҡ, ҡалдырмайым һине. Бергә килдек, бергә ҡайтабыҙ."Тештәрен ҡыҫып алға ынтылды. Уңайлыраҡ тотоп, ҡырын ятып та һөйрәне. Арҡаһына һалып, имгәкләп тә арыу ғына араны үтте. Күңел яраһы һыҙлағанда, тән яраһының һыҙлау-ауыртыуы һиҙелмәне лә, һөйрәне лә һөйрәне.

"Нисек кенә булһа ла сығып етергә үҙебеҙҙекеләргә!"

Тамам хәле бөткән Рәйеф аңын юғалтып тәрән упҡынға осто. Күпме иҫһеҙ ятҡандыр, ҡапыл уны ҡаҡ ер өҫтөнән кемдердәрҙер һөйрәгәнгә уянып китте. "Ах, был ауыртыуға нисек түҙергә? Эй, Хоҙайым, нисек кенә түҙергә? Кемдәр мине былай һөйрәй икән?" тип ҡарарға тырышты, таныманы. Тағы аңын юғалтты. Иҫенә килгәндә, палатка эсендә ята ине. Эргәһендә ике ир уның бронежилеттын һалдырып, бысаҡ менән шарт-шорт кейемен ҡырҡалар. Тәнендәге уҡмашып ҡатҡан ҡанды һыулы сепрәк менән һөртөп, яраларын ниндәйҙер раствор менән йыуҙырып бәйләп ҡуйҙылар. Ҡан тамырҙарына ҡуйылған системаны икенсеһенә алыштырҙылар. Былай тәрбиәләгәстәре, үҙебеҙҙекеләр. Ә Зөфәр ҡайҙа? Ах, дуҫы унда ятып ҡалдымы икән ни?

- Друг, мой друг где? -тип тауыш бирҙе. Ирҙәр ҡапыл иҫенә килгән Рәйефтең янына йүгереп килделәр.

- Забрали твоего друга, не переживай, - тип йыуатҡан булдылар, артабан боролоп реанимация эштәрен дауам иттеләр. Аҙаҡ госпиталдә хәле бер аҙ яҡшырғас, разведка дроны уларҙы табып, видеонан күрһәткәс, уларға ярҙамға разведка группаһын ебәргәндәрен белде. Дошман да уларҙы күреп ныҡлы утҡа тота башлағас, Зөфәрҙең мәйетен һуңынан килеп алырбыҙ тип ҡалдырырға ҡарар итәләр. Ләкин иҫен юғалтҡан Рәйеф, дуҫын, ныҡлы тотҡан, хатта тештәре менән гимнастеркаһын тешләгән була. Айыра алмағас, икеһен бергә сетка-носилкаға һалып хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡандар. Рәйефтең тәнен дауалап аяҡҡа баҫтырҙылар ҙа ул, тик йәне генә үҙенә урын тапманы.

Госпиталдан һуң уға дауаланып бөтөргә тип ике аҙналаныҡ отпуск бирҙеләр. Дуҫының кәүҙәһе әле Ростовта моргта икәнен асыҡлағас, оҙата барырға тип Рәйеф үҙен ебәреүҙәрен һораны. Был ике дуҫтың ниндәй мәхшәр эсенән сыҡҡанын яҡшы белгән командирҙар ҡаршы булманы. Кәрәкле документтарҙы барлап алғас, оло юлға сыҡты Рәйеф. Нисек ҡайтып еткәндәрен дә иҫләмәй. Тәүҙә самолетта остолар, аҙаҡ район ебәргән машина ла ауылдарына ҡайтып еттеләр. Юл буйы дуҫының үле кәүҙәһе ятҡан табутҡа текләп, фекерен һаман йыя алманы." Нисек улай килеп сыҡты һуң? Ғаиләһенә нимә әйтер? Балаларының күҙҙәренә нисек ҡарар? Ул балаларға хәҙер атайҙарын бер кем дә алыштыра алмай. Ниңә минең йәнемде алманың һуң, Хоҙай?.." Башында мең төрлө һорау... Күҙ алдында һаман Зөфәрҙең һуңғы минуттарҙа күргән күҙҙәре, әйткән һүҙҙәре...

Дуҫын һуңғы юлға оҙатырға күмәк халыҡ йыйылды. Уға ла һүҙ бирҙеләр. Юл буйы уйлаған уйҙары, кисерештәре менән уртаҡлашты.

- Зөфәр дуҫым ҡатының һөйөкле ире, балаларының яратҡан атайы, ата-әсәһенең ғорурланырлыҡ улы, беҙҙең ышаныслы дуҫыбыҙ ғына түгел, тыуған илебеҙҙе ысын күңелдән яратҡан патриоты булды. Һуғыш яланында, тыныс илебеҙ, аяҙ күгебеҙ, балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге тип йәнен бирҙе. Зөфәр - ысын ир, илебеҙҙең геройы. Күрәһегеҙ, мендәр тулы орден, миҙалдары. Ғәфү ит мине, дуҫым, һаҡлай алманым. Әле ауылда саҡта, алыҫ юл алдынан уҡ беҙ Зөфәр менән әгәр ошондай хәл була ҡалһа, нисек булһа ла тәнебеҙҙе тыуған яҡҡа алып ҡайтып, тыуған еребеҙгә ерләргә тип һүҙ ҡуйышҡан инек. Был бурысты үтәү миңә яҙған, һәм ул минең өсөн иң ауыры. Дуҫым минең ҡулымда, илем, ерем, балаларым тип йән бирҙе. Эх, Зөфәр! Һинең урыныңа мин һәләк булһамсы, әсәйемдән башҡа илап ҡалыр бер кемем дә юҡ" - тип Зөфәрҙең ғаиләһе, туғандары торған яҡҡа яралы аяғын һөйрәп атланы. Шул саҡ Рәйефтең күҙҙәре, йыйылған халыҡ араһынан йүгереп сығып, "Ҡолап китмәһен" тип үҙен ҡултыҡлап алған йәш ҡатындың ҡарашы менән осрашты. Тәүге мөхәббәтен хәтерләткән күҙҙәр, сихри арбаулы ҡараш. Күңелдәрҙе елкендереүсе, ир-ат йөрәгенең иң нескә ҡылдарын сиртеүсе ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге менән осрашҡан ошо илаһи мәл, Рәйефтең ғүмер буйы теләгән теләктәренә Хоҙайҙың яуабы булдымы әллә ҡәһәрле һуғыш арҡаһында баҡый донъяларға иртә күскән Зөфәр дуҫының рухы ебәргән бүләгеме икән? Яҡында ғына кәкүк саҡырҙы...

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: