Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь , 22:10

Ҡытай бабай Роман

Тарих ниҙән башлана? Һәр әҫәрҙең башы, аҙағы, уртаһы бар. Ул гел генә төп герой менән бергә тыуып, бергә тамамланамы, әллә тормошоноң ҡайһылыр осорон ғына сағылдырырға тейешме? Ҡайһы берҙә тарих уйламаған ерҙән башланып һәм башланып та өлгөрмәгән еренән тамамланып ҡуя. Йәшәү менән үлем старт һәм финиш булһа, уға тиклемге һәм һуңғы ваҡиғалар кеше менән бәйле булмаймы ни? Кемдер бит, ғүмере буйына ауыл-ҡалаларҙан ситтә йәшәп кенә лә, алыҫ киләсәккә тиклем һаҡланасаҡ эҙ ҡалдыра ала. Кемдер, иң ҙур ҡала үҙәгендә көн күреп тә, эргәләгеләргә тәьҫир итә алмай. Һәр кемдең – үҙ юлы һәм үҙ тарихы. Башы менән аҙағы ғына ҡайҙа? Иҫәндәрҙән мәрхүмде хәтерләүселәр, уның тормошонан фәһем алыусылар бар икән, уның тарихы һаман яҙыла, тимәк. Был яҙма менән мин Ниғмәтуллин Айытбай Ҡотлобай улының тормошон тергеҙергә теләйем.Айытбай үҙе бынан егерме өс йыл элек башланған сәфәренә нөктә ҡуйыу ниәте менән ҡала урамдарын гиҙә. Ҡасандыр яҡшы таныш булған ерҙәрҙән хәҙер һалҡын һоролоҡ бөркөлә. Үҫмер егет өсөн бейек һәм мөһабәт күренгән таш биналар инде башты әйләндермәй, ябай ике-өс ҡатлы өйҙәр рәтендә, ә һәр яҡтан үтеп барыусыға күренгән ҙур хәрефле алтаҡталар – ниндәйҙер сер йәшергән ымһындырғыс билдә түгел, күҙ ҡарашына ла лайыҡ булмаған артыҡ мәғлүмәт.Русса хәреф танырға өйрәнгәс, Айытбай Харбиндағы барлыҡ реклама-алтаҡталарҙы йөрөп уҡып сыҡты шикелле. Әле лә шул дәүерҙән ҡалған хәтере буйынса үҙенә кәрәкле адресты эҙләп бара. Төп сәбәбе – яҡшы хәбәр: Советтар Союзы де-юре Маньчжоу-Го илен таныған. Был яңылыҡ уның өсөн «улың тыуҙы» тигән ике һүҙгә тиң. Тимәк, тоҡомо дауам итә. Ата-бабаларҙан күсә килгән эстафета өҙөлмәй. Егерме өс йыл элек үк тыуған хыялдың бына-бына тормошҡа ашыуы ихтимал.Илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр йылынғаны беленгәндән һуң, яҙ бөтөп, инде йәй аҙағына ауып бара. Әммә бер танығандар икән, кире ҡағып тормаҫтар. Шулай ҙа мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, донъя ағышы икенсе яҡҡа боролоп китмәҫ борон, өлгөрөп ҡалырға кәрәк.Айытбай, кәпәсен маңлайына нығыраҡ батырып, Гирин урамына боролдо. Бынан 10-15 йыл элек мәктәп, сиркәү булған биналарҙа хәҙер япон телендәге яҙыуҙарға, ә һәр йөҙ метр һайын япон һалдаттары осрауына иғтибар итмәгәндә, барыһы ла шул уҡ, дөрөҫөрәге, биналар һәм уларҙың хәле үҙгәрешһеҙ. Магазиндар, банктар, келәттәр һәм хөкүмәт органдары йорттары егерме йыл эсендә төҫөн дә яңыртмаған. Күҙгә салынғандарҙан, ҡасандыр рус сауҙагәрҙәре Мацура, Чурин асҡан магазиндар һәм быуат башындағы иң ҡиммәтле «Модерн» ҡунаҡханаһы япондар өсөн генә эшләй.

Урамда – бер ҙә кәмемәгән күмәк кеше ағымы, унан-бынан ишетелгән рус телмәре, урам буйында сауҙа иткән ҡытайҙар, яланаяҡ йүгергеләгән балалар, автомобилдәр, ат кеүек егелгән егеттәр – рикшалар. Уларҙан да шәберәк ҡала йорттары араһынан ел иҫә, елгә эйәреп, саң күтәрелә…
СССР консуллығы алдында Мәскәүҙә йыйылған өр-яңы ЗИС-101 ултыра. Аҡ таш менән көпләнгән бинаны һәм уны урамдан айырған ябай ҡара тимер кәртәне заманса технологияның һуңғы һүҙе – машина – биҙәй. Автомобилдең төҫө ҡара төн бөркәнгәндәй. Яҡын килгәндә, был ҡараңғылыҡта үҙеңде күрергә мөмкин. Айытбай, машинаның өҫтөн һыйпап, тәҙрә аша рулен шәйләне. Ҡыҙыҡ булһа ла, оҙаҡларға ярамай. Ҡырҡҡа еткән ир, ҡапыл турайып, ЗИС-ты бөтөнләй күрмәмешкә һалышты. Ул бында бик етди эш буйынса.
Ҙур бина эсендә кеше күп түгел, ишек алды ла, ингән ерҙәге фойе ла буш. Иң төптәге ишектәрҙең береһе янында «Малахов Н. Г. Генконсул» тигән яҙыу бар. Тап ул кәрәк тә инде. Айытбай ишек ҡаҡты. Эстә кемдер мөңгөрләп ҡуйҙы. Ир, кәпәсен сисеп, алдында хасил булған ярыҡ аша башын һуҙҙы.
Кабинет уртаһындағы өҫтәл артында ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп ултырған ир күренә. Көндөң эҫе булыуына ҡарамаҫтан, ҡара пинжәктә, эйәгенә тиклем тарттырып бәйләнгән галстукта ул. Әллә шунлыҡтан һауа етмәй, әллә яңғыҙы ултырғанда ла үҙ баһаһын иҫбатларға теләгәнлектән, консулдың ҡарашы уҫал.
– Һин кем? – тине ул урынынан тормай ғына.
Ишек төбөндә тапанған әңгәмәсеһе тауышындағы ғәжәпләнеүен йәшермәй: «Айытбай», – тип яуапланы ла артына боролоп ҡараны.
– Ниндәй Аитбай тағы? Сауҙагәрме?
Был һүҙҙәрҙән һуң Айытбай тағы ян-яғына ҡаранды. Егерме йыл эсендә үҙ исемен матурлап әйтә алғандарҙы бармаҡ менән һанарлыҡ бит. Урыҫтар, гел «ы» хәрефен төшөрөп ҡалдырып, Аитбай, ти. Ҡытайҙар бөтөнләй ул хәрефтәрҙе бергә йыя алмай, йә Андба, йә Ай бэй тип ҡуя. Үҙ телеңдең һәм исемеңдең ҡәҙерен, ситтә юҡһынмайынса, ҡайҙан беләһең инде.
– Юҡ, иптәш. Мин бында башҡа эш буйынса, – тип Айытбай һүҙен дауам итте. – Мин СССР гражданы булырға теләйем, ғаиләм менән күсенергә хәл иттем.
– Алай икән. Улайһа үт, ғариза яҙ. Яҙа беләһеңме?
– Беләм.
– КВЖД эшсеһеһеңме? – тип һораны консул. Бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Аҡ эмигранттар Совет иленә ҡаршы, улар консуллыҡҡа бысаҡ-таяҡһыҙ йөрөмәй, ә тимер юлға эшкә йәлеп ителгән ябай кешеләр күп.
– Юҡ, минең тимер юлға ҡағылышым юҡ, – тине Айытбай.
Ниһайәт, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы һалып:
– Аҡтар яғында алыштың инде? Нимә, еңелеүеңде таныныңмы? Әллә провокаторһыңмы? – тип мыҫҡылланы консул.
– Аҡтар яғында ла алышманым, – тине Айытбай тыныс ҡына.
– Улайһа, бында нисек килеп эләктең?
– Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
– Һөйлә, ҡабаланырға түгел, – тине консул. – Исемең кем, ҡайҙа тыуҙың, ата-әсәң бармы?
Айытбай, консул ҡаршыһына ултырып, бығаса әллә ни хәтерләргә яратмаған тарихын теҙҙе.
– Мин – Ниғмәтуллин Айытбай Ҡотлобай улы. Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын волосы Ҡауарҙы ауылынан. Хәҙер ул Башҡорт АССР-ы инде. Атай-инәйем дә бар. Ғаиләлә минән өлкәнерәк ике апайым менән өс ҡустым булды. Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәрен белмәйем. Яҙышҡаныбыҙ, аралашҡаныбыҙ юҡ. Мине 1918 йылда аҡтар өй алдынан ҡыуып алып китте…
Иртә көҙ. Атай – баҫыуҙа, инәй менән апай ҙа ҡырҙа. Мин бәләкәстәргә күҙ-ҡолаҡ булып ҡалдым. Ҡапыл Текәтауҙан һыбайлылар өйөрө килеп төштө. Атыу тауыштары ишетелә башланы. Шунда уҡ балаларҙы мейес артына йәшереп, мал артынан сыҡтым. Былай ҙа бер туҡтауһыҙ йә теге, йә был һалдаттар килеп малдарҙы алып китә, ҡустыларым аҡтан яҙмаһын, тип уйланым. Берҙән-бер һыйыр, ғәҙәттә, өйҙән алыҫ китмәй, Ҡауарҙы йылғаһы кисеүендә ята торған. Был юлы ла шундалыр, тип тышҡа сыҡтым. Әммә, атҡан һәм ҡысҡырышҡан тауыштарҙан өркөптөр, һыйырҙар ауылдан ситкә, урман яғына ҡасҡан. Һәүкәш менән икәү шул урман эсендә йәшенеп ҡалырбыҙ әле, тип артынан сапҡайным, барған юлымдан ҡамап, сыбыртҡылап икенсе яҡҡа бороп алып киттеләр.
Бер нәмә лә аңлашылманы. Һыбайлылар юлына осраған һәр тере йәнде үҙе менән ҡыуҙы, ситкә тайпылғандарға шунда уҡ йә ҡылыс эләкте, йә пуля осто. Беҙ йүгерҙек. Кискә генә туҡтап, хәл йыйырға рөхсәт иттеләр. Аҙаҡ хеҙмәт отрядтарының береһенә билдәләнеләр.
Аҡтар Себер яғына сигенә ине, Әшә станцияһына тиклем, урман, тауҙар үтеп, йәйәү барҙыҡ. Аҙаҡ беҙҙе мал менән бер вагонға тултырҙылар. Тығыҙ, бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып барабыҙ, көндәр үтеү менән малдарҙы берәм-берәм һуйып алдылар, кешеләр араһында ла үлеүселәр, ҡасырға теләп атылғандар юҡ түгел ине. Бик оҙаҡ барғандан һуң Владивостокка еттек. Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың Ваҡытлы хөкүмәтенең ҡара эшен башҡарҙыҡ. Барактар төҙөнөк, кер йыуҙыҡ, окоп ҡаҙҙыҡ, тимер юлдарҙы төҙөкләндерҙек. Унан Харбинға килтерҙеләр. Бында хәрбиҙәрҙең частары яңынан формалашты, ә беҙҙең отрядты: «Дүрт яғығыҙ ҡибла», – тип тарҡаттылар. Шунан бирле үҙаллы йәшәйем…
Был һүҙҙәрҙән һуң Айытбай ауыр тын алды ла шымып ҡалды.
– Әле ҡайҙа тораһың? Ғаиләң бармы? – Консул бармаҡтары менән яғаһын төҙәтә бирҙе, тик галстугын бушатманы.
– Төрлө ерҙә ялланып ҡараным, ахырҙа, урыҫтарға хеҙмәт итеүҙән ялҡып, ҡаланан ситкә сығып, бик яҡшы ҡытай бабайына эләктем. Ул бойҙай үҫтерә, шуның менән яланда йөрөйөм. Өйләнгәнмен, Дауыт исемле улым үҫеп килә, уға әле ике йәш.
– Ҡатының да ҡытаймы?
– Эйе, исеме Джу.
– Үҙең ҡытайса һупалайһыңмы һуң?
– Өйрәндем. Тик уҡыуы бирелмәй. Иероглифтары бигерәк күп һәм ҡатмарлы.
– Дэ-э, матур һөйләйһең, әлбиттә, тик мин һиңә ниңә ышанырға тейеш әле? – Консул көрһөндө. – Бәлки, аҡтар менән оҙаҡ йөрөгәнгә һаман уларға хеҙмәт итәһеңдер? Асан отрядында түгелһеңме? – Малахов, ултырғысын шылдырып, уңайлабыраҡ ултырҙы. Күҙҙәре һаман әңгәмәсеһенә тишерҙәй итеп ентекле ҡарай, ә улар шундай бәләкәй һәм үткер, көрән төҫ менән уратылған ҡара нөктәләр бер юлы һиңә лә, һинән аша ла баҡҡан кеүек.
– Мин һалдат түгел, мылтыҡ тотоп йөрөүҙе лә хуп күрмәйем, ысынында. Ғаиләм менән тыныс тормошҡа, тыуған яғыма ҡайтҡым килә. Джу ла Ҡауарҙыны күрергә теләй.
– СССР-ҙа ла тыныс түгел бит әле. Унда Германия менән һуғыш башланған. Фашистар инде Ленинградҡа еткән.
Бығаса ул турала ишетмәгән Айытбай яңылыҡҡа ышанманы. Ҡапыл яҫы маңлайында ялтыр-ялтыр тир бөртөктәре яралды һәм ошо секундта башта тыуған мең уй кеүек тәртипһеҙ хәрәкәтләнергә тотондо.
– СССР – ҙур ил, ҡыуып сығарыр әле, – тине ул, шымып ултыра биргәс.
– Ҡыуыр, әлбиттә, тик ҡасан була ул? Ярар, бына һиңә ҡағыҙ, ручка, яҙ. Үтенесеңде илгә ебәрәм, бындай мәсьәләне НКВД хәл итә. Улар үҙеңде энәһенән ебенә тиклем тикшерер.
Айытбай эре-эре хәрефтәр менән консул әйткән һүҙҙәрҙе ҡағыҙға төшөрөргә кереште. Бинанан сыҡҡанда, ҡояш инде байыуға табан ауа башлағайны. Тиҙерәк ҡайта һалырға кәрәк, юғиһә төнөн йөрөүселәргә япон һалдаттары мәрхәмәтле түгел.
Консул да оҙаҡламаны. Водителе өсөнсө төпсөгөн тапауға, янына сыҡты. Айытбай ҡарашы менән алыҫая барған ЗИС-ты оҙатып ҡалды. Ҡара машина артынан ошондай уҡ төтөн ебе һуҙыла. «Май эләккән», – тип ҡуйҙы ир. Өс йыл тирәһе элек бер рус кешеһенән, хәреф онотмаҫҡа теләп, китап һорап алғайны, ә ул машина тураһындағы техник әҙәбиәт булып сыҡты. Киске йылы ел башты наҙлап һыйпай. Аяҡтар юлдан үҙҙәре атлай, ә уйҙар егерме йылдан ашыу элек булған ваҡиғаларҙы гиҙә. Зирәгерәк, сосораҡ, аҡыллыраҡ ҡыланһа шул саҡ… Һыйыр башта уҡ табылды бит, хужаһын күргәс, үҙе үк өйгә табан боролғайны. Айытбай ҙа оҙаҡламаны. Тик тал артынан сыҡҡан шыңшыу тауышын ишетеп, юлын үҙгәртте. Бында, яңғыҙ ағас төбөндә, өс-дүрт йәштәрҙәге ҡыҙ шым ғына илай. Күмәк уйнап йөрөгәндәр ҙә, атыу тауыштарына таралып бөткән балаларҙан яңғыҙы ҡалғанмы, баштан уҡ үҙе генә һыу буйында уйнағанмы, билдәһеҙ.
– Һин кем? – тип һораны Айытбай, уның янына килеп.
Бала күҙҙәрен мөлдөрәтеп егеткә ҡараны, тик өндәшмәне. «Өйөгөҙ ҡайҙа?» – тигәнгә лә яуап юҡ. Үҙҙәрендә йәшереп торорға булып, Айытбай уны күтәреп алды. Ян-яҡта көслө тауыш. Ысыҡ ҡунған йәйге болон төҫөндәге күлдәк кейгән ҡыҙ ҡурҡышынан ҡалтырай, хәрби формалы түгел, ябай кейемле егеткә һарыла. Гүйә, бөтә донъя юҡҡа сыҡҡан да, улар икәү генә ҡалған.
Өйгә тиклем йүгереп кенә барып етергә, йәшенергә, ишекте эстән элергә… Бына өс йорт аша үҙҙәренеке лә күренә. Бахыр һыйыр, ҡапҡаға мороно менән төртөлөп, күптән хужаһын көтә икән.
Һуңғы ынтылыш ҡалғанда ғына урам осонда һыбайлы күренде. Нимә эшләргә? Йә йүгереп, һыйырҙы ла, ҡыҙҙы ла ихатаға индереп, йәшенеп өлгөрөргә йә икәү генә тәңгәлдәге ҡураға һикереп төшөргәме? Секунд эсендә боласы был яҡҡа ҡараны. Йүгәнен тартып, атын бора һалды. Инде хәҙер өйгә йүгереп инһәң, арттан килеп, тентеү үткәрәсәк, унда ла балалар. Айытбай ҡулындағы ҡыҙҙы эргәләге йорттоң тәпәш кәртәһе аша төшөрөп: «Йүгер, ҡас!» – тип ҡысҡырҙы. Йөрәк дөп-дөп тибә, баш унда-бында борғолана, ваҡыт та яйлағандай, танау тирәләй осҡан себендең дә ҡанат ҡағышы күренә хатта. Ә ҡыҙ ҡатып тик тора. Кәртә ярығынан ике ҙур зәңгәр күҙҙәре генә күренә.
Һыбайлы, сабып етеп, Айытбайға: «Йүгер!» – тип бойорҙо, үҙе ҡулы менән килгән яғына ымланы. Шунда уҡ оҙон сыбыртҡыһын шартылдатып, һыйырҙы ҡыуып ебәрҙе. Айытбай йәнә ҡыҙға күҙ ташланы. Ул һаман тора бирә. Йөҙө тыныс, ә ҡарашы шундай тәрән! Бая ғына йылы өләшкән аяҙ күк, әйтерһең, тотошлай шул күҙҙәргә һыйған.
Һыбайлы һелтәгән сыбыртҡы осо урынында ҡатып ҡалған Айытбайҙың арҡаһын һыҙырып үтте. Күлдәк аша сыҡҡан йылы ҡан тамсылары ергә тама. Егет, айнып, һалдаттың бойороғона буйһондо. Ҡыҙға ғына тейеп ҡуймаһын. Иғтибарын ситкә йүнәлтергә теләп: «Ҡайҙа барырға?» – тип һораған була. Тегеһе: «Алға йүгер!» – ти, балаға иғтибар ҙа итмәй. Быныһы яҡшы. Ошо ваҡыт эсендә ҡасып ҡына өлгөрһөн ине.
Башҡа һалдаттар оҙаҡламаны, кеме йәйәү, кеме һыбай урамға ағыла. Ҡамсы тотҡаны һәр береһенә әмер бирә. Аҡтар берәм-берәм йорттарға инә. Улар ирҙәрҙе эҙләй, ҡыҙылдар менән хеҙмәттәшлек иткән, агитаторлыҡ эшен башҡарғандарҙы табырға теләй. Ҡарышҡандарҙы, шик тыуҙырғандарҙы мунсаларға бикләйҙәр, унан ары ни булғанын белмәүең хәйерле. Булғанын да телдәре киҫелгән ирҙәр һөйләмәҫ.
Айытбайҙы бер аяҡҡа аҡһаған һалдат етәкләне, беләктәрен һәрмәп ҡарай, ауыҙын астырып, тештәрен һанай: «Ауыл осона еткәс, яҙмышыңды хәл итербеҙ», – ти мыҫҡыллап. Егет артҡа ҡараш ташлағанда, ҡыҙыҡай юҡ ине. Ҡалдырған ерендә лә, башҡа урында ла тауыш-тыны сыҡмай. Йәшенгән, күрәһең.
Йылдар үтеү менән барыһы ла онотолдо. Шул саҡтағы ҡурҡыу, борсолоу бөгөн булмаған да кеүек. Мәңгегә хәтергә тик шул ике зәңгәр күҙ уйылып ҡалған. Был күҙҙәр сит ил күгендәге йомро айҙа ла, мул һыулы күл-йылғаларҙа ла сағыла…
– Шунан? – тип ҡаршы алды Джу. – Йыйынырғамы?
Айытбай ни тип яуапларға белмәй: «Ғариза яҙҙым, яуап көтәбеҙ», – тип ҡоро ғына әйтте лә кескәй карауатында ятҡан Дауытҡа үрелде.
– Мине ҡыуып алып киткәндә, кесе ҡустым Мәүленбирҙе ошонан саҡ ҡына ҙурыраҡ ине. Хәҙер үҙемдән аша ҡарап торалыр инде…

* * *
СССР-ға фашист Германияһы һөжүм итеүе арҡаһында Маньчжуриялағы рус эмигранттарының патриотик кәйефе тураһында НКВД-ның 1-се идаралығына Чита өлкәһе буйынса УНКВД-ның махсус хәбәре. 1941 йылдың 2 ноябре.
Фашистик Германияның СССР-ға һөжүм итеүенә бәйле, Маньчжуриялағы эмигранттар араһында гитлеризмға ҡаршы ҡаты тәнҡит белдереү осраҡтары йышайҙы. Айырым эмигранттар Советтар Союзына ярҙам итеү маҡсаты менән совет гражданлығына күсеү теләген белдерә. Әлегә совет гражданлығын һораған биш ғариза килде.
Улар араһынан ике кешенең бығаса Япония файҙаһына шпионаж менән шөғөлләнеүе билдәле. Был уларҙың провокацияһы булыуы ихтимал. Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн, СССР НКВД-һының 1-се идаралығының ҡарарынан тыш, совет гражданлығына кешеләрҙе ҡабул итеү эшен туҡтатырға ҡарар иттек.
Чита өлкәһе буйынса НКВД-ның идаралыҡ рәйесе, именлек капитаны Портнов.
Ун көндән Айытбай тағы консуллыҡҡа барып әйләнде. Рөхсәт бирмәгәндәр. Артыҡ өмөт булмаһа ла, бындай хәбәрҙе ишетеүе еңел түгел. Көн яҡтыһында, күңел тыныслығы эҙләп, мәсеткә инеп сығырға ине. Бында ул Харбинда йәшәй башлаған беренсе йылдарҙа Мәҙинә ханым аша тыуған яғына хат та яҙҙыртып ебәреп ҡарағайны. Урындағы башҡорттар, Уралдағы аслыҡ тураһында ишетеп, тыуған яҡҡа бер ни тиклем дөгө, бойҙай йыйып ебәргеләне. Яуап ҡына булманы. Барып етмәгән, күрәһең.
Мәҙинә Сәлиәхмәт – уҡымышлы кеше, Өфөлә һәм Санкт-Петербургта белем алған. 1919 йылда ғаиләһе менән Себергә күскән. Харбин мәсете имамы Ғиниәтулла Сәлиәхмәт уны мосолман мәктәбендә уҡытырға саҡырғас, һеңлеһе Зәйнәб менән бында күсә. Ғиниәтулланың бер туған ҡустыһы Кәшшәфкә кейәүгә сыға.
Ә 1933 йылда Кәшшәф Сәлиәхмәт Шанхай мәсете имамы итеп тәғәйенләнде, улар шунда күсте, һәм башҡа күрешкәндәре булманы. Айытбай мәсет юлын бөтөнләйгә онотто. Әле лә ҡапҡа аша үтергә ҡыйманы. Тирмәндән йөк алып ҡайтырға кәрәк, оҙаҡлап булмаҫ, тип ҡайтыу яғын хуп күрҙе. Егерме йылдан ашыуға һуҙылған сәфәренең был аҙағы түгел, тимәк. Әммә уның аҙағы ҡасан да булһа етергә тейеш.
Харбинда ҡасандыр башҡорт-татар ғаиләләре күп булды. 1920 йылда Чита ҡалаһында мосолман ғәскәрҙәрен атаман Семёнов етәкселегендә берләштереү, уларҙы бер күскә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителде. Рәсәйҙең Көнсығыш окраинаһы ғәскәрҙәре башлығы Ҡорбанғәлиев менән Алыҫ Көнсығыш армияһының баш муллаһы Сәлимгәрәев, башҡорттарҙы казактарға тиңләп, уларҙың үҙ полкын булдырырға кәңәш ҡорҙо. Әммә көҙ көнгө еңелеүҙән һуң күптәр, ҡоралдарын ҡытайҙарға тапшырып, илдәренә сигенде. Маньчжурияға еткәс тә әле милли һәм дини күрһәткестәр буйынса берләшеү идеялары күтәрелде.
Утыҙынсы йылдар уртаһына тиклем Харбинда мәҙәни ассоциация, «Исламия» йәмғиәте, мәҙрәсә, ҡатын-ҡыҙҙар союзы, йәштәр түңәрәге эшләне, туған телдә матбуғат баҫтырылды. Һәр кем тиҙҙән тыуған яғына әйләнеп ҡайтырына ышана ине. Тик тирә-яҡта үҙгәрә башлаған сәйәсәт берҙәм күстә лә тарҡаулыҡ тыуҙырҙы. Ҡәрҙәш халыҡтың сит ил үҙәгендә берләшеүе кемгә кәрәк? Яйлап милли ойошма рәйестәре хәбәрһеҙ юғала башланы, әүҙем ҡатнашыусылар хөкөм ителде. Кемдеңдер, уларҙы рус консуллығына алып киттеләр, тигәненә ышанып, бинаны штурм менән алып, тентеү ҙә үткәрҙеләр. Тик унда баҙҙа һаҡланған тоннаға яҡын кислотанан тыш бер ни табылманы.
Үткән йылдар хәтирәләрен уятҡан мәсет көмбәҙенә ҡарап торған Айытбай йәш томалаған ҡарашын ситкә борҙо. Ҡаршыла ғына – аяҡ кейеме йүнәтеү оҫтаханаһы. Унан Сашка күренеп ҡуймаһын тағы. Ҡараңғы келәттә итек табандарын оҙаҡ яманы Айытбай. Табан менән эш иткән кеше иртәме-һуңмы үҙе лә табан аҫтына ингәндәй була. Артыҡ тапалмаҫ борон ҡасып өлгөрҙө. Көн дә биш рәт ҡабатланған аҙан булмаһа, алданыраҡ тайыр ине, бәлки. Әммә имам тауышы шул тиклем тыуған йортто хәтерләтә…
Эмигранттар араһында, тыуған йортон һағынып, шул йылдарҙа Хабаровскиға сығыусылар ҙа юҡ түгел, бар ине. Улар бындағы милләттәштәренә, фото төшөп, хат яҙырға килеште. Әгәр хәлдәр яҡшы булһа, баҫып торасаҡтар, насар булһа, ултырып төшәсәктәр. Харбиндағылар алған хатта был ғаиләләр фотоға иҙәнгә йөҙ түбән ятып төшкән ине… Берәүҙәр Японияға, икенселәр Төркиәгә сыҡты, ойошмалар тарҡалды, мәктәптәр ябылды. Маньчжурия хәҙер үҙе Япон менән Ҡытай араһында ҡалды. Кемдең дошман, кемдең дуҫ икәне лә аңлайышһыҙ. Бар ышаныс – үҙеңә, ә ҡараштар – ҡиблаға. Нисек кенә булмаһын, барыбер ахырҙа баш шул тарафҡа ҡарап ятасаҡ.
Айытбай хеҙмәт ҡоллоғона эләккәнгә тиклем дә русса һупалай ине. Бәлки, тап ошо белеме уны ситкә алып киткәндер ҙә. «Бәлки»ләнергә ваҡыты бар хәҙер. Тик, үткәндәргә салауат, тигәнде лә оноторға ярамай. Рус телен яҡшы аңлауы һәм иркен аралашыуы уны Харбинда аяҡ кейеме төҙәтеүҙән ит турау эшенә, ресторанға барып һыйынырға ярҙам итте. Унан фермер Лао менән дә танышты.
Ҡауарҙы янында ғына, ситке йорттан ҡул һуҙымы алыҫлығында, ике урыҫ ауылы бар: Таҡман менән Дубовка. Уларҙың ата-бабалары бында ҡасандыр баҡыр иретеү заводына крепостной эшсе булараҡ килтерелгән. Таҡман урыҫтары йыуан бүрәнәләрҙән алты мөйөшлө өйҙәр һалып төпләнгәс, Ҡауарҙыла ла шундайға оҡшаш йорттар ҡалҡып сыҡты.
Еҙемдән арыраҡ, Богоявленскийҙа ла урыҫтар күп. Тик улар таҡмандарҙан холҡо менән яманыраҡ, һөйләштәре лә башҡаса. «О» хәрефенә күберәк баҫым яһайҙар, икенсе яҡтан килтерелгәндәрҙер, моғайын. Башҡорт менән йәнәш йәшәй алмаған ерҙән. Богоявленскийҙан утыҙ саҡрымда бер башҡорт ауылы ла булмауы юҡҡа ғынамы ни? Ә бында, бер-береһенә терәлеп тиерлек йәшәгән Ҡауарҙы менән Һабай араһында, йөҙ йортлоҡ урыҫ ауылы бар.
Бәләкәйҙән Таҡман баҙарына йөрөп, Айытбай руссаға ла, бал һатырға ла, аҡса һанарға ла өйрәнде. Шунда уҡ дуҫлашып киткән Пашка исемле тиҫтеренән бер нисә һүгенеү һүҙен дә отто. Бығаса улай тыйылған лөғәт барлығын ишетеп тә белмәгән Айытбай башта һәр һөйләмгә ҡыҫтырыр ине шуларҙы, аҙаҡ ололарҙан кемдер: «Невоспитанный башкирёнок», – тигәс кенә, ғәрләнеп, ғәҙәтен ташланы. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән берәйһен мәрәкәләп һүгеп алыуҙан тартынмай. Онотолоп ҡуйһа йә? Тапҡыр һүҙ – ҡындағы ҡылыс ул.
Әле башҡорт егетенә эш, бер ни тиклем аҡса һәм тормош һабаҡтары биргән кеше – Лао Дун. Ул үҙе лә Маньчжурияға ирекһеҙҙән эләккән. Ҡытайҙа Цин нәҫеле идара иткән ваҡытта бында маньчжурҙарҙан тыш башҡаларға йәшәү генә түгел, үтеү ҙә тыйылған булған. Ә Лао Пекин тирәһендә үҫкән. Шуға тормошҡа ҡарашы ла, йәшәйеше лә үҙәктәрсә.
Цин династияһы – маньчжурҙар. Улар Ҡытай иленән түгел, киреһенсә, 1644 йылда Цин ғәскәре бөйөк ҡытай диуарын үтеп Пекинды баҫып алғандан һуң, ҡалған Ҡытай Цин иленә ҡушыла. Әммә император ҡәбиләһе нисек кенә бикләнергә тырышмаһын, үҙҙәре оҙаҡламай ҡытай мәҙәниәтен һәм телен отоп ала. Батша һынлы батша ла ассимиляциянан ҡотола алмаған.
Ҡытайҙың башҡалар өсөн ябыҡ биләмә булыуы көнбайыш илдәрен дә ымһындырмай ҡалмай. XIX быуат барышында ҡупҡан бихисап яуҙар һәм Британия, Франция, Япония тарафынан баҫып алыуҙар уны ярайһы уҡ көсһөҙләтә. Бер-бер артлы тоҡанған әфиүн һуғыштары Ҡытайҙы көрсөккә төшөрә. Ихтилалдар ярҙамында Циндан айырылып сыҡҡан төньяҡ ерҙәренә Рәсәй ҙә ҡыҙыға һәм, Пекин трактатын ҡабул иткәндән һуң, Тышҡы Маньчжурия тип аталған биләмәне үҙенә ҡуша (бөгөнгө Приморье, Хабаровск крайҙары, Амур һәм Йәһүд автономиялы өлкәләре).
Цин династияһының абруйы төшә барыу менән, эске Маньчжурияла ла Рәсәйҙең көсө арта. Владивосток – Харбин араһында Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы һалына. Бында «Һары Рәсәй» ойошторолоуы күҙаллана. Тик 1904 йылда башланған рус-япон һуғышынан һуң был тирәләрҙә япондар көсәйә.
Тап Японияла ойошҡан Тунмэнхой тигән ойошма Ҡытайға суверенитет ҡайтарыу һәм Цин нәҫелен тәхеттән ҡолатыу маҡсаты менән революция башлай. Уны табип һәм сәйәсмән Сунь Ятсен етәкләй. 1911 йылда Сунь Ятсен Нанкин ҡалаһы революционерҙары ярҙамында Ҡытай Республикаһы ойошторолоуын иғлан итә. Ай календары буйынса 1911 йыл Синьхай тип аталғанлыҡтан, был ваҡиғаны ла аҙаҡ Синьхай революцияһы тип йөрөтәләр.
Цин батшабикәһе Цысиҙың үлеменән һуң император булып ике йәшлек Пу И ҡала. Алты йәшендә революционерҙар уны вазифаһынан бушата. Әммә Пу И ун һигеҙе тулғансы императорҙар йәшәгән Тыйылған ҡалала сит ил монархы дәрәжәһендә көн итә бирә. Аҙаҡ уны, барлыҡ титулдарын алып, ябай граждан итәләр, һәм ул Япония ҡарауы аҫтында булған Тяньцзинға күсә.
Сунь Ятсен иһә ил башлығы булып оҙаҡ ултыра алмай, сирләй һәм идаралыҡтан ситләшә, президент вазифаһына Цин генералы Юань Шикайҙы тәҡдим итеп ҡалдыра. Шикай, диктаторлыҡҡа баҫым яһап, үҙен ғүмерлек президент тип иғлан итә. Шуға уның ғүмерен тиҙ ҡыҫҡарталар. Республика штурвалын Сунь Ятсен нигеҙләгән Гоминьдан партияһы тота, ә уны генерал Чан Кайши етәкләй. 1928 йылда Гоминьдан, Пекиндағы башҡа сәйәси көстәрҙе ҡолатып, Нанкинды яңы баш ҡала итә, коммунистарҙы үҙ сафтарынан ҡыуа. Ә улар, Ҡытай коммунистар партияһына берләшеп, яңы граждандар һуғышын башлай. Ил тупланып өлгөрмәй, йәнә тарҡала.
1931 йылда көсәйә килгән Япония Маньчжурияны баҫып ала һәм, уны айырым дәүләт тип иғлан итеп, батшалыҡ итергә Пу Ины ултырта. 1934 йылда ил атамаһы Маньчжоу-ди-го булып, ике ижеккә арта. Маньчжур дәүләтенән Бөйөк Маньчжур батшалығына әйләнә, имеш.
1937 йылда Япония тотош Ҡытайға һөжүм башлай. Яңы ҡупҡан һуғыш Гоминьдан менән коммунистар партияһын, үҙ-ара талашты туҡтатып, берләшергә мәжбүр итә. Болғаныш туҡтамай шулай ҙа. Әле кем идаралыҡта булғанын, ҡайһы ҡаланың кем ихтыярына ҡалғанын аныҡ ҡына бер кем әйтә алмаҫ.
Айытбай Харбинға эләккәндә, был ер европаса төҙөлгән урыҫ ҡалаһы ине. Әммә хакимлыҡ – яңы ойошторолған Ҡытай Республикаһы ҡулында. Уларҙа был саҡ милли үҙаң үҫешкән ваҡыт. Ҡалала ҡытай полицияһы ла, аҡтар жандармерияһы ла көс һынаша. Тирә-яҡтағы ауылдарҙа ҡытай милләтселәре – хунхуздар хөкөм һөрә. Улар сит ил кешеләренең Цин династияһы ерҙәрен тапауына ҡаршы.
1935 йылда СССР япондарға тимер юлды һата. Бынан һуң былай ҙа кәмей килгән урыҫтар һаны ныҡ әҙәйә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе СССР-ға ҡайтарыла, кемдәрҙер Шанхай яғына күсә.
Һәр яҡ баҫтырған гәзиттәрҙе уҡып барырға тырышҡан Айытбай, Лао Дунға юлыҡҡандан һуң, сәйәси тормош менән ҡыҙыҡһыныуын ташлап та торғайны. Ҡытайҙармы, япондармы – уға ни фәтүә, Айытбайға иң мөһиме баҫыу булһын. Ниндәй генә власть килһә лә, уға ашарға кәрәк. Ғаиләле булыуы ғына уны йәнә донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһына башларға мәжбүр итте. Ниндәй ҙә булһа юл табып, ҡайтырға, Дауытты башҡорт ерендә үҫтерергә маҡсаты.
Сабыйҙың теле асылмаҫ элек үк улы менән тик башҡортса һөйләште ир. Әсәһенең ҡытай ҡыҙы булыуы сәбәпле, тәүге һүҙе шулай ҙа «ма-ма» ине. Әммә бала әлегә телдәрҙе айырмай: башҡортса ла, ҡытайса ла бер иш аңлай. Айытбай ҙа ҡытайса яҡшы аралаша. Башта үҙенә хеҙмәткәр итеп яллаған Лао Дун, һыуға күрһәтеп, «шуи», икмәккә күрһәтеп, «мианбао», көрәк тоттороп, «чанзи», тип башлаһа, аҙаҡ ҡытай тормошон көйләгән фәлсәфәүи төшөнсәләрҙе лә аңлата алды.

* * *
«Донъя биш сығанаҡтан башлана: һыу, ут, ағас, тимер һәм ер», – тине бер саҡ хужа.
«Син» – ошо биш башланғыстың бер-бер артлы килеүе. Ағас ерҙе йомшарта, тимер ағасты киҫә, ут тимерҙе иретә, һыу утты һүндерә, ер һыуҙың юлын быуа. Йәки ағас утты тыуҙыра, ут көл була, ерҙә тимер бар, тимер иреп шыйыҡса була, һыу ағасты һуғара. «Син» тип тормош ағышын аңлатырға мөмкин, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ сираты бар. Барыһы ла «син» буйынса… Шул саҡтан Айытбай «син» ағышының уны Ҡауарҙыға еткереүен көтә.
«Син» – бында ғына түгел, үлгәндән һуң да бар. Мәрхүмдәр ҡараңғылыҡҡа эләгә, ә һалҡын ҡараңғылыҡ һыу стихияһына хас. Мәйетте иһә башы менән төньяҡҡа ҡаратып күмәләр, сөнки төньяҡ кешеләре оҙон ғүмерле булыуы менән айырыла. Бынан тыш, оҙон ғүмерлелек символы тип ташбаҡаны һанайҙар. Шуға ҡәберлектәрҙә ташбаҡа һындарын осратырға мөмкин. Ташбаҡа һыны Айытбай йәшәгән йортта ла бар, уны, йәш ғаиләгә оҙон ғүмер теләп, Лао Дун бүләк итте.
Лао Дун, үҙ йолаларын, ата-бабаларынан күсә килгән холоҡ-фиғелен тулыһынса һеңдереп, боронғолар ҡушҡанса йәшәй. Ә уларса, иң мөһиме – яҡын туғандарыңды ҡәҙерләү, вафаттарынан һуң да исемдәрен хәтергә алып, ғибәҙәт ҡылыу. Һәр ғаиләнең өйөндә баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәһенең, олатаһының исемдәре һәм йәшәгән йылдары яҙылған таҡта булырға тейеш. Ул таҡта янына ризыҡ ҡуйыла, шәм яндырыла. Ата-баба рухы тыныс һәм ҡәнәғәт булһа, ейән-ейәнсәрҙәренең дә хәлдәре яҡшы була. Әгәр ғаиләнән берәйһе ауырып китһә, һәм был хәл «бин» йәки «дин» көнөндә булһа, ул кеше әруахтарҙы көйҙөргән, тип һанала.
Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, уларҙың ата-әсәләре балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар ғүмерен һалған, шуға ла ҡартайған көндәрендә балалар, ололарға ихтирам күрһәтеп, уларҙың тормоштарын еңеләйтергә тейеш. Ә үлемдәренән һуң һәр саҡ хәтергә алып, ғибәҙәт ҡылырға бурыслы, сөнки бөгөнгө бөтә ҡаҙанышың – ата-бабалар тырышлығының һөҙөмтәһе.
Лао Дундың иң ҙур үкенесе – тыуған еренән күсеп китергә мәжбүр булыуы һәм туғандарының ҡәберен ҡарай алмауы. Шуға йортондағы таҡталар һәр саҡ ризыҡҡа тулы. Үҙе ас ҡалһа-ҡалыр, әммә әруахтар асыуын алмаҫ.
Аяғөҫтө үткәрелгән көн аҙағында кескәй касаларҙан хуш еҫле үләндәрҙән яһалған йәшел сәй эсеүҙән дә тәмлеһе юҡ. Был саҡта әңгәмәләр ҙә еңел бара.
– Үҙ тәнеңә лә зыян килтерергә ярамай, сөнки ул һиңә ата-әсәнән ҡалған, ҡыш йылы кейенергә, йәй ҡояштан һаҡланырға кәрәк, – тине бер саҡ Лао. – Боронғолар шулай әйтеп ҡалдырған, ә улар беҙҙән күпкә аҡыллыраҡ һәм көслөрәк булған.
– Беҙҙә лә борон көслө кешеләр йәшәгән. Ҡауарҙыла Морат йылғаһы бар. Уны Морат исемле ир һабан менән һөрөп йырған, тиҙәр. Ә йылғаның киңлеге һәм тәрәнлеге – ат йөҙҙөрөрлөк, – тип ҡушылды Айытбай.
– Ул кешенең нәҫеле лә бик хөрмәтлелер, улайһа, – тигән һығымта яһап ҡуйҙы Лао.
– Әллә, – тине Айытбай шаян ғына. – Беҙҙә тағы ҡабыҡтар ҙа бар.
– Уныһы нимә?
– Борон берәү, ҡабыҡтан ҡанат эшләп, мәсет манараһынан осоп төшкән. Шунан бирле бөтә туғандарына шул ҡушамат йәбешкән, – тип көлөп ҡуйҙы Айытбай. – Мәсет тауы яғында бар нәмәне иҫәпләп, ҡырҡ ҡат үлсәп башҡарған ыуаҡайҙар йәшәй тағы. Ә һеҙҙә ара-нәҫел ҡушаматтары бармы? – Егет ҡартҡа һынаулы ҡараш ташланы.
Бер аҙ уйланғандан һуң Лао:
– Ҡушамат уҡ түгел, әммә элеккеләр, төрлө ерҙә кеше төрлө була, тигән: диңгеҙ буйындағыларҙың аяҡтары йыш ауырта, сөнки таштан йөрөүселәргә күп көс төшә, ә ҡомло ерҙә боғаҡ шешә, – тип яуапланы. – Киң далала йомарт һәм изге күңеллеләр тыуа, тауҙар һауаһы ҡомһоҙҙарҙы яралта. Еңел ерҙә еңелдәр көн күрә, ауыр яҡтарҙа кешеләр яй була. Үҙәктә аҡыллылар күп, унда бөтәһе лә үҙҙәрендәге ци ағышын тыңлай. Көнсығышта кешеләр тиҙ үҫә, әммә оҙаҡ йәшәмәй, ваҡытынан алда донъя ҡалдыралар. Көнбайышта йәшәүселәр батыр, әммә йыш ҡына вәхшилеккә бара. Төньяҡта иҫәрҙәр күп, улар йыртҡысҡа тиң, әммә оҙаҡ йәшәйҙәр. Үҙәктә генә кешеләр зирәк һәм аҡыллы.
– Ә беҙ боронғолар күҙаллаған Ҡытайҙың ҡайһы яғында?
– Төньяғында.
– Иҫәр, әммә оҙон ғүмерлебеҙ, тимәк. – Был һүҙҙәрҙән һуң Айытбай менән Лао Дун рәхәтләнеп көлөп алды.
– Беҙҙең телде тиҙ отоп алыуың яҡшы булды әле. Ауыр заманда ошолай серләшеп, көлөшөп алырға кеше бар, исмаһам, – тигәс, Лао шымып ҡалды. Көлөргә лә, шым ултырырға ла кешегә кеше кәрәк шул.
Айытбайҙың тағы бер серләшер кешеһе, йән дуҫы – ҡатыны Джу. Ул да Лао Дунға эшләй. Джу был яҡтарға 1931 йылғы ташҡындан һуң күсте. Был йылда ҡар ҙа күп яуған, ямғырҙар ҙа йыш булғанлыҡтан, Янцзы, Хуайхэ һәм Хуанхэ йылғалары, ярҙарынан сығып, байтаҡ ауылдарҙы батырҙы, Бөйөк каналға етеп, дамбаларҙы боҙҙо, үҙәк Ҡытай аслыҡтан интекте.
Айытбай Джуны тәү күргәндә, ҡыҙ, оҙон юл үткәнлектән, табандары ҡарайып ҡатып бөткән, аслыҡтан тире менән һөйәккә ҡалған һөлдә генә ине.
Башҡалар, был ҡыҙ оҙаҡҡа бармай үлер, тип мәшәҡәтләнергә теләмәй, һыу ғына эсереп, ары оҙатҡан. Бер Лао ғына, мосафирға мәрхәмәт күрһәтеп, йортона индерҙе. Ике-өс айҙан Джуның сикәләре алһыуланып, күҙҙәре нурланып китте. Яйлап Айытбай менән уртаҡ тел таптылар.
Ҡытайҙар мөхәббәтле парҙы «бер тулҡында булыусылар» йә «моңдо аңлаусылар» тип әйтә. Айытбай менән Джу ла кистәрен, башҡорт-ҡытай йырҙарында уртаҡлыҡ табып, үҙҙәренә генә билдәле йырҙы көйләп ултыра. Берәү ҙә күрмәгәндә бейеп тә алғылайҙар. Һәр кеме ҡасандыр майҙан концерттарында күргән хәрәкәттәрҙе ҡабатлап маташа. Джу аждаһа булып ҡылана, Айытбай тыпырҙай. Ситтән ҡараған берәү, был парҙы күреп, көлөүенән эсен тотоп ҡолар ине. Икәү донъяһын миллиондар ҙа аңлай алмаҫ. Уларға башҡаларҙың аңлауы кәрәкмәй ҙә. Иң мөһиме – Айытбай менән Джу бер-береһен ярты ҡараштан ҡеүәтләп тора, ә уларҙы үҙ бишегендә күҙәтеп ятҡан Дауыт бәхетле ата-әсәһен бергә күреп йылмая, ихлас кеткелдәүе менән кескәй тәпәш йорт эсен нурға күмә, бәхет саҡыра.

Айбулат СӘСӘНБАЕВ.

(Романды тулыһынса 2025 йылғы "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында уҡығыҙ).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: