Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Июнь , 15:13

МӘРФУҒА – МАРФУША (хикәйә)

Борис ХӘЙРЕТДИНОВ

МӘРФУҒА – МАРФУША (хикәйә)
МӘРФУҒА – МАРФУША (хикәйә)

Йәш саҡта артабан атларҙай тормош һуҡмаҡтары күп була, ләкин ҡайһыныһы ҙур һәм матур тормош юлына илтһә, ҡайһыныһы һаҙға барып төртөлә икәне тураһында ул саҡта кеше уйлап та бирмәй. Уның уйынса бөтәһе лә һин уйлағанса килеп сығыр төҫлө. Ләкин ниндәй генә һуҡмаҡты алһаң да, унда төрлө ҡаршылыҡтар осрап ҡына тора, шул арҡала кемдер артҡа сигенә, аҙаша, кемдер ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға барыуын дауам итә. Әлбиттә, еңмеш холоҡло булған йәш кеше оло юлға сығыуы ла мәмкин. Тик оло юлда ла бихисап ҡаршылыҡтар буласағы тураһында хәҙерге ваҡытта кем уйлаһын инде. Халыҡ араһында тик байлыҡҡа ынтылған, аҡсаны ниндәй юл менән булһа ла табырға тырышҡан әҙәм балалары бихисап.

Район ауылдарының береһендә урынлашҡан үҙенең ауылы мәктәбендә һуңғы йыл уҡып йөрөгән Мәрфуға өсөн, ул уйлағанса, перспектива ябай ғына: был мәктәпте имен-аман тамамлап, һынауҙарҙы матур итеп биреп, юғары уҡыу йортонда уҡып сығыу һәм артабан матур итеп үҙ-аллы тормош ҡороу. Шулай итеп яратҡан әсәһен сикһеҙ ҡыуандырыу.

Әсәһе менән бергә айырым ағас йортта йәшәй Мәрфуға. Ул бәләкәй саҡта уҡ, йәғни өс йәше тулып үткән мәлдә, ҡарышлауыҡлы тәгәрмәс йөрөткән тракторҙа эшләп йөрөгән атаһы һыуыҡ тейҙереп, ауырып китә, оҙаҡ ҡына ваҡыт күтәрелә алмай, ыҙалай, яфалана һәм фани донъяны йәшләй генә көйө ташлап китеп бара. Ғаиләгә ҙур ҡайғы инеп урынлаша, ләкин бер-ни эшләмәй илап-һыҡтап ултырыуҙан ни файҙа? Тере кешегә тереклек итергә кәрәк, ғәҙәттә һәр кеше көн дә нимәлер эшләп, аҡса табып, ашап-эсеп, кейенеп үҙ ҡыйығы аҫтында көн күрергә һәм алдына алған пландарҙы үтәп, бәләкәс кенә теләктәргә ирешеп, барыбер көн итергә тейеш бит инде. Был тормоштоң төп ҡануны.

Мәрфуғаның әсәһе, фермала һауынсы булып эщләне, хужалығында ла мал-тыуар тотто, ике һыйыр, һарыҡ-кәзә көттө, тауыҡ-ҡаҙ эске урамды ябып йөрөрҙәр ине. Ҡалай итһә лә итте – ҡыҙын үҫтереүгә бөтә көсөн һалды, ашатты, кейендерҙе, башҡаларҙан бер ҙә кәм булманы уның берҙән-бер ҡыҙы. Ләкин “үҙгәртеп ҡороу” тип аталған түңкәрелеш иң тәүҙә ҡыҙҙың әсәһенә килтереп һуҡты: колхозды тарҡатыу арҡаһында эшһеҙ ҡалды ул.

Малдарҙы ла ҡыҫҡартырға тура килде Мәрфуғаның әсәһе Мәрйәмә апайға, ҡул менән сабыуға көс ҡалманы, уба-туба малды аҫырарлыҡ бесән-һаламды, комбикорманы һатып алырға аҡса етмәй булып сыҡты, улары ла көн дә ҡиммәтләнә бара бит әле. Ярай әле нисек итһә итте, шулай ҙа бер һыйырҙы һаҡлап алып ҡалды. Ауылда аҡһыҙ йәшәп булмай бит инде ул, ҡалалығы кеүек тыҡрыҡ һайын берәү ҙә һөт-май, ҡаймаҡ-эремсек һатып тормай һәм тормаясаҡ. Артығыраҡ аҙыҡ-түлек булһа, хәҙерге шарттарҙа ғәҙәттә ауыл кешеһе район, ҡала баҙарына ҡарай тура йүнәлә.

Мәрфуғаның класс етәксеһе Хәлимә Хәйрулловна был уҡыусы балаға һәр саҡ терәк булырға тырышты. Ҡыҙыҡай ҙа уҡыуҙы һәйбәт кенә алып барҙы, даими рәүештә “дүрт-биш” билдәләренән түбән төшмәне. Шуға күрә ул эстән генә бер-ниндәй тотҡарлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона инермен ул, тигән уйҙар уйлай йөрөр булды.

Ләкин тормоштоң үҙ ҡанундары бар икәнен Мәрфуға бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәй ине. Шундай ҡанундарҙың “мөхәббәт” тигәндәре беренсел булып уйламағанда ҡалҡып килеп сыҡты.

Барыһы ла мәктәптә үткәрелгән Яңы Йыл кисәһенән башланды. Кисәлә райондың йәштәр бүлегендә эшләп йөрөүсе Мират исемле егет килеп ҡатнашҡан ине. Шул егет уйламағанда Мәрфуғаға күҙ һалды, ҡыҙыҡай ҡаршы булманы, яуап бирҙе. Егет кеше һүҙгә маһир булып сыҡты, көләмәстәр һөйләп йәштәрҙе көлдөрҙө, Мәрфуғанан күҙен алманы. Ураған һайын бергә ултырҙылар, парлашып бейенеләр һәм бер-береһе менән бәйләнеште өҙмәҫкә һүҙ ҡуйыштылар. Йәш кешеләрҙә һөйөү хисе тиҙ барлыҡҡа килә, был юлы ла шулай булды, бер-нисә осрашыуҙан һуң мөхәббәт гөрләп сәскә атты, күп тә үтмәне ике йәш йөрәк бергә ҡушылды. Егет кеше райүҙәктән көн дә тиерлек ауылға килеп урарға, Мәрфуға менән осрашырға мөмкинлек тапты. Баҡтиһәң, тотонолған булһа ла ҡулдан осһоҙ хаҡҡа һатып алынған машинаһы бар икән. Хәҙерге сит илдең текә машиналары менән сағыштырып булмай, әлбиттә, шулай ҙа егет ҡулындағы “жигули” әлегә бер-ниндәй тотҡарлыҡһыҙ йүгереүен дауам итә, “һә” тигәнсә “ялп” итеп ауылға килеп етә торҙо.

Мәрфуға бындай осрашыуҙарҙан яңы һут алды, хатта кеҫә телефоны аша аралашыу ҙа уға ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһон өҫтәгәндәй булды. Бындай ваҡыттарҙа уҡыу мәсьәләһе онотола биреп тә ҡуйған осраҡтар йышая барҙы. Хатта ҡыҙындағы үҙгәрештәрҙе һиҙемләгән әсәһе бер көн:

- Ҡыҙым, һин китап-дәфтәр менән һирәгерәк ултыра башланың түгелме? – тип һорап ҡуйҙы.

- Юҡ, әсәй, улай түгел, алда етди имтихандар тора бит, нисек уҡыуҙы онотоп булһын, - тип яуап бирҙе Мәрфуға. – Әле консультацияларға йөрөйбөҙ, имтихандарға әҙерләнәбеҙ. Все ОК.

- Ҡара уны, ҡыҙыҡай, ауыҙ асып йөрөп имтихан тапшыра алмай илап йөрөмә тағы, - тип киҫәтте әсәһе, - егеттәр ҡасмаҫ – уҡыу ҡасыр.

- Ярай хафаланма, әсәй, - тип Мәрфуға әсәһен тынысландыра бирҙе, - бөтәһе лә һәйбәт бара бит һәм артабан да һәйбәт буласаҡ. Мин шулай уйлайым.

Бер көнө уҡыусы ҡыҙ үҙен еңелтәрәк ауырығандай тойҙо: күңеле болғанды, ҡоҫҡоһо килде, күкрәге һыҙлап-һыҙлап алды. Был турала ул әсәһенә аңғартғайны тегенеһе:

- Ныҡлап ауырып китмә тағы! Аллам һаҡлаһын! Иртәгә үк райүҙәккә барып мотлаҡ врачҡа күренеп ҡайтырбыҙ. Бармайым тип бәхәсләшеп ултырма. Алдан уҡ йыйына тор, - тип ҡырт киҫте.

Әсә һүҙен йыға алманы Мәрфуға, шуға күрә иртә менән дауаханаға йүнәлделәр, уларҙы тәүҙә “Доврачебный” тип яҙылған бүлмәгә барырға ҡуштылар. Ундағы табиб ҡабаланмай ғына ауырыуҙың симптомдарын ҡат-ҡат һорашып алды, ҡыҙҙың ҡан баҫымын үлсәп ҡараны, күҙ ҡабаҡтарын асыбыраҡ тикшерҙе һәм нишләптер ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә булған консультация бүлмәһенә барырға ҡушты. Был көндө ул бүлмәлә сират бөтөнләй юҡ ине. Ҡыҙ кеше йәһәт кенә инеп китте, ә әсәһе ишек төбөндә уны көтөп ултырып ҡалды.

Бер-ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң табиб, урта йәштәрҙәге ир-ат, Мәрйәмә апайға инергә ҡушты, күренеп тора, Мәрфуға аша әсәһенең бында икәнен белгән.

- Апай, - тип һүҙ башланы табиб, - мин – гинеколог, шуға күрә тураһын әйтергә бурыслымын. Ҡыҙығыҙ ауырлы.

- Ай ҡоромағыры! Яңылышманығыҙмы, ҡустым? – тип Мәрйәмә апай табибҡа баҡты.

- Бер-ниндәй яңылышлыҡ юҡ, апай – тине гинеколог, - ҡыҙығыҙ үҙе лә белмәгән булған. Бына хәҙер белде инде, кәрәкле инструктажды алды. Сығырға мөмкин. Хушығыҙ!

Аяҙ күктә йәшен атҡандай тойолдо Мәрйәмә апайға. Автобус менән ҡайтҡанда ике телһеҙ әҙәм кеүек һөйләшмәй килделәр.

Тик өйгә ҡайтып ингәс кенә буран ҡупты. Әсәһе туҙҙы, ҡыҙы мышҡылдап илауҙан үтмәне.

- Дружить итеү бергә йоҡлап ятыуҙы аңлатамы? Ошо арала алдыраһың! – тип әрләне әсәһе, - тыңламаһаң – үҙеңә үпкәлә! Ҡыуып сығарасаҡмын, үҙ балам тип йәлләп тормаясаҡмын, - тип туҙынды совет заманы тәрбиәһе алған әсә кеше. Мәрфуға был хәлде телефон аша Миратҡа еткерҙе. Тегеһе:

- Әсәйең дөрөҫ әйтә. Алдыр! Мин өйләнергә, донъя көтөргә әҙер түгелмен, Мәрфуға. Шуны аңла! Тағы үҙеңә мәктәпте тамамлап артабан уҡырға кәрәк буласаҡ әле, - тигән хәбәр һалды. – Үҙең ныҡлап уйлап ҡара!

Ни хәл итһен ҡыҙ кеше, тағы берҙе дауаханаға юлланырға һәм әсәһе ҡушҡанды үтәргә тура килде. Ошонан һуң ике йәштең мөхәббәте ҡапыл тоноҡланып ҡалғандай, хатта юҡҡа сыҡҡандай булды.

Шул арала имтихандар килеп етте, был һынауҙарҙы ҡыҙ кеше йырып сыға алды, имтихандарҙы “дүрт” һәм “биш” билдәләренә тапшырып сыҡты.

Мәрфуғаның хыялы тормошҡа ашыуға яҡынланы, шикелле. Ул үҙе теләгән Башҡорт дәүләт университетының Финанс, иҡтисад, бизнес институтына документтарын тапшырҙы, имтихандарын уңышлы ғына бирҙе, ләкин балы етмәү сәбәпле бында артабан уҡыуға юл бөтөнләйгә ҡырҡылды.

Ауылға ҡайтыуҙан ни файҙа? Ҡыҙ ҡалала эш табып, шунда йәшәргә булды. Тик бер һөнәре лә булмаған йәш кешегә эш табыуы бик ҡыйын икән. Шулай тупһанан тупһаға йөрөй торғас, бер көндө “Нужна домработница...” тигән белдереүгә юлыҡты һәм кискә ҡарай күрһәтелгән адресын эҙләп китте, тапты, квартира ишеген шаҡыны.

Урта йәштәрҙәге мөләйем хужабикә ҡыҙҙы матур итеп ҡаршы алды, хәл-әхеүәлдәрен һорашты һәм үҙ хәлен һөйләп ташланы. Квартира хужалары рус милләтле кешеләр булып сыҡты. Хужабикә төрлө һорауҙар биреп туйғандан һуң ҡыҙҙың исемен һораны.

- Мәрфуға, - тип яуап бирҙе йәш кеше.

- Марф... Марф... Әйтеүе ҡыйыныраҡ икән дә баһа, әйҙә мин һине Марфуша тип кенә атайым да ҡуяйым. Нисек ҡарайһың? Ҡаршы түгелһеңме?

- Юҡ! Ҡаршы түгелмен. Барыбер шул уҡ исем...

Хужабикә тәсүирләп эштең асылын аңлатты:

- Мин Екатерина Павловна булам. Һинең алдыңда табиб-терапевт ултыра. Нимә менән шөғөлләнәм? Бер һүҙ менән әйткәндә, иң тәү нәүбәттә ОРЗ, грипп, коклюш кеүек йоғошло ауырыуҙарға диагностика ҡуйыу, профилактика үткәреү минең елкәлә. Рәткә төнгө дежурство эләгеп тора, йүнле эш режимы юҡ, көн буйы, йә төн буйы эштә булырға тура килә. Ә өй хужаһы Максим Емельянович – словесник, йәғни профеессор-филолог, университетта лекциялар уҡый. Көн дә, берәй ултырыш-маҙар булмаһа, сәғәт өс менән дүрт араһында өйгә ҡайта, ә тамаҡ бешереп көтөп тороусы юҡ уны. Үҙе лә аш-һыуға маһир түгел, ҡары-ҡоро ашап туҡлана ла шәхси бүлмәһенә инеп эшен дауам итә, лекциялар яҙа, китаптар сығарыу менән шөғәлләнә. Икәүләп кенә йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ юҡ - булманы. Һинең өсөн эш шунан ғибәрәт: өс мәртәбә тамаҡ әҙерләү, өйҙө йыйыштырып тәртиптә һәм таҙа тотоу, мин яҙған исемлек буйынса аҙыҡ-түлек һатып алыу, кер йыуыу һәм өйҙәге башҡа ваҡ-төйәк эштәр менән шөғөлләнеү. Эш хаҡы илдәге урта эш хаҡына торошло буласаҡ. Ашау бушлай, квартира өсөн дә түләтмәбеҙ, эш кейемдәре лә беҙҙең иҫәптән булыр. Ә ял көнө, беҙ күберәк өйҙә булғанда, һиңә лә ял булыр. Был көндө һине эштән тулыһынса бушатабыҙ. Ҡаршы булмаһаң һин беҙҙең өйҙөң экономкаһы булаһың инде. Минең эш шарттарына нисек ҡарайһың? Ризаһыңмы, Марфуша?

- Эйе, ризамын.

- Теләһәң эш хаҡыңды һалып барырһың, үҙеңә счет асырбыҙ! Теләһәң – ҡулыңа алырһың...

...

Бына шулай итеп Мәрфуға эшле булды һәм ҡалала ҡалды. Ә эшкә килгәндә, өй эсендәге эштең барыһы ла таныш ауыл ҡыҙына – эшләп үҫте, әсәһенең яҡын ярҙамсыһы булды. Бында, квартирала, көн буйы тейерлек бер үҙе өйҙә була, эшен эшләй, ял итеп ала, иң мөһиме - хужалар менән дә мөнәсәбәттәр яйлы. Ул яҡтан тик ҡыуанырға ғына ҡала Марфушаға. Тик Мираттың тиҙ генә юҡҡа сығыуы йәнде үртәй, көйҙөрә. Оноторға кәрәктер уны – кешене көсләп яраттырып булмай бит инде! Әсә менән дә бәйләнеште өҙҙө, адресын да әйтмәне, телефон аша ла һөйләшеүҙәр булманы. сөнки уны тыңлап, буласаҡ яңы ғүмерҙең нигеҙенә балта сапты бит! Шул күңелде уйламағанда, юҡ-юҡта ҡайыҙлап ала, ҡапыл ғына кәйефте төшөрә.

Тағы биш йыл ваҡыт “һә” тигәнсә үтеп тә китте. Ошо осорҙа ҡыҙыҡай һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек ғүмер итте, өй тәртибенә лә тулыһынса өйрәнеп алды, ҡала менән дә яҡшылап танышты, тик ир-егет заттарынан һәр саҡ ҡасырға тырышты ул. Күрәһең, бындай ҡарашҡа беренсе тапҡыр булған “тәжрибә” ғәйепле булғандыр инде.

Ләкин океан гел тыныс ята алмаған кеүек, тормошта ла гел генә шыма була алмайҙыр ул.

Бер көнө Екатерина Павловна ныҡ тулҡынланып ҡайтып инде һәм Мәрфуғаны кухняла күреп ҡалып һүҙ башланы:

- Марфуша! Беҙҙә ҙур яңылыҡ! Мине Сирияға Алеппо ҡалаһына ике йыл срок менән эшкә ебәрергә булдылар. Унда табибтар етешмәй икән. Ғаилә менән күсенеп барып урынлашыу мөмкинлеге бар. Мин Максим Емельянович менән кәңәшләштем, бергә барайыҡ тинем, ул да (ярай әле) күсенеүгә риза булды. Тегендә профессорға эш урыны бар, сөнки ҡаланың университетында рус теле факультетын асҡандар, ә уҡытыусылар етешмәй икән. Бына шундай хәлдәр. Иртәгә юлға сығырға тейешбеҙ

- Ә миңә улайһа иртәгә үк һеҙҙән китергә кәрәк буламы инде? – тип һораны был яңылыҡтан аптырап ҡалған Мәрфуға.

- Һин мине, Марфуша, ғәфү ит! Алдан аңғарта алманым, быға тиклем үҙебеҙ ҙә ике уртала сайҡалдыҡ. Эйе, нисек кенә ҡыйын булмаһын һинең менән үҙең әйткәнсә иртәгәнән дә ҡалмай хушлашырға тура килә инде. Хеҙмәтең өсөн ҙур рәхмәт! Максим Емельянович һине маҡтап бөтә алмай, шәп экономка булды, ти. Һинең иҫәпкә тейешле аҡсаны бөгөн үк артығы менән күсерермен, уныһына хәүефләнмә. Хеҙмәт кенәгәңде хәҙер тултырып ҡуям. Артабан ҡайҙа барырға уйлайһың?

- Әллә инде... Әлегә кире ауылға ҡайтып тормаһам булмаҫтыр тип торам. Минең өсөн борсолмағыҙ, Екатерина Павловна, миңә йәш кешегә берәй йүне табылыр әле. Аяҡ-ҡулым имен-һау, сирләшкә түгелмен, Аллаға шөкөр. Мөмкин булһа бөгөн үк хушлашырға рөхсәт итегеҙ.

- Нишләп?

- Миңә ауылға йөрөгән автобусға өлгөрөргә кәрәк.

- Ярай улайһа, тик беҙгә үсекмә инде, Марфуша, ғаиләнең иң кәрәкле ағзаһы булдың беҙгә. Өйҙө һәр саҡ тәртиптә тоттоң. Ҙур рәхмәт һиңә. Карта менән паспортыңды онотма, иң тәүҙә һалып ал!

Өй хужаһы ҡайтып ингәс тә хушлашыу башланды, уныһы оҙаҡҡа барманы. Мәрфуға булған әйберҙәрен ике ҙур пакетҡа тултырып вокзалға юл тотто. Район үҙәгенә йөрөгән автобусға ярай әле өлгөрөп ҡалды.

Район үҙәгенән ауылға такси ялларға тура килде.

Уны бәләкәйҙән таныш булған, шунда тыуып-үҫкән өйө ҡаршы алды. Иҫкереүҙән ҡыйшая биргән өйҙә йән эйәһе күптән күренмәгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора: ҡапҡа һәм тәҙрәләр арҡыс-торҡос ҡатылған. Инеп-сығып йөрөгән аяҡ эҙҙәре лә күренмәй. Ә өй эргәһендә генә яҡында элек булмаған яңы бина ҡалҡып сыҡҡан. Уның ишегенең башында “магазин” тип яҙылған таҡта киҫәге тора. Шунда инеп хәл-әхеүәл һорашып сығырға булды Мәрфуға. Магазин эсе буп-буш.

- Һаумыһығыҙ! Аһ! Зәкиә апай! Һеҙме был! Әллә һеҙ бында һатыу итәгеҙме?

- Эйе, мин, мин һатыу итәм. Туҡта, кем әле һин, һеңлем? Сырамыта бирәм, тик аңғармайым, әллә һин Мәрфуғамы?

- Тап шулай, Зәкиә апай. Һеҙҙән ауыл хәлен һорашырға тип инеүем. Ауылға ҡайтырға булдым. Әсәйем ҡайҙа икән?

- Атаҡ! Атаҡ! Бөтөнләйгә бер-ни ҙә белмәйһеңме ни? Әсәйең бер йыл элек беҙҙе ташлап китте бит!

Бындай хәбәрҙән шок булған Мәрфуға ултыра төштө, һатыусы һонған һыуҙы бер ынтылыуҙа эсеп алды ла өндәшмәйенсә бер аҙ хәл йыйып ултырҙы.

- Әгәр барыр урының булмаһа, өйөңдө рәтләгәнсә, ваҡытлыса миңә барып тора алаһың, - тип һүҙ ҡушты һатыусы.

- Ярар! – тине лә Мәрфуға һәм артабан бер-ни ҙә өндәшмәйенсә уйланып ултыра бирҙе. Шунан кинәт тороп ауыл осондағы зыяратҡа юл тотто. Әсәһенең ҡәберлеген табып алып, хәле бөткәнсе иланы ла иланы...

 

Кискә ҡарай һатыусы уны ошонда килеп тапты һәм үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Оҙаҡ ҡына сәй эсә-эсә әңгәмәләшеп ултырҙылар.

- Эш мәсьәләһе буйынса хакимиәт башлығына барырға кәрәк, -тип кәңәш бирҙе Зәкиә апай. – Моғайын һине тыңлар, берәй ҡарарға килер. Әйткәндәй, уның ҡатыны бер йыл элек вафат булғайны. Берҙән-бер ҡыҙҙары быйыл туғыҙҙы тамамлап, ниндәйҙер техникумға имтихан биреп һәм инеп ҡайтҡан, тип ишеттем. “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, тиҙәр. Дөрөҫ һүҙҙәр.

Иртәгәһе көндө Зәкиә апайҙың кәңәше буйынса Мәрфуға ауыл хакимиәте бинаһына юл тотто. Хакимиәт башлығы Ғәриф Ғүмәрович үҙ урынында булып сыҡты. Ул ауылдаш ҡыҙҙы шунда уҡ таныны, ниндәй йомош менән йөрөүен һорашты, үҙе ауыл хәлдәрен теҙеп һөйләп ташланы. Һүҙҙең аҙағында былай тине:

- Өйөгөҙгә ремонт үткәреү мәсьәләһен мин хәл итә алмайым, хәҙер яңы замана. Аҡсағыҙ булһа – эшләүса табылыр, эшселәр кәрәк булһа ебәрермен. Ә инде эшкә төшөүгә килһәк, ул яҡ беҙҙә ныҡ аҡһай, сөнки эш урындары ҡыҫҡарып бөттө. Шулай ҙа бер тәҡдим бар, аҡылығыҙ булһа – ризалашырһығыҙ тигән уйҙамын. Почта мөдире пенсияға сыҡты тип әйтергә була, шулай ҙа алмашсы тапҡансы тип эшләп йөрөй әле. Шунда тәҡдим итә алам һеҙҙе, тик эш башлар алдынан ике айлыҡ курсҡа барып уҡып ҡайтырға кәрәк, сөнки хаттарҙан, корреспонденцияларҙан башҡа төрлө документтар, пенсионерҙарҙың аҡсалары менән эш итергә кәрәк.

Нисек? Минеңсә, ошо урын һеҙгә таман.

- Ундай эшкә барырға ҡурҡам бит әле, Ғәриф Ғүмәрович, әллә инде... Тағы аҡсалар менән эш итергә кәрәк...

- Һәр кем яңы эште башлағанда ҡурҡып ала инде ул, тора-бирә кеше өйрәнеп китә. Почтала эшләр өсөн экономика докторы булыу кәрәкмәй, урта белеме булғандар ҡурҡмайынса эшләй ала. Коллектив ҙур түгел: мөдирҙән башҡа бер почтальон һәм бер йыйыштырыусы бар.

Тора биргәс ризалашты Мәрфуға – башҡа ҡайҙа бараһың инде. Ярты ай арауығында йортона ремонт үткәртеп, тәртипкә килтереп алып шунда урынлашты ла ике айлыҡ курсҡа йүнәлтмә алып, райүҙәккә ҡарай юл тотто.

Курс, әлбиттә, бик файҙалы булды, яңы эш юлына төшөндө, уны тамамлап ҡайтҡас та Мәрфуға почтала, йәғни элемтә үҙәгендә эш башланы, халыҡ, бигерәк тә пенсионерҙар, уны яратып ҡабул итте, сөнки йәш мөдир һәр кем менән уртаҡ тел табыуҙы беренсел мәсьәлә итеп ҡуйҙы. Бигерәк тә хакимиәт башлығына ризалығы ҙур ине уның, бер көнө ауыл советы бинаһына инеп, ауыл башлығына ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп сыҡты ул.

Ә икенсе көндө, Мәрфуға кискә ҡарай ихатаһында ярылған утынды әрҙәнәгә ташып йөрөгән сағы ине, Зәкиә апай ҡапҡаны асып сәләмләне лә:

- Сәйеңде әҙерлә, берәй сәғәттән һиңә ҡунаҡҡа киләм, тағы бер кешене эйәртәсәкмен, - тигән хәбәрҙе һалды.

- Кем менән киләһең? – тип һорарға мәжбүр булды Мәрфуға.

- Килгәс күрерһең, - тип яуап бирҙе Зәкиә апай кинәйәле итеп һәм ҡапҡаны “шарт” ябып китеп тә барҙы.

Аптыраҡ! Ниндәй ҡатын-ҡыҙ, нишләп ҡунаҡҡа килергә тейеш әле ул миңә? Йә, ярай, килгәс күҙ күрер, күргәс һөйләш сере асылыр...

Бер сәғәт үттеме-юҡмы ихатала Зәкиә апай менән Ғәриф Ғүмәр улы пәйҙә булды. Ир кешене- ҡунаҡ көтмәгән Мәрфуға аптырай биреберәк ҡуйҙы, шулай ҙа килгәндәрҙе сәләмләне лә, өндәшмәй генә сәй табынын әҙерләү менән булышыуын дауам итте. “Силсәүит нишләп эйәреп өйгә килде икән?” тип уйлап алды Мәрфуға, ялыу-фәлән булһа – өйгә килеп тормаҫ ине...

Сәй табынына ултырыштылар. Һүҙҙе Зәкиә апай башланы:

- Мәрфуға! Беләһеңме шуны: һинең бит иң матур сағың! Парлашып йәшәү тураһында уйланғаның юҡмы ни?

- Юҡ шул. Нишләп ул турала һүҙ башлап ебәрҙегеҙ әле? Силсәүит ағай менән берәүһенә димләр өсөн йөрөп ятағыҙмы әллә?

- Ағай тиһәң дә, Ғәриф Ғүмәрович һинән теүәл ун ике йылға ғына өлкәнерәк. Һиңә 23 йәш, уға 35 тулды. Бер йырҙа йырланғанса, “ҡарт та түгел, йәш тә түгел, самый һөйөр саҡ ҡына” әле уның ваҡыты. Бәлки, һин “ҡайһылай ҡарт” икән тип уйлап ултыраһыңдыр. 40-50 йәшкә ҡарт бабайҙарға сығып, Аллам һаҡлаһын, донъя көткәндәр бар. Ун ике йәш айырма – пүстәк.

- Шунан?

- Шунан ни, шул. Ул да яңғыҙ, һин дә яңғыҙ. Ауыл башлығы һинең ҡулыңды һорай. Тура әйтергә уңайһыҙлана. Эсмәй, тартмай, аҙып-туҙып йөрөмәй, эштән ҡайта ла өй эше менән булыша. Яңғыҙ ҡыҙы бына бөгөн-иртән ҡалаға уҡыуға китергә тора.

- Ә нишләп был турала бер мин генә белмәй йөрөйөм? – тип аптырап һорап ҡуйҙы Мәрфуға. – Минең дә үҙ башым, үҙ фекерем бар бит.

- Уныһы шулай, - тип һүҙгә ҡушылды Ғәриф Ғүмәрович. – Мин дә өйләнеү тураһында уйлап та бирмәй инем. Һеҙ ауылға пәйҙә булғас, фекерем үҙгәрҙе. Бергәләп гәпләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер бит. Мин тик һеҙҙең менән ҡуша йәшәгем килә, шуға ризалылығығыҙҙы алырға тип килдем... Бергәләшеп йәшәһәк, икебеҙҙең дә тормошобоҙ теүәлләнер һымаҡ тоям...

- Бына һиңә мә! Тәүҙә миңә уйларға кәрәк бит әле...

- Оҙаҡ уйлаһағандың эше барып сыҡмай торған, - тип һүҙгә ҡыҫтырылды Мәрйәм апай. – Һиңә уйларға бер кис етер тип торам. Иртәгә йома, бата уҡыта торған көн, шуны иҫеңдә тот!

Ҡунаҡтар нисек ҡапыл килеп инделәр, шулай, Мәрфуғаны төрлө уйҙарға һалып, тиҙ генә сығып киттеләр.

- Нишләргә икән? Ҡайһылай уйлаһаң да оҡшамаҫ кеүек... Бына һиңә мә! Мөхәббәт тә, дуҫлашып йөрөү ҙә юҡ, баҡһаң, тормошта ошолай ҙа килеп сыға икән дә баһа! Эйе, уйлаһаң, был юҫыҡта мөхәббәт тигән әйберҙең ҡаҡлығыуы бөтөнләй юҡ та баһа! Нишләргә?

Был төндө йоҡлай алмай сыҡҡан Мәрфуға эшкә иртәрәк ҡуҙғалды, төрлө мәшәҡәттәргә күмелгеһе килде уның. Почта эсендә үҙенә-үҙе һыймай борғоланды, инде-сыҡты, ултырып сыҙаманы. Башында ҡырҡ төрлө уйҙар өйөрөлдө. Мин балаға уҙмаясағымды белмәйҙер инде, бәлки, уға башҡа бала кәрәкмәйҙер, тип үҙ алдына һөйләнде. Әллә яҙмышмы икән? Был ауылда башҡа мөмкинлектәр булмауы ла мөмкин. Нишләргә?

Күптә үтмәне, ҡулына сәскә бәйләме тотҡан һәм ике ҡустыһын эйәрткән Ғәриф Ғүмәр улы почтала пәйҙә булды. Ингән ыңғайы сәскәһен Мәрфуғаға тотторҙо ла, тубыҡланды һәм:

- Мин һине ҡатынлыҡҡа алырға теләйем, ризалығыңлы көтәм, - тип тынып ҡалды.

“Ҡыҙыҡ икән дә баһа! Оҡшатам йәки яратам тигән һүҙ юҡ, ә шунда уҡ ҡатынлыҡҡа алам ти!” тип уйлап ҡуйҙы Мәрфуға. Башҡаса ниндәй юл бар һуң әле? Юҡ шул, юҡ, әлбиттә. Шулай итеп ул ризалығын бирергә булды, тик бер-ике шарт ҡуйҙы.

- Ярай улайһа. Ҡотола алмай торған хәлдәр була, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр. Тик ризалыҡ бирер алдынан бер-ике шартым бар ине, - тип һүҙен башланы Мәрфуға. – Торған өйөмдө йүнәтеп бөткәндән һуң ташлап китеүе бик ҡыйын. Беләм: ҡатын-ҡыҙ электән килгән ғәҙәт буйынса буласаҡ ире өйөнә күсенә. Беренсе шартым шул: мин йәшәгән өйҙө урамыңа күсереп ултырт, күреп йөрөйөм – унда  урын етерлек.

- Күсерермен өйҙө. Минең өсөн ауыр эш түгел ул. Туғандарым, моғайын, ярҙам итерҙәр, - тип яуап бирҙе ауыл башлығы. – Берәй аҙналыҡ эше буласаҡ. Ә икенсе шарт ниндәй?

- Мин үҙ ваҡытымда юғары уҡыу йортона инеп уҡый алманым. Ситтән тороп уҡыуыма ҡаршы килмәһәң, экономика факультетына тағы бер һынау тотор инем.

- Бәй! Мин нишләп ҡаршы булайым, фәндәр докторы булғанса уҡы әйҙә, бер һүҙ ҙә өндәшмәҫмен.

- Вәғәҙәләреңде онотмаҫ булһаң, мин ризалыҡ бирәм...

Бата уҡып бөтөү менән Ғәриф Ғүмәрович кәләшен өйөнә алып ҡайтты, туғандарын йыйып сәй мәжлесе ойошторҙо, Мәрфуға менән ныҡлап таныштырҙы. Бер айҙан һуң ябай ғына туй мәжлесе үтеп китте, әйткәндәй, был юлы спиртлы эсемлектәр урынына ҡунаҡтар ҡымыҙ эстеләр. Быныһы бигерәк тә Мәрфуғаға оҡшаны, был тәңгәлдә ауыл башлығы үҙе өлгө күрһәтеп йәшәргә тейеш бит инде.

- Шулай итеп, ауылда тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде, тип уйлап алды Мәрфуға. - Артабан нисек булырын бер Хоҙай ғына белә инде, ә кешеләрҙең төрлөһө бар: берәүҙәре үҙ бәхетенә балта саба, икенселәре булған ыңғайлыҡты артабан үҫтереп, матур йәшәргә тырыша. Кем мөхәббәт тураһында күп лыҡылдай, уның сатҡыһы тиҙ һүнә, өндәшмәҫтәр уны бик оҙаҡ һаҡлай ала, шикелле. Байға сыҡһаң да, ярлыға сыҡһаң да йә уңаһың, йә туңаһың, сөнки был тормошта шәхестең холҡо, нисек кенә әйләндерһәң лә, беренсел булып килеп баҫа.

Күрәһең, төрлө уйламаған ағыштар, сәбәптәр, юлдар, ҡылыҡтар киҫелеше, психологик торош, ыңғайлыҡ һәм кирелек – барыһы бергә яҙмыш тип аталалыр инде. Булғанына риза булып, булмағанын табырға тырышып йәшәп, бер-береңде аңлап тигеҙ ғүмер итеүгә ни етә...

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: